Доброневский Исаак Абрамович
Доброневский Исаак Абрамович (рус. Доброневский Исаак Абрамович; 1924 йылдың 20 июне, Өфө, Башҡорт АССР-ы, СССР) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Өлкән лейтенант[1]. УПС промкомбинаты директоры. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Исаак Абрамович Доброневский 1924 йылдың 20 июнендә[2] Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. 7 класлы урта мәктәпте тамамлағандан һуң[3], һуғыш башланғанға тиклем, сәғәт оҫтаһы булып эшләй.
17 йәшендә Одесса хәрби осоусылар училищеһына инергә ҡарар итә, әммә йәш булғанлыҡтан, алмайҙар.
Хәрби хеҙмәткә 1942 йылдың 22 авгусында саҡырылып[4], Өфө пехота училищеһына йүнәлтелә[3] һәм уны 1943 йылда, 1944 йылда «Выстрел» курстарын тамамлай[5]. 1942 йылдан ВЛКСМ ағзаһы[5]. Бөйөк Ватан һуғышында Сталинград фронтында һуғыша, отряд командиры була. Фронтта өс тапҡыр яралана: беренсеһендә — аяғы, икенсеһендә эсенә штык сәнселә, өсөнсөһөндә — Курскиҙа умыртҡа бағанаһы йәрәхәтләнә. Өсөнсө яраланыуынан һуң демобилизациялана, Өфө районында 2574-се эвакогоспиталдә дауалана.
Тыныс тормошта УПС Промкомбинаты директоры, тауар белгесе, «Востокнефтепровод» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең тәьминәт бүлеге начальнигы булып эшләй.
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)[7];
• «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[8];
• I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[9];
• «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы;
• «Хеҙмәт фиҙаҡәрлеге өсөн» миҙалы;
• юбилей миҙалдары.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Записи из БД офицеров ЦА МО РФ. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.
- ↑ иҫәп-хеҙмәт картотекаһында ҡайһы бер урында 20 июль
- ↑ 1 2 Сведения о личном составе. Сайт "Память народа" (1943). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.
- ↑ Сведения о личном составе. Сайт "Память народа" (1942). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.
- ↑ 1 2 Сведения о личном составе. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Доброневскому И. А. (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.
- ↑ Медаль «За отвагу». Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.
- ↑ Доброневский Исаак Абрамович Медаль «За победу над Германией в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.» Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.
- ↑ Орден Отечественной войны I степени. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.
Һылтанмалар
• Доброневский Исаак Абрамович. Официальный сайт ГО г. Уфа. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 24 июнь 2025.