Егоров Владимир Иванович
Владимир Иванович Егоров (1929 йылдың 30 сентябре, Орёл, Үҙәк-Ҡара тупраҡлы өлкә[d] — 2025 йылдың 20 ноябре, Өфө) — тимер юлсы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. 2022—2024 йылдарҙа Мәскәүҙә Еңеү парадында ҡатнашыусы. Почётлы тимер юлсы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Егоров Владимир Иванович 1929 йылдың 30 сентябрендә Орёл өлкәһенең Орёл ҡалаһында тыуа. 5-се синыфты тамамлағанда Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Атаһы фронтҡа китә, әсәһе менән һеңлеһе эвакуациялана, ә малай апаһында ҡала.
Ҡала оккупацияланғас, Владимир малайҙар менән төрлө йөк тейәлгән тимер юлы составтары тураһында мәғлүмәтте өлкәндәргә, улары артабан партизандарға еткерә. Бигерәк тә йәшерен рәүештә Курск йүнәлешендә яңы танк техникаһы ташылыуы тураһындағы мәғлүмәт ҡиммәтле була.
1944 йылда әсәһенең вафат булыуы тураһында хәбәр ала һәм 8 һанлы НКПС/ОРКП-9 махсус резерв паровоздар колоннаһында замполит булып хеҙмәт иткән атаһын эҙләп табырға ҡарар итә. Атаһын тапҡас, колоннала паровоз кочегары булып ҡала.
1944 йылдың октябренән поезд бригадаһы составында фронтҡа махсус йөк, нигеҙҙә хәрби техника ташый[1].
1945 йылдың ғинуарынан бронепоезд составында Кёнигсберг, Тильзит һәм Пиллауҙы азат итеү алыштарында ҡатнаша. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң атаһы менән Сызрангә йүнәлтелә, унда Алыҫ Көнсығышҡа, Япония менән һуғышҡа хәрби техника ташый[1].
1949 йылдың ноябренән 1952 йылдың ноябренә тиклем Ҡораллы Көстәр сафында Алыҫ Көнсығышта диңгеҙ яры буйы һағында хеҙмәт итә. Оҙаҡ йылдар тимер юлында эшләй, тәүҙә электровоз ярҙамсыһы була, һуңынан — машинист[1].
1956 йылдан Дим станцияһында эшләй[1].
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[2].
Ветеран 2025 йылдың 20 ноябрендә Өфөлә вафат була[3].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
Дим районының йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнаша. 2022—2024 йылдарҙа 9 майҙа Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда уҙғарылған Еңеү парадында ҡатнаша.
Ғаиләһе
Тормош иптәше Екатерина Ивановнна менән бер ул үҫтерә. Ике ейәнгә, ике бүләгә олатай[4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- СССР Тимер юлы министрлығының исемле алтын сәғәте;
- ВЦСПС-тың Почёт грамотаһы;
- «Почётлы тимер юлсы» билдәһе;
- «Кёнигсбергты азат иткән өсөн» миҙалы;
- «Германияны еңгән өсөн» миҙалы[1].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 3 4 5 Альфия Аглиуллина. Ветеран из Уфы празднует свой 95-летний юбилей. ИА "Башинформ" (30 сентябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2025.
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Егорову В. И. Официальный сайт совета ГО г.Уфа (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 июнь 2025.
- ↑ Инсаф Хужабирганов. В Уфе простятся с ветераном Великой Отечественной войны Владимиром Егоровым. ИА «Башинформ» (21 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 ноябрь 2025. (рус.)
- ↑ "Мы знали, что победим и уверенно шли к цели". Дёмский район Уфы (17 июнь 2023). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 июнь 2025.
Һылтанмалар
- Официальный сайт совета ГО г.Уфа. Егоров Владимир Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2025)
- Дёмский район Уфы. Страница в ВК. Ветеран Великой Отечественной войны Владимир Егоров: «Мы знали, что победим и уверенно шли к цели» (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2025)
- Журнал «Ветеран Башкортостана», официальный сайт. Уфимские ветераны отправились на Парад Победы в Москву (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2025)
- «История от первого лица» – интерактивный интернет-портал. Егоров Владимир Иванович (рус.) (Тикшерелеү көнө: 21 ноябрь 2025)