«Алтын Йондоҙ» миҙалы (СССР)
«Алтын Йондоҙ» миҙалы (рус. Медаль «Золотая Звезда» (СССР)) — Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған кешеләрҙе айырыу билдәһе. 1939 йылдың 1 авгусында булдырыла. Миҙал менән бер үк ваҡытта СССР-ҙың юғары ордены — Ленин ордены — тапшырыла.
Тарихы
Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булғандарға махсус миҙал булдырыу идеяһын ВКП(б) Үҙәк Комитеты секретары И. В. Сталин тәҡдим итә. СССР-ҙың күкрәккә тағыла торған билдәһенең варианттарын әҙерләү совет архитекторы М. И. Мержановҡа йөкмәтелә; формаһы буйынса иң ҡулайлыһы тип Сталин алтын йондоҙ формаһын күҙаллай. Һөҙөмтәлә Мержанов бер нисә вариант эшләй, әммә Сталин тәҡдим иткән вариант композицияның нигеҙе булып ҡала. Варианттар араһында түңәрәк лавр тажы эсендәге йондоҙ, Кремль диуары фрагментындағы йондоҙ һәм үҙәктә — Мавзолей варианттары була. Советтар Союзы Геройы лётчик Михаил Громовтың кәңәше буйынса, Мержанов тағы ла бер тапҡыр йондоҙ һыҙмаһын эшләп ҡарай, ул башҡалары менән сағыштырғанда Сталин күҙаллаған награданың тышҡы күренешенә тап килә. Сталин нәҡ ошо һыҙманы һайлап ала. Награданың проектын аҙағына тиклем еткереү Госзнактың баш рәссамы И. Дубасовҡа йөкмәтелә.
Миҙал СССР Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 1 авгусындағы «Советтар Союзы Геройҙары өсөн өҫтәмә отличие билдәләре тураһында» указына ярашлы юғары дәрәжәләге отличиеға — «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡлы граждандар өсөн булдырыла.[1]. Башта Указға ярашлы миҙалдың атамаһы ла «Советтар Союзы Геройы» була, ул миҙалдың алғы яғында яҙыла, әммә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 16 октябрендәге указына ярашлы 1 августағы Указдың 2-4-се статьяларына үҙгәрештәр индерелә; артабан миҙал «Алтын Йондоҙ» миҙалы тип исемләнә башлай.
1939 йылдың 4 ноябрендә 1 һанлы миҙал, Советтар Союзы Геройы юғары исеменә 1934 йылда уҡ лайыҡ булған осоусы А. В. Ляпидевскийға тапшырыла.
Миҙалдың тасуирламаһы
Миҙалдың тасуирламаһы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 16 октябрендәге Указында раҫлана. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге Указы менән уға үҙгәрештәр индерелә. Указда түбәндәгеләр яҙыла:
|
Миҙал 950-се пробалы алтындан эшләнгән[2]. Йондоҙ остарының араһы — 28,5 мм. Миҙалдың ҡалыбы көмөштән. 1975 йылдың 18 сентябренә ҡарата миҙалда алтындың күләме — 20,521±0,903 грамм, көмөш күләме 12,186±0,927 грамм була. Миҙалдың ҡалыпһыҙ ауырлығы: 21,5 грамм, дөйөм ауырлығы: 34,264±1,5 грамм.
1939 йылдың 1 авгусындағы указға ярашлы, «СС Геройы» («Советтар Союзы Геройы») тигән яҙыу ҡаралған була, әммә 16 октябрҙәге указға ярашлы, сәйәси хәлдәр менән бәйле («СС» һүҙҙәр бәйләнеше СС нацист отрядтары менән ассоциациялана), миҙалдың артҡы яғындағы яҙыу «СССР Геройы» («Советтар Союзы Геройы») тип үҙгәртелә[3].
