Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы | |
---|---|
сокращённо — СМ БАССР | |
![]() Башҡорт АССР-ы гербы | |
Дөйөм мәғлүмәт | |
Ил |
![]() |
Ойошторолған ваҡыты | 26.03.1946 |
Предшественники |
Башревком Башҡорт АССР-ы Халыҡ комиссарҙары советы |
Юҡҡа сығарылған ваҡыты | 1990[1] |
Алыштырылған | Башҡорт ССР-ы — Башҡортостандың Министрҙар Советы |
Ҡоролошо | |
Штаб-квартира | Өфө |
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы (Башҡорт АССР-ы Хөкүмәте; рус. Совет министров Башкирской АССР (Правительство Башкирской АССР)) — Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһының 1946 йылдан 1990 йылға тиклемге хөкүмәте атамаһы. Автономиялы республиканың дәүләт власының юғары башҡарма һәм идара итеү органы.
Тарихы
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1946 йылдың 26 мартындағы «Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советын үҙгәртеү тураһында» Указына ярашлы, Халыҡ Комиссарҙары Советы — Министрҙар Советына, ә халыҡ комиссариаттары автономиялы республиканың министрлыҡтары итеп үҙгәртелә.
1990 йылда — Башҡорт ССР-ы — Башҡортостандың Министрҙар Советы, 1992 йылда — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы, 1993 йылда — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты, ә 2002 йылда Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тип үҙгәртелә.
Структураһы
Башҡорт АССР-ы Юғары Советы тарафынан булдырыла. Министрҙар Советы министрлыҡтар, дәүләт комитеттары һәм ведомствоға ҡарамған башҡа органдарҙың эшен координациялай, автономиялы республика территорияһында берҙәм тармаҡ-ара идара итеү эшен башҡара.
Министрҙар Советы рәйестән, ике ярҙамсыһы булған урынбаҫарҙан, секторҙарҙан (эштәр менән идара итеү, ойоштороу-инструктор, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт һәм һаулыҡ һаҡлау, махсус, кадрҙар, дөйөм) һәм төркөмдәрҙән (яғыулыҡ, малсылыҡ, киң ҡулланыу тауарҙары) тора.
1965—1970 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Хөкүмәтендә референт (3 кеше) һәм инспектор вазифаһы индерелә, ойоштороу-инструктор, сәнәғәт, ауыл хужалығы, мәҙәниәт, белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау, көнкүреш хеҙмәтләндереү һәм сауҙа, дөйөм бүлектәр булдырыла.
1970 йылда Министрҙар Советы составына министрҙар (халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү, эске эштәр, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, урман хужалығы, мелиорация һәм һыу хужалығы, урындағы сәнәғәт, белем биреү, ауыл хужалығы, социаль тәьминәт, яғыулыҡ сәнәғәте, сауҙа, финанстар, юстиция), дәүләт комитеттары рәйестәре (халыҡ контроле, телевидение һәм радиотапшырыуҙар, хәүефһеҙлек), дәүләт комиссиялары рәйестәре (планлаштырыу, «Сельхозтехника» берекмәһе), идара етәкселәре (кинофикация, архив, нәшриәт эштәре, полиграфия һәм китап сауҙаһы буйынса, төҙөлөш һәм архитектура эштәре буйынса, хеҙмәт ресурстарын ҡулланыу, тәьминәт һәм һатыу итеү), хаҡтар бүлеге етәксеһе инә.
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы рәйестәре
- Ураҙбаев Насир Рафиҡ улы (1946—1951)
- Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы (1951—1962)
- Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы (1962—1986)
- Мирғәзәмов Марат Парис улы (1986—1992)[2]
Әҙәбиәт
- Еникеев 3. И., Еникеев А. 3. История государства и права Башкортостана. — Уфа: Китап, 2007. — 432 с. с. — ISBN 978-5-295-04258-4.
- История Башкортостана (1917—1990 гг.) / Под общ. ред. Р. З. Янгузина. — Уфа: БГУ, 1997. — 276 с. — ISBN 5-7477-0179-7.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1990 йылда Башҡорт ССР-ы — Башҡортостандың Министрҙар Советы; 1992 йылда — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Советы, 1993 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинеты, 2002 йылда — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте тип үҙгәртелә
- ↑ 1990 йылдан — БССР-ҙың МС Рәйесе
Һылтанмалар
- В.К.Самигуллин. Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы // Башҡорт энциклопедияһы. — Уфа: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8.