Чижов Александр Фёдорович
Чижов Александр Фёдорович (1874 йыл, Ҡытау-Ивановск, Өфө губернаһы — 1937 йыл, Мәскәү) — I гильдия рус сауҙагәре, меценат, Өфө ҡалаһының нәҫелдән килгән Почётлы гражданы, Өфө өйәҙендәге Миловка алпауыт хужалығы эйәһе.
Биографияһы
Александр Чижов 1874 йылда сауҙагәр Федор Егорович һәм Ириада Александровна ғаиләһендә тыуа[1]. Өйҙә дөйөм һәм музыкаль белем ала. Атаһының үлеменән һуң, улына бөтөнләй ышанмайынса, бөтә эш менән әсәһе шөғөлләнә. Ул Александр алпауыт хужалыҡтарынан һәм заводтарҙан килгән табыш иҫәбенә революцияны финанслар тип ҡурҡа.
1900 һәм 1910 йылдарҙа Чижов Осоргин улысында, Өфө губернаһында таҡта ярыу һәм он тартыу-ярма ярыу (45 эшсе) заводтарын тота, һуңғыһының төп продукцияһы йылына 3,2-әр тонна ҡарабойҙай ярмаһы һәм арыш оно була, заводтарҙың йыллыҡ килеме 280 мең һум тирәһе тәшкил итә.
Шулай уҡ Чижов Өфөлә атаһынан васыятҡа ҡалған утын сауҙаһын алып бара. 1903 йылда ул крахмал етештергән завод һәм Лазарев шишмәһендә быуа аса. Шәхси пароход компанияһы ойошторорға маташып ҡарай. Бының өсөн 1908—1909 йылдарҙа Ағиҙел ширҡәтенән «Кама», «Мечта», «Демон», «Трудолюбец» пароходтарын һатып ала, әммә 1913 йылда судноларҙы һатырға тура килә, һуңғыһына Бөрөлә Чижовтың бурыстары иҫәбенә арест һалына.
Чижов йыш ҡына Өфө зыялылары һәм сәйәси һөргөнсөләр менән осраша. Миловкалағы алпауыт хужалығына Чижовтар ғаиләһе ағзалары Өфө төрмәһенән ҡасҡан сәйәси тотҡондарҙы килтерә һәм уларға Чижовтар менән башҡа бай өфөләр Францияла рус революционерҙары өсөн асҡан пансионға барып етергә ярҙам итә[1].
1905 йылда «ҡара йөҙөнсөләр» Чижовты үлем язаһына хөкөм итә, әммә уның алпауыт хужалығы крәҫтиәндәре үҙ теләктәре менән байҙы һәм уның хужалығын яҡлап сыға.
Чижов Ф. М. Достоевский һәм Л. Н. Толстой әҫәрҙәрен ярата. Скрипкала уйнай, матур баритон тауышы менән өй концерттарында сығыш яһай. Ҡатыны Ольга Гассельблат менән Өфөгә килгән театр труппаларының һәм айырым солистарҙың спектаклдәренә һәм концерттарына даими рәүештә йөрөй. Шулай уҡ рулетка уйыны менән мауыға. Өфөлә беренселәрҙән булып Fiat автомобиленә эйә була[2].
Ата-әсәһе өлгөһөндә Чижов әүҙем рәүештә хәйриә менән шөғөлләнә, Өфөнөң башҡа бай кешеләре менән хәйриә акцияларында ҡатнаша, ҡорамдар төҙөлөшөн һәм ремонтын финанслай. Ул Өфө диниә семинарияһының Иоанн-Златоуст сиркәүе ҡарамағындағы Попечителлектең хужалыҡ буйынса попечитель-күҙәтеүсеһе һәм почётлы күҙәтеүсеһе, 1899 йылдың 29 апреленән Өфө губернаһындағы Благовещенск уҡытыусылар семинарияһының почётлы попечителе була.
1919 — 1923 йылдарҙа Себерҙә дүрт йыл булғандан һуң Чижов ғаиләһе менән Һамарҙа төпләнә һәм банкта «Корнеев һәм Горшканов» һыра ҡайнатыу заводы буйынса инспектор булып эшләй. 1923 йылдан Чижовтар Мәскәү янындағы Переделкинола Кингольц дачаһында йәшәй. 1926 йылда дачала янғын сыға, ғаилә Мәскәүгә күсенә һәм Афанасьев тыҡрығында йәшәй. Ул Икмәк биржаһында, Дәүләт банкында, Урман хужалығында эшләй. 1937 йылда Мәскәүҙә НКВД тарафынан ҡулға алына һәм атыла. Һуңғараҡ тулыһынса аҡлана[3].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 ЧИЖОВЫ. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021.
- ↑ Первые уфимские авто // Уфимский федеральный исследовательский центр Институт истории, языка и литературы. — С. 20.
- ↑ Гассельблат, Герман. Чижовы в Уфе, Санкт-Петербурге и в Москве. «Уральское генеалогическое общество». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2011. Архивировано из оригинала 10 август 2011 года.