Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы
Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаров
Файл:Акназаров Зекерия Шарафутдинович.jpgАҡназаров З. Ш., Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе (1971 йыл)
Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе
6 февраль 1962 — 8 ғинуар 1986
Алда эшләүсе Нәбиуллин Вәли Ғәбей улы
Дауам иттереүсе Мирғәзәмов Марат Парис улы
Тыуған 22 август 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}})
Башҡорт АССР-ы Йылайыр районы Ямаш ауылы
Вафат булған 2 апрель 2000({{padleft:2000|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:2|2|0}}) (75 йәш)
Рәсәй Өфө ҡалаһы
Ерләнгән урыны
Фирҡәһе КПСС
Белеме
Наградалары
Ленин ордены Ленин ордены Октябрь Революцияһы ордены
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены Халыҡтар Дуҫлығы ордены

Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы (рус. Акназаров Зекерия Шарафутдинович; 22 август 1924 йыл — 2 апрель 2000 йыл) — комсомол, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. СССР-ҙың 6—9‑сы, РСФСР-ҙың 10-сы һәм 11‑се, Башҡорт АССР-ының 4—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1966—1971 йылдарҙа КПСС‑тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар Дуҫлығы (1974) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы.

Зәкәриә Шәрәфетдин улы Аҡназаров 1924 йылдың 22 авгусында Башҡорт АССР-ының Йылайыр кантоны (хәҙерге Баймаҡ районы) Ямаш ауылында тыуған.

1940 йылда Темәс башҡорт педагогия училищеһын, 1948 йылда Өфөләге Өлкә-ара партия мәктәбен, 1950 йылда К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтын, 1962 йылда Мәскәүҙә КПСС Үҙәк Комитеты ҡарамағындағы Ижтимағи фәндәр академияһын тамамлаған.

  • 1941—1942 − Баймаҡ районы Мырҙый башланғыс мәктәбендә уҡытыусы;
  • 1946—1948 − ВЛКСМ-дың Баймаҡ район комитетының икенсе секретары;
  • 1948—1951 − ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, бүлек мөдире урынбаҫары, секретары, икенсе секретары;
  • 1951—1954 − ВЛКСМ-дың Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары;
  • 1954—1962 − КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитетының бүлек мөдире;
  • 1962—1986 − Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе.

Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1974) ордендары, СССР-ҙың күп миҙалдары менән бүләкләнгән. Өфө ҡалаһының Мосолман зыяратында ерләнгән[1].

Ҡатыны Аҡназарова (Медведева) Федора Петровна (1923—1995) Баҡалы районы Яңы Балыҡлы ауылынан. Күп йылдар комсомол һәм партия органдарында эшләй.