Сәлихов Рәбис Сәлих улы

Сәлихов Рәбис Сәлих улы (рус. Салихов Рабис Салихович; 1949 йылдың 2 апреле, Дөмәй, Башҡорт АССР-ы) — «Жилстройинвест» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының (2004) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2008). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020). «Почёт билдәһе» (1986),«Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» (2022), II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары (2024) кавалеры.

Биографияһы

Рәбис Сәлих улы Сәлихов 1949 йылдың 2 апрелендә Башҡорт АССР-ының Илеш районы Иҫке Дөмәй ауылында тыуған. Октябрьский ҡалаһында нефть техникумын тамамлағандан һуң, Өфө нефть институтында инженер-төҙөүсе һөнәре буйынса юғары белем ала

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Хеҙмәт эшмәкәрлеген «Обьнефтегазразведка» тресында слесарь булып башлай (1968). 1969—1971 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә. 1971—1985 йылдарҙа Ҡарман ГРЭС-ын төҙөүҙә ҡатнаша. Ҡаҙанлыҡ-турбина цехының слесарь-монтажнигы, диспетчеры, төҙөлөш идаралығының ВЛКСМ комитеты серетары, партия комитеты серетары булып эшләй.

Ҡарман ГРЭС-ының 4 энергоблогын, Ҡарман нефть эшкәртеү заводының һәм Нефтекама ҡалаһында Башсельмаш заводын төҙөүгә индергән өлөшө өсөн 1968 йылда «Почёт билдәһе» ордены менән наградлана.

1985—1991 йылдарҙа КПСС Өлкә комитетында сәнәғәт бүлеге инструкторы, социаль-иҡтисад бүлеге консультанты булып эшләй.

1992 йылдан 1997 йылдың декабренә тиклем Башҡорт АССР-ының Матди ресурстар министрлығы системаһында эшләй.

1997 йылда «Жилстройинвест» төҙөлөш компанияһын ойоштора һәм уның етәксеһе була. Ошо йылдарҙа уның етәкселегендә 560 мең квадрат метр күсемһеҙ милек, шул иҫәптән 465 мең квадрат метр торлаҡ төҙөлә.

Башҡортостандың иң бай 100 эшҡыуары исемлегендә 12-се урында тора[1].

2020 йылдың июнендә Өфө ҡалаһының почётлы гражданы исеме бирелә[2].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

«Атайсал» проекты сиктәрендә тыуған ауылында мәсет төҙөтә. Махсус хәрби операция башланыу менән видеокүҙәтеү техника, Росгвардияның спецназ отрядына дроннар һатып ала, Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһы мәктәбен ремонтлата[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2024)[4][5];
• «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2022);
• «Хеҙмәт фиҙаҡәрлеге өсөн» миҙалы (2021);
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020);
• «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» (2004);
• «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» (2008)[5];
• Рәсәй Төҙөүселәр берлегенең «Төҙөлөштәге ҡаҙаныштары өсөн» ордены (2011);
• «Почёт билдәһе» ордены (1986);
• башҡа бик күп бүләктәр[5].

Иҫкәрмәләр

  1. ТОП-100 богатейших предпринимателей Башкортостана. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2025.
  2. Пресс-служба совета ГО г.Уфа. Салихов Рабис Салихович. gorsovet-ufa.ru (2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2025.
  3. Иҙрис Сәйетғәлиев. И, газиз туган җирем! Ҡызыл таң. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2025.
  4. Награды России. Салихов Рабис Салихович. ru.nagrady.by. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2025.
  5. 1 2 3 Рабис Салихов получил медаль «За заслуги перед Отечеством». kommersant.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 сентябрь 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә