Фәтихова Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы

Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы Фәтихова (рус. Мусайра Нугумановна Фатихова; 1920 йылдың 10 ғинуары, Яңы Кәңгеш2026 йылдың 8 феврале, Өфө) — педагог. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Фәтихова (ҡыҙ фамилияһы — Ноғоманова) Мөсәйрә Ноғоман ҡыҙы 1920 йылдың 10 ғинуарында Башҡорт АССР-ының [1]Яңы Кәңгеш ауылында тыуа.

1941 йылда Бөрөләге педагогия техникумын тамамлағандан һуң, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй башлай[2]. Йыл ярымдан һуң уны РОНО-ға инспектор итеп алалар.

Хәрби хеҙмәте

Дүртөйлө пристаненән 50 доброволец ҡатын-ҡыҙ төркөмө составында фронтҡа китә. Ирекмән комсомолкалар эшелоны шунда уҡ Сталинград һуғышына эләгә. Уларҙы 62-се ғмәлдәге армияға тәғәйенләйҙәр. 15 көн ялан шарттарында күнекмә үткәндән һуң, һуғышҡа керәләр. 1079-сы зенит-артиллерия полкының хәрби расчеты приборсыһы булып ҡыҙ хәрби сынығыу ала. Уның көслө характерын күреп, артиллерия батареяһы комсоргы итеп һайлайҙар. Шул уҡ йылды ВКП (б) сафына ҡабул ителә.

Йәш коммунист фронтта хәрби хәбәрсе булараҡ та таныла. Полктың «Дошманды туҡма!» гәзитендә уның хәрби әхирәттәре тураһында очерктары, алғы һыҙыҡтан репортаждары баҫылып тора.

Ҡыҙ тағы ла элемтәсе, телефонист, тоҫҡаусы һөнәрҙәрен дә үҙләштерә һәм, кәрәк ваҡытта, уларҙы алмаштырып ҡуллана. 1942 йылдың майынан 1943 йылдың ғинуарына тиклем – 1079-сы зенит-артиллерия полкында приборсы; 1943 йылдың ғинуарынан 1943 йылдың октябренә тиклем – 1080-се полктың элемтәсеһе; 1943 йылдың октябренән 1945 йылдың авгусына тиклем – 1563-сө зенит-артиллерия полкының телефонисы була.

Шундай мохтажлыҡтың береһе Дондағы Ростов эргәһендәге һөжүмдә тыуа ла инде. Полк йылғаның ике ярында айырылып ҡала, элемтә өҙөлә. Командирҙың бойороғо буйынса ҡыҙ ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙән ҡоролған һалда Дон аша кабель һуҙа. Таңға штаб менән бәйләнеш булдырыла.

Еңеү көнөн Польшаның Германия менән сигендә ҡаршылай. Тыуған яғына 1945 йыл һуңында ҡайта.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Тыныс тормошта Бөрө педагогия институтын тамамлап, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. 2024 йылда «Илем саҡырғас» тип аталған шиғырҙар китабы донъя күрә[2].

2023 һәм 2024 йылдарҙа Мәскәүҙәге Еңеү парадында почётлы ҡунаҡ булып ҡатнаша[3].

undefined

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[4].

2026 йылдың 10 ғинуарында һуғыш һәм хеҙмәт ветеранын 106 йәше менән Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин ҡотлай[5].

Ветеран 2026 йылдың 8 февралендә вафат булды[6].

Ғаиләһе

Фронтовик-офицер Нәзиф Фәтих улы Фәтихов менән ғаилә ҡора. Балалары — Рәзиф, Рәмил, Рафия, барыһы ла нефтсе. Биш ейән-ейәнсәре, алты бүләһе, бүләсәре бар[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[7]
  • III дәрәжә Дан ордены
  • «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы

Иҫкәрмәләр

  1. Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы.
  2. 1 2 3 Зөһрә Ҡотлогилдина. Ил саҡырғас, яуға китте Башҡортостан ҡыҙҙары (башҡ.). «Ватандаш» журналы сайты (19 июнь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026.
  3. Александр Колинченко. 104-летнюю жительницу Уфы, ветерана ВОВ Мусайру Фатихову пригласили на Парад Победы в Москву. Филиал ФГУП ВГТРК ГТРК «Башкортостан». Официальный сайт (6 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
  4. Председатель Совета городского округа город Уфа Республики Башкортостан М. Васимов. Решение Совета городского округа город Уфа Республики Башкортостан от 27 февраля 2025 года № 48/36 «О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Фатиховой М.Н.» Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
  5. Альфия Аглиуллина. Владимир Путин поздравил ветерана из Уфы со 106-м днем рождения. ИА «Башинформ» (10 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)
  6. Ксения Калинина. В Уфе ушла из жизни 106-летняя ветеран войны Мусайра Фатихова. ИА «Башинформ» (10 ғинуар 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026. (рус.)
  7. Фатихова Мусайра Нугумановна. Орден Отечественной войны II степени. Портал Министерства обороны Российской Федерации «Память народа». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2026. (рус.)

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә