«Хеҙмәт ветераны» миҙалы

РУВИКИ — интернет энциклопедия мәғлүмәте
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы
рус. Ветеран труда
Дәүләт
Уровень ниже «СССР-ҙың Ҡораллы Көстәре ветераны» миҙалы[d]
Нигеҙләү датаһы 18 ғинуар 1974
Һаны 39 197 100
Изображение орденской планки
Изображение изнанки
Рәсем
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән томпак[d]
Уровень выше «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында күрһәткән фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалы
Лауреаттар категорияһы Категория:«Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
Логотип РУВИКИ.Медиа РУВИКИ.Медиа файлдары

«Хеҙмәт ветераны»  миҙалы — СССР-ҙың дәүләт наградаһы.

СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1974 йылдың 18 ғинуарындағы указға ярашлы булдырыла.  Миҙал проекты авторы — рәссам С. А. Поманский.

Миҙал тураһындағы Положение

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән ауыл хужалығында, халыҡ хужалығында, фән, мәҙәниәт, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә, дәүләт учреждениеларында һәм йәмәғәт ойошмаларында күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн — хеҙмәтсәндәр, шулай уҡ  выслуга йәки ҡартлыҡ буйынса пенсия тәғәйенләү өсөн эш стажы тулыу айҡанлы хеҙмәт ҡаҙаныштарын таныу йөҙөнән  эшселәр, колхозсылар һәм хеҙмәткәрҙәр бүләкләнгән.  Шулай уҡ миҙал менән Бөйөк Ватан һуғышы осоронда заводтарҙа эшләгән бәлиғ булмағандар бүләкләгәндәр.

Миҙал «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәт өсөн» миҙалынан һуң күкрәктең һул яғында йөрөтөлә.

1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән  яҡынса 39 197 100 кеше бүләкләнгән.

Миҙалдың һүрәтленеше

[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

«Хеҙмәт ветераны» миҙалы  томпактан эшләнә, көмөшкә һылатылған, 34 мм диаметрлы теүәл түңәрәк формаһында.

Миҙалдың алғы яғында таралышҡан нурҙар фонында  «СССР» тигән ҡабарынҡы яҙыу, лавр ботағы, ураҡ һәм сүкеш рельефлы һүрәте урынлаштырылған. Миҙалдың аҫҡы өлөшөндә таҫманың контурлы һүрәте әйләнә «ВЕТЕРАН ТРУДА» тип яҙылған. Миҙалдың алғы яғы оксидатланған.

Миҙалдың артҡы яғында  тоноҡ яҡты фонда  дүрт юл менән «КҮП ЙЫЛЛЫҠ НАМЫҪЛЫ ХЕҘМӘТ ӨСӨН» тигән рельефлы яҙыу урынлашҡан.

Миҙалдың ситтәре буртик менән уратылған.

Миҙал элмәк һәм дүңгәләк менән биш мөйөшлө калыпҡа тоташтырыла.  24 мм киңлектәге ҡалып 7 миллиметрлыҡ ҡарағусҡыл,  8 миллиметрлыҡ буҙ  һәм өс аралаштырылған тар аҡ һәм ҡыҙыл төҫтәге ебәк муар таҫмаһы менән уратылған. Таҫманың ситтәре тар аҡ һыҙаттар менән ҡаймаланған.

  • Хеҙмәт ветераны (исем)
  • Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 202—203. — ISBN 5-7062-0111-0.
  • Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 57—58.