Серафимов

Серафимов (рус. Серафимовский) — Башҡортостан Республикаһының Туймазы районындағы ауыл[3]. Серафимовка ауыл советының административ үҙәге[4]. Почта индексы — 452780, ОКАТО коды — 80251847001.

Тарихы

Ауылға 1949 йылда Серафимовка нефть ятҡылығын эшкәртеү менән бәйле Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Туймазы районының Серафимовка, Покровка һәм Соловьёвка ауылдары янында нигеҙ һалынанефтселәр ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һалына. 1952 йылдан, Покровка һәм Соловьёвка менән ҡушылғандан һуң, — ҡала тибындағы ҡасаба, 2005 йылдан — хәҙерге статуста (рус.)баш.[5].

Эшселәр ҡасабаһын төҙөүҙең башланғыс урыны итеп Покровка ауылы һайлана. Был ауыл XX быуат башында барлыҡҡа килгән. 1914 йылда Покровка 7 йорттан торған бәләкәй ауыл була. 1920 йылда бында яҡынса 70 кеше йәшәй, башлыса — урыҫтар[6].

Нефтселәр ҡасабаһын төҙөүгә Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының 1949 йылдың 10 июнендәге ҡарары сәбәпсе була. Ҡарар буйынса «Ҡыҙыл Йондоҙ» колхозының 29 гектар ере төҙөлөшкә бүленә. Төҙөлөш майҙаны — 1500 квадрат метрҙан артмаҫҡа тейеш була («…нефттең булыу-булмауы тулыһынса асыҡланғансы…»). Беренсе торлаҡ — барактар, уларҙың тәүге йәшәүселәре — төҙөүселәр. Төҙөүселәр араһында немец хәрби әсирҙәре лә була (улар башлыса юл һалыу менән шөғөлләнә).

2004 йылдың 17 декабрендәге Башҡортостан Республикаһының «Башҡортостан Республикаһының административ-территориаль ҡоролошондағы үҙгәрештәр тураһында» тигән Законы нигеҙендә Башҡортостан Республикаһы Туймазы ҡалаһының Серафимовка ҡасаба советы Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районының Серафимовка ауыл биләмәһе ауыл советы итеп үҙгәртелә. 2009 йылдың мартында референдум (рус.)баш. йомғаҡтары нигеҙендә ике ауыл советы: Серафимовка ауыл советы менән Иҫке Серафимовка ауыл советы берләштерелә. Серафимовка ауыл советы составына ике тораҡ пункт индерелә: Серафимов ауылы һәм Серафимовка ауылы. Ауыл советының административ үҙәге итеп Серафимов ауылы билдәләнә, унда даими йәшәгән халыҡ 10 158 мең кеше була. 2017 йылғы күрһәткестәр буйынса, тораҡ пунктының майҙаны 2073 га, төҙөлгән ерҙәрҙең дөйөм майҙаны 384 га тәшкил итә. Серафимовка ауыл биләмәһе территорияһында дөйөм оҙонлоғо 49 000 м булған 91 урам урынлашҡан, ауыл советы сиктәрендә дөйөм ҡулланылыштағы асфальт- бетон япмалы юлдарҙың оҙонлоғо 30 800 метрға тиң.

Хәҙерге ваҡытта ауыл халҡы «Серафимовская пушинка» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә[7], «Туймазанефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығында[5], Серафимовка автоматика һәм телемеханика тәжрибә заводында[8], шулай уҡ мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау һәм хеҙмәтләндереү өлкәһе учреждениеларында хеҙмәт һала.

Халыҡ һаны

Халыҡ һаны
1959[9]1970[10]1979[11]1989[12]2002[13]2009
838087558527978910 34010 028
2010[14]2020[15]2021[16]
981389549120
2500
5000
7500
10 000
12 500
15 000
1989
2021

Мәғариф, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау

Серафимов ауылына түбәндәге учреждениелар эшләй:

  • музыка мәктәбе (художество бүлеге эшләй);
  • ике урта дөйөм белем биреү мәктәбе (1300 уҡыусы);
  • дүрт балалар баҡсаһы (485 урынлыҡ);
  • ике китапхана;
  • балалар һәм үҫмерҙәр ижады йорто;
  • балалар йорто-интернат (501 бала);
  • ябыҡ типтағы махсус мәктәп;
  • мәҙәниәт һәм техника йорто (368 урынлыҡ);
  • 2-се район дауаханаһы[5].

Географик урыны

Алыҫлығы:

  • район үҙәгенә (Туймазы ҡалаһы): 23 км[3];
  • яҡындағы тимер юл станцияһына (Туймазы): 23 км[3].

Билдәле шәхестәре

Иҫкәрмәләр

  1. Генеральный план сельского поселения Серафимовский сельсовет муниципального района Туймазинский район Республики Башкортостан. Том II. Общая пояснительная записка. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2026. Архивировано 13 ғинуар 2020 года. (рус.)
  2. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx
  3. 1 2 3 Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан. — Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — С. 311. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2026)
  4. Городские и сельские поселения. Муниципальный район Туймазинский район Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2026. (рус.)
  5. 1 2 3 Серафимовский. Региональный интерактивный энциклопедический портал «Башкортостан» (15 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2026. (рус.)
  6. Асфандияров А. 3. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Справочное. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — 5000 экз. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 26 апрель 2026)
  7. О компании. Серафимовская фабрика перопуховых изделий. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2026. (рус.)
  8. Серафимовский опытный завод автоматики и телемеханики. ООО «СОЗАиТ», официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 апрель 2026.
  9. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  10. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  11. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  12. https://bashstat.gks.ru/storage/mediabank/Оценка+численности+постоянного+населения+Республики+Башкортостан+на+1+января+2019+г+по+муниципальным+образованиям.pdf.
  13. Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более.
  14. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан.
  15. https://rosstat.gov.ru/vpn/2020/Tom1_Chislennost_i_razmeshchenie_naseleniya.
  16. https://rosstat.gov.ru/storage/mediabank/Tom1_tab-5_VPN-2020.xlsx.

Тема буйынса өҫтәмә