Филатова Надежда Демидовна
Филатова Надежда Демидовна (1923 йылдың 5 октябре, Вязовка, Бик-Ҡарамалы ауыл Cоветы (Дәүләкән районы)) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Медицина хеҙмәте сержанты. Хеҙмәт ветераны. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025)[1].
Биографияһы
Надежда Демидовна Филатова 1923 йылдың 5 октябрендә Башҡорт АССР-ының Дәүләкән районы Вязовка ауылында тыуа. 1943 йылда медицина училищеһын тамамлағас, Бөйөк Ватан һуғышына фельдшер итеп ебәрелә[1]. Һуғыш тамаланғансы госпиталдә эшләй.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
Бөйөк Ватан һуғышынан медицина хеҙмәте сержанты дәрәжәһендә ҡайта. КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының 49-сы ясли-баҡсаһы комбинатында эшләй. Заводтың Почёт таҡтаһына индерелә[1]. Өфө ҡалаһының 172-се балалар баҡсаһында өлкән медицина шәфҡәт туташы була.
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[2].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ғаиләһе
Өс ул тәрбиәләп үҫтерә[1].