Сазонов Евгений Николаевич
Сазонов Евгений Николаевич (рус. Сазонов Евгений Николаевич; 1927 йылдың 26 июне, Кузьминка, Шөңгәккүл ауыл Советы) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Өлкән лейтенант. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Евгений Николаевич Сазовнов 1927 йылдың 26 июнендә Башҡорт АССР-ының Шишмә районы Кузьминка ауылында тыуа.
1944 йылдың октябрендә Ҡаҙағстан ССР-ы Чимкент районы хәрби комиссариаты тарафынан[1] Ҡыҙыл Армия сафына алына. 30-сы запас уҡсылар бригадаһының 28-се запас уҡсылар полкында[2] хөкүмәт элемтәһе ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Еңеүҙе Польшала ҡаршы ала. Хеҙмәтен артабан Австрияла, Румынияла һәм Төньяҡ Кавказда дауам итә.
1953 йылда өлкән лейтенант дәрәжәһендә демобилизациялана.
Хеҙмәт эшмәкәрлеген Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында башлай, бер үк ваҡытта Өфө нефть институтында юғары белем ала. Предприятиела оператор ярҙамсыһынан башлап, нефть эшкәртеү ҡоролмаһының өлкән операторына тиклем үҫә. 1977 йылда хаҡлы ялға сыға.
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• Өфө ҡалаһы ҡала округының Почёт грамотаһы (2022);
• «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе (2022)[4];
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы;
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы;
• юбилей миҙалдары.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Сведения о личном составе. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2025.
- ↑ Сводная информация. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2025.
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Сазонову Е. Н. Официальный сайт совета ГО г. Уфа (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025.
- ↑ Марат Васимов. Депутаты Горсовета Уфы вручили ветеранам высшие награды городского округа (6 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2025.
Һылтанмалар
- Эдуард Кускарбеков. Евгению Сазонову присвоили звание почётного гражданина Уфы. ИА "Башинформ" (11 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2025.
- Анастасия Лиходедова. Звание почетного гражданина Уфы получили 43 ветерана Великой Отечественной войны. Истории героев (17 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2025.
- Марат Васимов. «Единая Россия» вручила ветеранам Уфы юбилейные медали к 80-летию Великой Победы (11 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2025.
- Марат Васимов. Депутаты Горсовета Уфы вручили ветеранам высшие награды городского округа (6 май 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 23 июнь 2025.