Базилевский Иван Фёдорович

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
Базилевский Иван Фёдорович
Д. П. Ознобишин (уңда) һәм И. Ф. Базилевский
Д. П. Ознобишин (уңда) һәм И. Ф. Базилевский
Тыуған көнө 27 ғинуар (7 февраль) 1791
Вафат булған көнө 22 апрель (4 май) 1878 (87 йәш)
Вафат булған урыны
Балалары Виктор Иванович Базилевский[d]
Наградалары һәм премиялары
орден Святого Владимира 2-й степени орден Святого Станислава 1-й степени орден Святого Владимира 3-й степени
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

Базилевский Иван Фёдорович (27 ғинуар (7 февраль) 1791 йыл — 22 апрель (4 май) 1878 йыл) — алтын сәнәғәте эшмәкәре, меценат, статский советник. Өфөнөң почётлы гражданы (1886).

Иван Фёдорович Базилевский Ырымбур губернаһы дворяндарынан булған Стәрлетамаҡ руханийы (һуңынан протоиерей) Фёдор Иванович Базилевский ғаиләһендә тыуған. Иван Фёдорович Өфө дини семинарияһын, ә һуңынан Ҡазан дини академияһын тамамлай, әммә атаһы юлынан бармай, үҙен коммерцияға бағышлай. Йәш сағында Петербургта ваҡ чиновник вазифаларын биләй, 1820 йылда губерна секретары була. 1821—1824 йылдарҙа Ырымбур граждандар губернаторы ҡарамағындағы секретарь вазифаһын башҡара (һуңыраҡ был вазифаны уның ағаһы Пётр биләй). Сауҙагәрлеккә күсә, шарап һатып алыу һәм тире менән сауҙа итеү менән уңышлы шөғөлләнә. Килем аҡсаһын 1845 йылда Көнсығыш Себерҙәге алтын приискыларына һала, алтын сығарыу кимәлен йылына 60 ботҡа тиклем еткерә. Ҙур байлыҡ туплай[1]. 1884 йылда руданы ваҡлау һәм унан металл сығарыу өсөн ул инженер Луговский проекты буйынса Себерҙәге «Счастливом» приискыһында «Заря» беренсе алтын сығарыу фабрикаһын төҙөй[2].


Хәйриә эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Аҡсаһына ауыл сиркәүҙәре һәм мәктәптәр төҙөй. 1802 йылда Өфө ҡала статусын ала, ләкин алыҫ тораҡ пункттар менән бәйләнеш өсөн йылға суднолары кәрәк була. Базилевский Өфө һәм Яр Саллы араһында йөрөүсе пароход «Манатура» һатып ала. 1836 йылда Өфө өйәҙ училищеһының почётлы ҡарауылсыһы булып иҫәпләнә. И. Ф. Базилевскийҙың финанс ярҙамы арҡаһында 1849 йылда Өфөлә беренсе балалар приюты асыла. Өфөлә беренсе театр төҙөүгә байтаҡ аҡса бирә. Өфөлә йөҙ ҡыҙ өсөн Ырымбур беренсе разрядлы училищеһын асыу өсөн ҡаҙнаға үҙенең бинаһын тапшыра. 1865 йылда училище Өфө Мариин ҡыҙ балалар гимназияһы итеп үҙгәртелә. Өфө диниә семинарияһының уңышлы уҡыусыларына бер нисә исемле стипендия булдыра. Пётр Рычковтың «Топография Оренбургской губернии» китабын яңынан баҫтырыуға аҡса бирә. И. Ф. Базилевскийҙың хәйриә эшмәкәрлеге Өфө, Иркутск һәм Омск ҡалаларының социаль-ижтимағи тормошоноң бөтә яҡтарын тиерлек үҙ эсенә ала[1]. Өфөнән Петербургҡа күсеп килә. 1860 йылда император ғаиләһе аҡсаһына нигеҙләнгән ярлы балалар өсөн Александр-Мариин приюты попечителе була, ғәмәлдә приютты үҙ аҡсаһына тота. Петербург балалар приюттары попечителлеге советының, Өфө ярлылар попечителлеге комитетының почётлы ағзаһы. 1862 йылда үҙенең хәйриә эшмәкәрлеге өсөн статский советник чины менән бүләкләнә[3].

Иван Базилевский 1878 йылдың 22 апрелендё вафат була, Өфөлә ерләнә. «Уфимские губернские ведомости» гәзитенең 51-се һанында некролог баҫылып сыға[3].

Ҡатыны Варвара Петровна (1807—06.09.1892), ҡыҙ фамилияһы Ознобишина. Ознобишиндар боронғо дворян нәҫеле. Варвара Петровнаның бер туған ҡустыһы, Дмитрий Петрович Ознобишин шағир, тәржемәсе, фольклорсы була. Иван Фёдорович Базилевскийҙың ун балаһы була[4]. Иван Федорович вафат булғас, уның балалары аталары башлаған хәйриә традицияларын дауам иткән. Оло улы, Федор Иванович Базилевский, Санкт-Петербургтың бөтә билдәле хәйриә йәмғиәттәренең попечителлек советтарының почётлы ағзаһы булған һәм үҙенең байлығының һәм ер биләмәләренең күп өлөшөн ҡаланың хәйриә ихтыяждарына васыят иткән[5].

  1. 1 2 Аюпов Р.. Первый олигарх, Вечерняя Уфа (13 октябрь 2013). 3 июнь 2025 тикшерелгән.
  2. Иван Базилевский, Вера. 3 июнь 2025 тикшерелгән.
  3. 1 2 Имя в нашей истории. Иван Базилев. (К 215-летию со дня рождения, Башинформ. 3 июнь 2025 тикшерелгән.
  4. Особняк золотопромышленника И. Ф. Базилевского г. Уфа (18 май 2018). 4 май 2025 тикшерелгән.
  5. Роман Марр. Памятуйте о фамилии Базилевских!, Бельские просторы (19 ғинуар 2021). 20 июнь 2025 тикшерелгән.