Вәлитов Солтан Хаматғәли улы

Вәлитов Солтан Хаматғәли улы (1927 йылдың 15 майы, Туҡай, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Берлинды штурмлауҙа ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Солтан Хаматғәли улы Вәлитов 1927 йылдың 15 майында Башҡорт АССР-ы Ауырғазы районының Туҡай ауылында тыуа.

1943 йылда Дәүләкән һауа уҡсылары мәктәбенә уҡырға инә.

Хәрби хеҙмәте

Һуңынан 17 йәшлек егет 16-сы Ҡыҙыл Байраҡлы һауа армияһында «Пе-2» разведка самолетына идара итә. Берлинды штурмлауҙа ҡатнаша. Бөйөк Еңеүҙән һуң 319-сы бомбардировка авиация полкы составында Германияла хеҙмәтен дауам итә.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Тыуған яғына 1951 йылда ғына ҡайта. Тыныс тормошта ателье директоры булып эшләй, йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләү буйынса әүҙем эшмәкәрлек алып бара.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025)
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы (2025)
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
• II дәрәжә Ватан һуғышы ордены.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә