Куприянов Иван Александрович

Куприянов Иван Александрович (1927 йылдың 16 июле, Осоргин, Әлшәй районы) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Старшина. Умартасы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Иван Александрович Куприянов 1927 йылдың 16 июлендә Башҡорт АССР-ының Әлшәй районы Осоргин ауылында тыуа.

Хәрби хеҙмәте

1944 йылдың декабрендә 17 йәшлек егет Совет Армияһы сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла, 14-се зенит артиллерия полкында хеҙмәт итә. Күнекмәләрҙән һуң орудие командиры була. Дивизия ойошторолоп бөткәс, фронтҡа китә. Алғы һыҙыҡҡа ингәндә яралана.

Яраларынан дауаланғандан һуң, уҡырға йүнәлтелә һәм 1947 йылда 193-сө уҡсылар дивизияһының уҡсылар отделениеһы командиры була. Уҡсылар ротаһы старшинаһы дәрәжәһендә көньяҡ сиккә, Үзбәкстанға хеҙмәт итергә ебәрелә. Унда умартасы һөнәренә уҡый һәм көньяҡ сик буйында умарталыҡ ойоштора.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

1951 йылдың мартында демобилизацияланғандан һуң Өфө депоһына паровоз кочегары булып урынлаша. 1982 йылда тепловоз машинисы вазифаһынан хаҡлы Ялға сыға. Әлегә тиклем тыуған ауылында умартасылыҡ менән шөғөлләнә.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[1].

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән ике бала тәрбиәләп үҫтерә, 4 ейән-ейәнсәре, 5 бүлә-бүләсәре бар[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025)
• «Совет Армияһына һәм флотына 30 йыл» миҙалы.

Тема буйынса өҫтәмә