Булатов Миншәйех Тимершәйех улы

Миншәйех Тимершәйех улы Булатов (рус. Миншаех Тимиршаехович Булатов; 1927 йылдың 20 марты, Тамъян (Саҡмағош районы), Яңы Ҡото ауыл Советы) — совет хәрби хеҙмәткәре, гвардия полковнигы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены кавалеры (1969). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Булатов Миншәйех Тимершәйех улы 1927 йылдың 20 мартында Башҡорт АССР-ының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Саҡмағош районы Тамъян ауылында тыуған[1][2].

һигеҙенсе синыфта булғанда беренсе сирек тамамлағас, уҡыуын ташлап, колхозда эшләй башлай. Йәйгеһен бригадир ярҙамсыһы була, ҡышын аттар ҡарай.

1945 йылдың 15 ғинуарында 17 йәшлек егетте Ҡыҙыл Армия сафына саҡырлар. Хәрби хеҙмәтен Иҫке Өфөлә 32-се күнекмә полкында минометсы булып башлай. Полк фронт өсөн өҫтәмә көстәр әҙерләй. Март башында Тбилисиға хәрби училищеға ебәрәләр.

1948 йылда артиллерия училищеһын отличие менән тамамлай. Лейтенант званиеһында Волга буйы хәрби округында (рус.)баш. артиллерия полкының взвод командиры вазифаһында хеҙмәтен дауам итә[1].

1949 йылдың йәйендә Төркөстан хәрби округына күсерелә, йыл һуңында полк мәктәбенә уҡырға ебәрелә. 1954 йылдың йәйендә батарея командиры итеп тәғәйенләнә. 1956 йылда «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы менән наградлана[3].

Дивизия тарҡалғас, Миншәйех Булатов Төркмәнстанға, Ҡыҙыл-Арваттағы артиллерия полкына батарея командиры итеп күсерелә.

1959 йылдың көҙөндә дивизион штабы начальнигы итеп тәғәйенләнә һәм майор званиеһын ала.

1961 йылда ракета дивизионына штаб начальнигы итеп күсерелә. 1964 йылдарҙа М. В. Фрунзе исемендәге хәрби академияны тамамлай[1].

1964 йылда ракета дивизионы командиры итеп тәғәйенләнә. 1966 йылда Германиялағы совет ғәскәрҙәре төркөменә күсерелә, унда Ютербогта ракета дивизионы командиры була. 1967 йылдың көҙөндә артиллерия полкы командиры итеп тәғәйенләнә. 1968 йылда полк 20-се армия составында Чехословакияға походта ҡатнаша. 1969 йылда «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены менән наградлана, полковник хәрби званиеһын ала[1]..

1970 йылдарҙа уны 6-сы мотоуҡсылар дивизияһының артиллерия һәм ракета частары начальнигы итеп тәғәйенләйҙәр. 1972 йылдан Белорус ССР-ы биләмәләрендәге урынлашҡан 34-се танк дивизияһының артиллерия һәм ракета частары начальнигы була.

1978 йыл һуңында отставкаға сыға. 1979—1995 йылдарҙа Ташкентта йәшәй. Был йылдарҙа совет ғәскәрҙәре Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә, инспекция составында Кабул, Шинданд, Кандагар, Герат ҡалаларының тирә-яғында урынлашҡан хәрби частарҙы тикшереүҙә һәм уларға күнекмәләр үткәреүҙә ҡтанаша.

1995 йылда Өфөгә ҡайта.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[4].

2026 йылдың 20 мартында ветеранға 99 йәш тулыу уңайы менән уны Өфө ҡалаһы Октябрь районы хакимиәте башлығы Антон Тарасов, Өфө ҡалаһы ҡала округы советы депутаты Ирина Сухарева һәм туғандары ҡотланы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены (1969);
«Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1955);
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[5].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 4 Почётные граждане: Булатов Миншаех Тимиршаехович. Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)
  2. 1 2 Наталья Овчарук. Ветеран Великой Отечественной войны из Уфы отметил 99-летие. Его поздравили родные и представители власти. Информационное агентство «Башинформ» (21 март 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 март 2026. (рус.)
  3. Булатов Миншаех Тимиршаехович Медаль «За боевые заслуги». Сайт Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2026) (рус.)
  4. О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Булатову М.Т. Официальный сайт ГО г.Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2026) (рус.)
  5. Документы о награждении. Сайт Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025. (Тикшерелеү көнө: 21 март 2026) (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә