Фомин Николай Александрович
Фомин Николай Александрович (1923 йылдың 4 ғинуары, Баҙғыя, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Сержант, элемтәсе. Баҙғыя ете йыллыҡ мәктәбе директоры. Шаран районы мәҙәниәт бүлеге мөдире. «За ленинский путь» район гәзите мөхәррире. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1962). Шаран районының почётлы гражданы (2020)[1]. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Николай Александрович Фомин 1923 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Шаран районы Баҙғыя ауылында урта хәлле крәҫтиән ғаиләһендә тыуа. 1938 йылда Баҙғыя, 1942 йылда Шаран урта мәктәбен тамамлай. Әрме сафына саҡырылғанға тиклем Чапаев исемендәге колхозда иҫәпсе ярҙамсыһы, Баҙғыя ауыл советы башҡарма комитеты секретары булып эшләй.
Хәрби хеҙмәте
1943 йылдың мартынан[2] Ҡыҙыл Армия сафына алына һәм Бөйөк Ватан һуғышында 3-сө Украина фронтының 57-се уҡсылар корпусының 992-се айырым элемтә батальонында, 87-се уҡсылар корпусынды элемтәсе булып хеҙмәт итә[3]. Еңеү көнөн Чехословакияла ҡаршылай. Байкал аръяғы фронты ғәскәрҙәре составында япон милитаристарына ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша[1]. 1947 йылдың мартына демобилизациялана.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
Тыныс тормошта Баҙғыя ауыл советы башҡарма комитеты секретары, Баҙғыя ете йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы, директоры булып эшләй. 1951—1953 йылдарҙа Шаран район башҡарма комитетының мәҙәниәт бүлеге мөдире, «За ленинский путь» район гәзите мөхәррире була. 1953 йылдың авгусында Салмалы ете йыллыҡ мәктәбе директоры итеп тәғәйенләнә. 1954 йылдың авгусында Баҙғыя мәктәбенә уҡыу буйынса директор урынбаҫары булып ҡайта. Ошо вазифала 17 йыл эшләй. 1971—1978 йылдарҙа ошо уҡ мәктәптә директор була. Хаҡлы ялға китер алдынан 5 йыл ҡабаттан уҡыу буйынса директор урынбаҫары булып эшләй[1].
Белеме
Ситтән тороп Башҡорт дәүләт педагогия институтының тарих факультетын тамамлай (1954)[1].
Йәмәғәт эшмкәрлеге
Сиркәү архив материалдары буйынса тыуған ауылы, ауыл нигеҙләнгәндән алып хәҙергә тиклем унда йәшәгән халыҡтың шәжәрәләре тураһында бик күп китаптар яҙа[1]. 2007 йылда «Деревенька ты моя, деревенька…», 2008 йылда «Корни и крона» тип аталған китаптары сыға. 2022 йыл һуңына «Марш бросок с запада на восток» тип аталған 55-се китабын нәшер итә.
2021 йылда почётлы крайҙы өйрәнеүсе исеме бирелә[4].
2020 йылдың 13 майында Шаран районы советы ҡарары менән «Башҡортостан Республикаһы Шаран районы муниципаль районының почётлы гражданы» исеме бирелә[1].
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[5].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
- «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы (1944)[6]
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (1945)[7]
- «Японияны еңгән өсөн» миҙалы
- юбилей миҙалдары
- КПСС Өлкә комитетының Почёт грамотаһы
- Ленин Почёт грамотаһы
- БАССР Мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1962)
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 6 Фомин Николай Александрович. 2020. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
- ↑ Сведения о личном составе
- ↑ Сводная информация
- ↑ 100 лет со дня рождения Фомина Николая Александровича. 2023. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Фомину Н. А. (Тикшерелеү көнө: 27 май 2025)
- ↑ Фомин Николай Александрович. Медаль «За боевые заслуги»
- ↑ Документы о награждении
Һылтанмалар
- Фомин Николай Александрович (Тикшерелеү көнө: 27 май 2025)
- Фомин Николай Александрович (Тикшерелеү көнө: 27 май 2025)
- 100 лет со дня рождения Фомина Николая Александровича. 2023. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
- «Повод гордиться»: герой Великой Отечественной войны из Уфы Николай Фомин. ИА «Башинформ», 7 июня 2025 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 7 июнь 2025)