Видинеев Василий Ильич
Видинеев Василий Ильич (билдәһеҙ, Минзәлә, Өфө губернаһы — 15 ғинуар 1903 йыл, Өфө, Өфө губернаһы) — 1-се гильдия сауҙагәре[1], меценат[2], заводсы, сәнәғәтсе[3], ер биләүсе, Өфөнөң нәҫелдән килгән Почётлы гражданы[4].
Өфө ҡатын-ҡыҙҙар приюты попечителе, Өфө губерна балалар приюттары попечителлегенең почётлы ағзаһы, Өфө губерна төрмәләр буйынса попечителлек комитеты директоры. 1912 йылда балалар приюты директоры булараҡ, «Рәсәйҙең хәйриә учреждениелары» китабына[5] ингән.
Өфөләге биналары һаҡланып ҡалған ике шарап ҡыуыу (Өфө[6] һәм Видинеев) һәм бер һыра ҡайнатыу[7] заводтары, шулай уҡ — Бәләбәй өйәҙендәге Екатерина шарап ҡыуыу, Минзәлә һыра-бал ҡайнатыу заводтары, Ҡунаҡһарайҙа өс сауҙа лавкаһы һәм Өфөлә, Бәләбәйҙә, Бөрөлә, Минзәләлә шарап лавкалары хужаһы була. Шулай уҡ Стәрлетамаҡ өйәҙенең Архангел улысында 3687 дисәтинә ергә һәм Бәләбәй өйәҙендә Маты утарына (хәҙер — Иҫке Маты ауылы) эйә була.
Биографияһы
Тыуған яҡты өйрәнеүсе Зинаида Ивановна һәм Георгий Федорович Гудковтар билдәләүенсә, Видинеевтың атаһы Һамар губернаһының Бөгөлмә өйәҙендәге Федор Степанович Мертвагоның крепостнойы, артабан уның приказчигы була[7].
1863 йылда Видинеев меценат һәм сауҙагәр Александр Кондратьевич Блохиндан (йәки Николай Кондратьевич Блохиндан) «Баварское», «Столовое», «Экспорт» һәм «Мартовское» һыраларын сығарған Видинеев һыра ҡайнатыу заводын һатып ала (хәҙер — Өфө эластомер материалдар, әйберҙәр һәм конструкциялар заводы бинаһы).
1888 йылдың авгусында Видинеев сауҙагәр Михаил Васильевич Пупышевтың[7][8] тол ҡатынынан Күгәрсен биҫтәһендәге Блохиндар (Аксаковтар) усадьбаһын[9] шарап ҡыуыу заводы, аҙаҡ Видинеев баҡсаһы тип атала башлаған ҡала йәмәғәт баҡсаһы (әле — С. Т. Аксаков исемендәге баҡса)[10], 1894 йылда урынында яңы бина — 794 урынлыҡ Видинеев йәйге театры төҙөгән йәйге театр менән[11][12][13][14][15][16], 1895 йылда унда актриса Александра Александровна Яблочкина[17] һәм актёр Федор Петрович Горев уйнай, бергә һатып ала.
1898 йылда ҡыҙҙар өсөн приют директоры була[18]. 1890 йылдар аҙағында Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы[19] төҙөлөшө өсөн аҡса бирә. 1900 йылдар башында Аксаков халыҡ йорто төҙөлөшөнә 5000 һум тапшыра.
1900 йылда Видинеев тарафынан Видинеевтың килем йорто[20] төҙөлә, хәҙер — Карл Маркс урамы, 15 адресы буйынса кирбес стилендәге емерелә барған архитектура ҡомартҡыһы[21][22][23][24][25][26], унда П. В. Андриановтың күмәсханаһы[27]; «Рәсәй» страховкалау йәмғиәте; «Петергоф» ҡунаҡханаһы; Хеҙмәт биржаһы; Себер банкыһы бүлексәһе; Етемдәр суды[28] урынлаша. Уның шулай уҡ Алабуғалағы[29] сауҙа йорто ла булған.