Миҙал ҡалыпҡа элмәк һәм сыңға менән алтын ялатылған ҡалыпҡа беркетелә; миҙалдың ҡалыбы бейеклеге — 15, киңлеге 19,5 миллиметр булған көмөш тура мөйөшлө пластинанан ғибәрәт, уның өҫкө һәм аҫтағы өлөштәрендә рамдар бар. Ҡалыптың нигеҙе буйлап үтәләй тишектәр эшләнгән, уның эске өлөшө 20 миллиметр киңлектәге ҡыҙыл төҫлө ебәк муар таҫма менән ҡаймаланған. Артҡы яғында миҙалды кейемгә беркетеү өсөн гайкалы һырлы штифт бар. Ҡалыптың ауырлығы яҡынса 13 грамм.
«Алтын Йондоҙ» миҙалын әҙерләү буйынса бер нисә вариант билдәле:
- Арауыҡ звеноһы булмаған 15×25 миллиметрлы тура мөйөшлө ҡалып. Миҙал ҡалыпҡа ҡаты сыңға аша беркетелә. 1943 йылдың октябренә тиклем тапшырыла.
- Арауыҡ звеноһы булған 15×19,5 миллиметрлы ҡалып.
- Реверсында II рим цифры һәм һаны. Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройҙарын бүләкләү өсөн.
- Реверсында III рим цифры һәм һаны. Өс тапҡыр Советтар Союзы Геройҙарын бүләкләү өсөн.
- Реверсында IV рим цифры һәм һаны. Дүрт тапҡыр Советтар Союзы Геройҙарын бүләкләү өсөн.
- Миҙал кисерерлек сәбәптәр арҡаһында юғалған осраҡта (һуғыш ваҡытында), реверсында Д хәрефле һәм юғалған награданың элекке номеры менән дубликат тапшырылған.
Бүләкләү статистикаһы
- Бөйөк Ватан һуғышы башланыу ваҡытына, 1941 йылдың 22 июненә ҡарата, «Алтын Йондоҙ» миҙалына 626 кеше лайыҡ булған. Һуғыш йылдарында 11144 кеше миҙал менән бүләкләнә. Бүләкләү тарихында барыһы 12776 кешегә миҙал тапшырыла, шул иҫәптән Корея һуғышында ҡатнашыусылар (1950—1953 йылдар) — 22, Афғанстан (1979—1989 йылдар) һуғышы өсөн 86 кеше бүләкләнгән.
- Ике тапҡыр «Алтын Йондоҙ» миҙалына 154 кеше лайыҡ була, шул иҫәптән Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтары өсөн — 11 кеше. Һуғыштан һуңғы осорҙа ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеме башлыса йыһангирҙарға бирелә.
- Өс тапҡыр «Алтын Йондоҙ» миҙалына ике осоусы лайыҡ була — авиация маршалдары И. Н. Кожедуб менән А. И. Покрышкин, шулай уҡ Советтар Союзы Маршалы С. М. Буденный.
- Дүрт тапҡыр «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән Советтар Союзы Маршалы Г. К. Жуков һәм КПСС-тың Үҙәк Комитетының Генераль секретары, Советтар Союзы Маршалы Л. И. Брежнев лайыҡ була.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Ведомости Верховного Совета СССР, 1939, № 28; № 35
- ↑ Ордена и медали СССР. promedali.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2026. 2009 йылдың 1 февраль көнөндә архивланған.
- ↑ Станислав Сергеев. Гори, гори, моя звезда! Газета «Известия» (16 октябрь 2006). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 13 май 2026. Архивировано 25 март 2016 года.
Әҙәбиәт
- Изотова М. А., Царёва Т. Б. Глава 5. Советская наградная система // Ордена и медали России и СССР / редакторы к.и.н. Хомутова Е., Рублёв С.. — Ростов-на-Дону: Владис, 2010. — С. 395. — ISBN 978-5-9567-0960-3.
- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 45—48. — 301 с. — 3000 экз. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 15—18, 55.