«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы | |||
---|---|---|---|
рус. Медаль "За трудовое отличие" | |||
|
|||
Ил |
![]() |
||
Төр | миҙал | ||
Статус | тапшырылмай | ||
Статистика | |||
Беренсе бүләкләү | 15 ғинуар 1939 йыл | ||
Бүләкләнгәндәр иҫәбе | 2 146 400-ҙән артыҡ | ||
Сиратлылыҡ | |||
Өлкәнерәк награда | «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы | ||
Кесерәк награда | Юбилейная медаль «За доблестный труд (За воинскую доблесть). В ознаменование 100-летия со дня рождения Владимира Ильича Ленина» | ||
![]() |
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы (рус. медаль «За трудовое отличие» СССР Юғары Советы Президиумының 1938 йылдың 27 декабрендәге «”Өлгөлө хеҙмәт өсөн” миҙалын булдырыу тураһында»ғы Указы менән булдырыла.
Артабан миҙалдың тасуирламаһына СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге Указы менән, ә «Миҙал тураһындағы положение»ға СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 16 декабрендәге Указы менән үҙгәрештәр индерелә.
СССР Юғары Советы Президиумының 1980 йылдың 28 мартындағы Указы менән «Миҙал тураһында положение» яңы редакцияла раҫлана.
Миҙал тарихы
«Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы — Советтар Союзының тәүге миҙалдарының береһе. Ул хеҙмәт ҡаҙаныштары өсөн бүләкләүгә тәғәйенләнгән һәм һуғышҡа тиклем булдырылған ике совет миҙалының «кесеһе». «Өлкәне» — «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы (рус. Медаль «За трудовую доблесть». Уларҙың хәрби аналогтары ла бар: «Батырлыҡ өсөн» (рус. «За отвагу») миҙалы һәм «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» рус. «За боевые заслуги» миҙалы.
Миҙал проектының авторы рәссам Иван Иванович Дубасов.
СССР Юғары Советы Президиумының «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән бүләкләү тураһындағы беренсе Указына 1939 йылдың 15 ғинуарында ҡул ҡуйыла.
Һуғышҡа тиклемге йылдарҙа был миҙал менән бөтәһе 11 меңдән ашыу, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында — 44 меңдән ашыу хеҙмәт алдынғыһы бүләкләнә.
Миҙалды йөрөтөү ҡағиҙәләре, таҫманың төҫө һәм уны награда ҡалыптарына урынлаштырыу СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге «СССР ордендары һәм миҙалдарына таҫмаларҙы раҫлау һәм тасуирлау тураһында» Указы менән билдәләнә [1].
Миҙал менән бүләкләү СССР Юғары Советы Президиумы Указ нигеҙендә генә була.
1995 йылдың 1 ғинуарына «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалын яҡынса 2 146 400 хеҙмәткәр ала.
Таджик ССР-ының Канибадам районы «Москва» колхозының 1943—1956 йылдарҙағы бригадиры Энаджон Бойматова «Өлгөлө хеҙмәт өсөн» миҙалы менән биш тапҡыр (29.12.1946, 17.01.1947, 17.12.1949, 21.07.1950, 17.04.1954) бүләкләнә[2].
Миҙал тураһында положение
«Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы удар хеҙмәт күрһәткән, эштә юғары күрһәткестәргә өлгәшкәндәрҙе бүләкләү маҡсатында булдырыла.
Уның менән эшселәр, колхозсылар, халыҡ хужалығы белгестәре, фән, мәҙәниәт, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре һәм СССР-ҙың башҡа граждандары бүләкләнә. Миҙал менән шулай уҡ СССР гражданы булмағандар ҙа бүләкләнә алған.
«Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы:
- хеҙмәт етештереүсәнлеген арттырыуға һәм продукция сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ иткән удар эш, социалистик ярышта уңыштар өсөн;
- халыҡ хужалығының мөһим объекттарын төҙөүгә, реконструкциялауға индергән хеҙмәт өлөшө өсөн;
- ҡиммәтле уйлап табыуҙар һәм рационализаторлыҡ тәҡдимдәре өсөн;
- фән, мәҙәниәт, әҙәбиәт, сәнғәт, халыҡ мәғарифы, һаулыҡ һаҡлау, сауҙа, йәмәғәт туҡланыуы, торлаҡ-коммуналь хужалығы, халыҡты көнкүреш хеҙмәтләндереү, хеҙмәт эшмәкәрлегенең башҡа тармаҡтарында уңышлы эшләгән өсөн;
- йәштәрҙе коммунистик тәрбиәләү һәм профессиональ йәһәттән әҙерләү буйынса әүҙем эш, дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрлегендә уңыштары өсөн;
- физик культура һәм спорт өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн бирелә.
«Хеҙмәт отличиеһы өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм СССР-ҙың башҡа миҙалдары булған осраҡта «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалынан һуң тағыла.
Миҙалдың тасуирламаһы
Фотографии
Иҫкәрмәләр
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР «Об утверждении образцов и описание лент к орденам и медалям СССР и Правил ношения орденов, медалей, орденских лент и знаков отличия» от 19 июня 1943 года // Ведомости Верховного Совета Союза Советских Социалистических Республик : газета. — 1943. — 23 июнь (№ 23 (229)). — С. 1 – 2.
- ↑ Бойматова Энаджон // Герои страны . Дата обращения: 15 октябрь 2017. Архивировано 10 апрель 2018 года.
Әҙәбиәт
- Володин А. Н., Мерлай Н. М. Медали СССР. — СПб.: Печатный двор, 1997. — С. 41—44. — 301 с. — 3000 экз. — ISBN 5-7062-0111-0.
- Колесников Г. А., Рожков А. М. Ордена и медали СССР. — Мн.: Народная асвета, 1986. — С. 56—57.
- Ордена и медали СССР / Сост. Г. И. Гребенникова, Р. С. Каткова. — М.: Планета, 1982.