Филимонов Василий Васильевич (подполковник)
Филимонов Василий Васильевич (рус. Филимонов Василий Васильевич (подполковник); 1926 йылдың 27 июле, Бегичево[d], СССР — 2026 йылдың 9 ғинуары, Өфө районы, Башҡортостан Республикаhы) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Подполковник. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Василий Васильевич Филимонов 1926 йылдың 27 июлендә Орёл өлкәһе Краснозеренский районы Бегичево ауылында тыуа. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, 1943 йылдың 3 июнендә, фронтҡа үҙ теләге менән китә. Балтик буйы фронтының 4-се удар армияһы 60-сы уҡсылар корпусының 1766-сы гвардия зенит-артиллерия полкында 14-се запас уҡсылар бригадаһы элемтәсеһе булып хеҙмәт итә.
Яраланғандан һуң, Ҡыҙыл Байраҡлы, Суворов орденлы 144-се гвардия мотоуҡсылар Ельнинск дивизияһында хеҙмәтен дауам итә.
Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң ғүмерен хәрби хеҙмәткә арнай. Волга буйы хәрби округында Горький радиотехник училищеһын отличие менән тамамлай. 1968 йылдың октябрендә Өфө хәрби часы штабы начальнигы урынбаҫары вазифаһынан подполковник дәрәжәһендә отставкаға сыға.
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[1].
2026 йылдың 9 ғинуарында Өфө районының Михайловка ауылында вафат була[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Филимонову В. В. Официальный сайт совета ГО г.Уфа (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025.
- ↑ Пресс-служба городского совета ГО г. Уфа. В Уфе скончался Почётный гражданин города Василий Филимонов. gorsovet-ufa.ru (9 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 12 ғинуар 2026.
- ↑ Филимонов Василий Васильевич Орден Отечественной войны II степени. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.
- ↑ Филимонов Василий Васильевич Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.» Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.
- ↑ Филимонов Василий Васильевич Медаль «За боевые заслуги». Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.
Һылтанмалар
- Филимонов Василий Васильевич. Официальный сайт совета ГО г.Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.