Дим (станция)
Дим | |
Хөрмәтенә аталған | Дим (йылға) |
---|---|
Дәүләт | |
Административ-территориаль берәмек | Дим районы |
Код станции | 650005 |
Хужаһы | Куйбышев тимер юлы |
Нигеҙләү датаһы | 1887 |
Рәсми асылған ваҡыты | 1899 |
Тимер юл һыҙаты | Чишмы —Дёма[d], Дёма — Черниковка[d], Дёма — Карламан[d] и Дёма — Иглино[d] |
Киләһе туҡталыш | 1606 км[d], Ағиҙел йылғаһының һул яғы, Дёма-Южная[d] и Иглино[d] |
Дим — Өфө ҡалаһының Дим районындағы, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәгендә Көнбайыш йүнәлешендәге тимер юл станцияһы. Исемен Дим йылғаһына яҡын ятыуы менән бәйле алған.
Станция Өфө тимер юл узелының үҙәк һәм сорттарға айырыу тимер юл станцияһы булып тора. Ошонан Силәбе, Магнитогорск, Ырымбур, Һамар, Ульяновск йүнәлештәрендә юлдар китә.
Станцияла ҙур Дим локомотив депоһы урынлашҡан, ул бөтә Куйбышев тимер юлының локомотив сүп-сарын йыйыу һәм утилләштереү урыны булып тора.
Өфө ҡала электричкаһы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Бында Дим — Шаҡша ҡала электропоезының маршруты башлана[1]. Электропоезд көнөнә өс тапҡыр йөрөй: иртән Шаҡшаға бер поезд һәм кисен Шаҡшаға ике поезд.
26 февралдә станцияла реконструкцияланған пассажирҙар платформаһын асыу тантанаһы үтә, пассажирҙар платформаһы ҡала яны поездарын ҡабул итә. Яңы бейек 248 метрлыҡ платформа көтөү залы, япма, мәғлүмәт таблоһы һәм эскәмйәләр менән йыһазландырылған. Касса павильонында билет һатып алыу өсөн терминалдар һәм биш турникет ҡуйылған.
Өфөнән Раевкаға юлланыусы электропоездар маршрутында был берҙән-бер турникеттары булған һәм беренсе бейек пассажирҙар платформаһы булған станция.
Станциянан алыҫ араға йөрөүсе маршруттар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
2017 йылдың декабренә ҡарата станция аша алыҫ араға түбәндәге поездар йөрөй:
№ поезд | Хәрәкәт маршрутын | № поезд | Хәрәкәт маршрутын |
---|---|---|---|
39 «Башҡортостан» | Өфө — Мәскәү | 40 «Башкортостан» | Мәскәү — Өфө |
115 | Өфө — Мәскәү | 116 | Мәскәү — Өфө |
347 | Өфө — Санкт-Петербург | 348 | Санкт-Петербург — Өфө |
391 | Силәбе — Мәскәү | 392 | Мәскәү — Силәбе |
609 | Өфө — Ульяновск | 610 | Ульяновск — Өфө |
675 | Өфө — Сибай | 676 | Сибай — Өфө |