Гаврилова Нэлли Лаврентьевна
Гаврилова Нэлли Лаврентьевна (Кочекова Нелли Лаврентьевна[1]; 1923 йылдың 22 декабре, Ҡырмыҫҡалы районы, Башҡорт АССР-ы, СССР — 2026 йылдың 17 июне, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Сержант. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Нэлли Лаврентьевна Гаврилова 1923 йылдың 22 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Манагора ауылында тыуа. Мәктәпте тамамлағандан һуң Өфөлә фабрика-завод училищеһына уҡырға инә. «Токарь универсал» һөнәрен ала.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
1940 йылда Моторҙар эшләү заводына, 16-сы, самолеттар двигателен ремонтлаусы ремонт-механика цехына эшкә урынлаша. Мастер-бүлеүсе булып эшләй.
Хәрби хеҙмәте
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, хәрби-медицина курстары үтә. 1942 йылдың 15 июнендә[1] Өфөлә төҙөлгән ҡатын-ҡыҙҙар хәрби эшелонына яҙыла.
1943 йылда кесе сержант-моторист исеме бирелә. Алыҫ Көнсығыш фронтының 534-се Ҡыҙыл Байраҡлы истребитель авиаполкы хәрби самолеты механигы була. 1945 йылдың 25 сентябрендә Иосиф Сталиндың рәхмәте менән демобилизациялана.
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[2].
2026 йылдың 17 июнендә, 103-сө йәшендә, Өфө ҡалаһында вафат була[3].
Ғаиләһе
1946 йылды кейәүгә сыға, 10 бала (дүрт ҡыҙ һәм алты ул) тәрбиәләп үҫтерә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе (2021);
• Өфө ҡалаһы ҡала округының Почёт грамотаһы (2021)[4];
• I дәрәжә Әсәлек даны ордены;
• II дәрәжә Әсәлек даны ордены;
• III дәрәжә Әсәлек даны ордены;
• «Японияны еңгән өсөн миҙалы»[5];
• II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[6];
• юбилей миҙалдары.
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 Сведения о личном составе
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Гавриловой Н. Л.
- ↑ В Уфе скончалась Почётный гражданин города Нэлли Гаврилова. gorsovet-ufa.ru. 2026-06-17. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026.
- ↑ Ветераны Уфы в преддверии Дня Победы получили высшие награды города
- ↑ Ветеран принимает поздравления
- ↑ Документы о награждении