Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы

Рәшит Ғәзиз улы Баҙыҡов (рус. Рашит Газизович Бадыков ; 1932 йылдың 20 июле, Митрәй-Әйүп, Башҡорт АССР-ы2025 йылдың 2 сентябре, Өфө) — онколог-табип-ғалим. 1960 йылдан Республика клиник онкология диспансеры табибы, 1966 йылдан — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1968—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР‑ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш онкологы. Медицина фәндәре докторы (2000). РСФСР‑ҙың (1985) һəм Башҡорт АССР‑ының (1975) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1973). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев (2012) ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1994).

Биографияһы

Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы 1932 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ы Саҡмағош районының (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Митрәй-Әйүп ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуа[1].

1942 йылда, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда, ун йәшендә урындағы колхозда хеҙмәт эшмәкәрлеген башлай, өлкәндәр менән бер рәттән эшләй[2].

1950 йылда, урта белем алғандан һуң, Башҡорт дәүләт медицина институтына уҡырға инә һәм уны 1956 йылда тамамлай. 1956—1960 йылдарҙа Туймазы районының Ҡандра участка дауаханаһында хирург-табип булып эшләй. 1960—1962 йылдарҙа Башҡорт дәүләт медицина институтының Дөйөм хирургия кафедраһында клиник ординатурала уҡый.

1962 йылдан — хирург-онколог, 1966 йылдан — Республика онкология диспансерында дөйөм онкология хирургияһы бүлеге мөдире[1]. 1968 йылдан дөйөм онкологияның хирургия бүлеге базаһында торакальный онкология бүлексәһен ойоштора. Уның Н. Н. Блохин исемендәге рнкология ғилми-тикшеренеү үҙәге һәм П. А. Герцен исемендәге Мәскәү Ғилми-тикшеренеү онкология институттары менән хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһендә бүлексә артабан илдә халыҡҡа юғары квалификациялы онкологик ярҙам күрһәтеү буйынса алдынғы була. Торакаль онкология бүлеге мөдире вазифаһында оҙаҡ йылдар эшләү дәүерендә 13 меңдән ашыу ҡатмарлы операция яһай. 1968 йылда уға Башҡорт АССР-ында иң беренсе юғары категориялы хирург-онколог квалификацияһы бирелә[2].

1975 йылдан — медицина фәндәре кандидаты, 2000 йылдан — медицина фәндәре докторы. Онкология хирургияһы буйынса 160-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы[2].

1975 йылда «Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы»[2], 1986 йылда — «РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы» исеменә лайыҡ була[3].

1994 йылдан — Өфө ҡалаһының почётлы гражданы[2].

Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы 2025 йылдың 2 сентябрендә, 94 йәшендә вафат булды[4][5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1986)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған табибы (1975)
  • Рәсәйҙең Дуҫлыҡ ордены (22.05.2000[6])
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн»
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы
  • «Владимир Ильич Лениндың тыуыуына 100 йыл» миҙалы
  • Салауат Юлаев ордены (2012)
  • Өфө ҡалаһының почетлы гражданы (1994)

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 Г. Ҡ. Ҡунафина. Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы (башҡ.). «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы (10 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 февраль 2026. (баш.)
  2. 1 2 3 4 5 Бадыков, Рашит Газизович. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июль 2020.
  3. Указ Президиума Верховного Совета РСФСР от 30 декабря 1986 года
  4. В Башкирии ушёл из жизни знаменитый хирург-онколог Рашит Бадыков (3 сентябрь 2025). 5 февраль 2026 тикшерелгән.
  5. В Уфе ушёл из жизни выдающийся хирург-онколог Рашит Бадыков (3 сентябрь 2025). 5 февраль 2026 тикшерелгән.
  6. Указ Президента России от 22 мая 2000 года № 930

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә