Ғәтиәтуллин Мамун Лотфулла улы
Ғәтиәтуллин Мамун Лотфулла улы (1924 йылдың 14 феврале, Иҫке Ҡолшәрип, Әсекәй районы — 2025 йылдың 27 майы, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Гвардия сержанты[1]. Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры. Ҡариҙел районының Ҡыҙыл Үреш ҡасабаһында спирт заводы директоры (1962). Стәрлетамаҡ ҡала һөт заводы директоры. Өфө ҡалаһы Октябрь районының почётлы гражданы (2017)[2]. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Мамун Лотфулла улы Ғәтиәтуллин 1924 йылдың 14 февралендә Ырымбур өлкәһе Әсекәй районының Иҫке Ҡолшәрип ауылында тыуа.
Хәрби хеҙмәте
17 йәшендә — 1942 йылдың авгусында хәрби хеҙмәткә саҡырыу ала һәм Алкин күнекмә лагерына ебәрелә. Медкомиссия үткәндән һуң иң яҡшы биш курсантты ул ваҡытта Стәрлетамаҡҡа эвакуацияланған Рига хәрби училищеһына уҡырға ебәрәләр. Унда ике йыл урынына алты ай уҡығандан һуң, 1943 йылдың февраль башында фронтҡа Белгород өлкәһенә оҙатыла. Северский Донец йылғаһын обороналауҙа ҡатнаша. Тәүҙә снарядсы, һуңынан — 120 миллиметрлыҡ миномёт тоҫҡаусыһы, һуңынан — ут взводының расчет идараһы командиры, һуғыш ахырына 47-се гвардия уҡсылар полкының миномет батареяһы командиры урынбаҫары була. Украина, Молдавия, Польша, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. Бөйөк Еңеүҙе Прагала ҡаршылай[2]. 1947 йылда демобилизациялана.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
Хеҙмәт эшмәкәрлеген 1941 йылдың июнендә башлай — Бәләбәй районының Знаменка ауылындағы спирт заводына эшкә керә. Һуғыштан һуң, тыныс тормошта аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә эшләй. 1962 йылда Ҡариҙел районының Ҡыҙыл Үреш ҡасабаһында спирт заводы директоры итеп тәғәйенләнә. Һуңынан хаҡлы ялға сыҡҡансы Стәрлетамаҡ ҡала һөт заводы менән еткәселек итә, Өфө күн аяҡ кейемдәре комбинатында эшләй[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып бара. 15-се гвардия дивизияһы ветерандары советын ойоштороуҙа ҡатнаша, 1983 йылдан уның ағзаһы, 1987—1995 йылдарҙа рәйес урынбаҫары була. 1995 йылдан Өфө ҡалаһының Совет районы ветерандары советы рәйесе, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының Бөйөк Ватан һуғышы һәм Ҡораллы Көстәре ветерандары комитеты ағзаһы. Уның инициативаһы менән баш ҡаланың 117-се мәктәбендә Хәрби дан музейы ойошторола[2]. 1955 йылдан алып участка һайлау комиссияһы рәйесе була, 1964 йылда БАССР Юғары Советына депутаттар һайлау буйынса округ һайлау комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләнә, 1965 йылдың 14 мартында хеҙмәтсәндәрҙең Ҡариҙел район Советы депутаты итеп һайлана[3].
Белеме
Бөтә союз аҙыҡ-түлек сәнәғәте техникумын, Финанс-иҡтисад институтын тамамлай[2].
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ — Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025)
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы (2025)
• Октябрь районының почётлы гражданы (2017)[2]
• Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре һәм Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары комитетының Почёт грамотаһы, «Почёт билдәһе» һәм ордены (1987)[3]
• I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[5]
• Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1945)[6]
• «Ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы (1943)[7]
• «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
• «Праганы азат иткән өсөн» миҙалы
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[8]
• 32 юбилей миҙалы.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Гатиятуллин Мамун Лутфуллинович
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Екатерина Климович. Директор, прошедший войну. 30-12-2023. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2025.
- ↑ 1 2 Самая дорогая реликвия орденоносца Мамуна Лутфулловича Гатиятуллина. 24-04-2015. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2025.
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Гатиятуллину М. Л. (Тикшерелеү көнө: 28 май 2025)
- ↑ Документы о награждении
- ↑ Документы о награждении
- ↑ Документы о награждении
- ↑ Документы о награждении
Һылтанмалар
- Гатиятуллин Мамун Лутфуллинович. 02.2025. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2025.
- Отважный Мамун. 15-03-2025. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2025.
- Екатерина Климович. Директор, прошедший войну. 30-12-2023. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2025.
- Самая дорогая реликвия орденоносца Мамуна Лутфулловича Гатиятуллина. 24-04-2015. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2025.