Лошак Виктор Севастьянович

Виктор Севастьянович Лошак (1923 йылдың 19 октябре, Киев өлкәһе2025 йылдың 11 декабре, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Кесе лейтенант. Хужалыҡ етәксеһе. Ҡыҙыл Йондоҙ, I һәм II дәрәжә Ватан һуғышы, «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәре.

Биографияһы

Лошак Виктор Севастьянович 1923 («Память народа» сайтында 1919 йыл тип тә күрһәтелгән[1]) йылдың 19 октябрендә Украина ССР-ының Белоцерковье районы Титиево ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағандан һуң колхозда иҫәпсе булып эшләй.

Хәрби хеҙмәте

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, 1941 йылдың июнендә үҙ теләге менән фронтҡа китә. Хәрби хеҙмәткә алынғас, Ҡыҙыл Армия өсөн кесе командиҙар әҙерләү буйынса Рига хәрби пехота училищеһына ебәрелә. Июлдә уҡыу йорто Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ ҡалаһына дислокациялана.

Училищенан һуң лейтенант дәрәжәһендә фронтҡа китә. 3-сө Белорусс фронтының айырым уҡсылар батальонының 28-се уҡсылар бригадаһында хеҙмәт итә. Көнбайыш фронтта взвод командиры була. 1942 йылдың мартында ауыр яралана. Госпиталдә дауаланғандан һәм реабилитация үткәндән һуң ҡабат фронтҡа китә. 1945 йылдың майында демобилизациялана.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

1945 йылда даими йәшәү урыны итеп Стәрлетамаҡ ҡалаһын һайлай. Спирт-шарап заводы директоры була, Өфө районы Булгаков ауылында «Цюрупа исемендәге совхоз»ға етәкселек итә. Башҡорт АССР-ы Совнархозының Аҙыҡ-түлек сәнәғәте идаралығы, Һөт сәнәғәте идаралығы начальнигы була. Өфө һөт комбинаты һәм Бәләбәй ҡалаһындағы май-сыр заводы уның етәкселегендә төҙөлә.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[2].

Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны 2025 йылдың 11 декабрендә Өфө ҡалаһында вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025)
• «Еңеүҙең 80 йыллығы» юбилей миҙалы (2025)[4]
• Ҡыҙыл Йондоҙ ордены
• II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1945)[5]
• I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[6]
• «Почёт Билдәһе» ордены
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
• Жуков миҙалы
• «Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
• Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған аҙыҡ-түлек сәнәғәте хеҙмәткәре
• юбилей миҙалдары.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә