Нуриәхмәтов Динислам Ғәйнислам улы
Нуриәхмәтов Динислам Ғәйнислам улы (рус. Нуриахметов, Динислам Гайнисламович; 1926 йылдың 1 марты, Суйынсы ауылы) – Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Радиотелефонист. 3-сө разряд капитан (2000). Башҡорт АССР-ының мәғариф отличнигы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Динислам Ғәйнислам улы Нуриәхмәтов 1926 йылдың 1 мартында Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Суйынсы ауылында тыуа. Бала сағынан урып-йыйыу ваҡытында М. Ғафури исемендәге колхозда эшләй.
Хәрби хеҙмәте
1944 йылдың декабрендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Николаев ҡалаһына Леканевский исемендәге мина-торпедо авиацияһының хәрби-диңгеҙ училищеһына йүнәлтелә. Пе-2 бомбардировкалаусыһының уҡсы-радисына уҡып сыға.
1950 йылға тиклем Ҡара диңгеҙ флотында өлкән матрос чинында мина-торпедо авиацияһының хәрби училищеһы метеостанцияһында радиотелеграфист булып хеҙмәт итә. Һуңынан Владивостокта Тымыҡ океанда хәрби йыйындарҙа була. Кневичи аэродромында хеҙмәт итә, беренсе разрядлы стратегик запастағы лейтенант дәрәжәһе бирелә. 2000 йылда 3-сө разряд капитаны исеме бирелә.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
Демобилизацияланғандан һуң Өфөгә ҡайта. Тимирязев исемендәге Өфө педагогия институтының әҙәбиәт факультетын тамамлай. Йомағужа башҡорт мәктәбе директоры булып эшләй. 1959 йылда Дәүләкән районына ҡайта һәм район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, 3-сө мәктәптең директоры була[1][2]. Шулай уҡ район партия комитетының идеалогия буйынса секретары була.
Уҙған быуаттың 60-сы йылдары һуңында Бәләбәй педагогия училищеһы етәксеһе була. Педагогик эшмәкәрлеге менән бер үк ваҡытта фәнни эш менән шөғөлләнә, мәҡәләләрен «Начальная школа», «Народное образование» журналдарында баҫтыра.
Хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң Бәәлбәй балалар йортонда психолог булып эшләй.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Бер нисә тапҡыр Дәүләкән һәм Бәләбәй ҡала советтары депутаты итеп һайлана.
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гульнур Кульсарина навестила ветерана Великой Отечественной войны. 12-08-2020. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
- ↑ Руководители школы
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Нуриахметову Д. Г.
- ↑ Эдуард Кускарбеков. В Уфе офицеру минно-торпедной авиации вручили медаль 80-летия Победы. 19-03-2025. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
- ↑ Наградной документ