1903 йылда вафат була, Сергей зыяратында ерләнгән[30].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Промышленники и купцы. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 25 ноябрь 2021 года.
- ↑ ВИДИНЕЕВ Василий Ильич. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021.
- ↑ №10.2019. Маргарита Агеева. Пивоваренный и винно-водочный заводы Василия Видинеева. bp.rbsmi.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021.
- ↑ Почётные граждане г.Уфы. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021.
- ↑ Благотворительные учреждения России. — 1912. Архивная копия от 15 июль 2021 на Wayback Machine
- ↑ «Золотой век» - Уфа от А до Я (билдәһеҙ). Посреди России (24 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 7 март 2021 года.
- ↑ 1 2 3 "УФА" :: Ежемесячный столичный журнал. www.journal-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 19 ғинуар 2021 года.
- ↑ Сад имени С. Т. Аксакова — Уфа, ул. Пушкина, д. 112. Подробная информация о парке: расписание, фото, адрес и т. д. на официальном сайте Культура.РФ. Культура.РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021.
- ↑ Каталог объектов. www.qr-ufa.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 25 октябрь 2020 года.
- ↑ САД им. С.Т.АКСАКОВА (Уфа). bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021.
- ↑ Видинеевский театр - Уфа от А до Я (билдәһеҙ). Посреди России (24 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 7 октябрь 2021 года.
- ↑ История первых театров Уфы - «Уфимская мозаика»: краеведческий портал библиотек Уфы. mozaika.ufa-lib.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 2 декабрь 2020 года.
- ↑ Уфа. Видинеевский театр и сад | Деревянное кружево России (билдәһеҙ). woodenrussia.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 25 ғинуар 2021 года.
- ↑ Гусь лапчатый и другие лица. "Уфимские Ведомости" | Общественно-политическая газета. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 18 май 2021 года.
- ↑ Елена Константиновна Карпова. Из Музыкальной Жизни Уфы Конца Xix - Начала Xx Века. — "Наука и Просвещение" (ИП Гуляев Г.Ю.), 2021. — С. 184–186.
- ↑ ТЕАТРАЛЬНАЯ ЖИЗНЬ УФЫ XIX в. (билдәһеҙ). Посреди России (24 ноябрь 2012). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021.
- ↑ Театр, где играла актриса Александра Яблочкина, восстановят в Уфе (билдәһеҙ). teatral-online.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 10 октябрь 2016 года.
- ↑ Владимир Николаевич Буравцов. О детских учреждениях дореволюционной Уфы (Из фондов Музея истории развития образования Республики Башкортостан) // Педагогический Журнал Башкортостана. — 2007. — Вып. 1 (8). — ISSN 1817-3292.
- ↑ Мариинская женская гимназия - Уфа от А до Я (билдәһеҙ). Посреди России (13 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 23 апрель 2021 года.
- ↑ Видинеева (Видинеевский) доходный дом - Уфа от А до Я (билдәһеҙ). Посреди России (24 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 24 сентябрь 2020 года.
- ↑ Райсуд Уфы обязал владельцев отреставрировать горевший Дом Видинеева. www.kommersant.ru (9 июнь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 7 ғинуар 2022 года.
- ↑ Ночная историческая прогулка в Уфе: Что стало с Видинеевским домом. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 21 октябрь 2020 года.
- ↑ Дрова с историей: почему в Уфе так охотно горят старинные здания. mkset.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 25 июнь 2021 года.
- ↑ Доходный дом Видинеева в Уфе история особняка — Реальное время. realnoevremya.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 8 ғинуар 2022 года.
- ↑ Ирина Владимировна Нигматуллина. Архитектурные Памятники Города Уфы // Молодежный Вестник Иргту. — 2012. — Вып. 4.
- ↑ Последствия пожара "Дома Видинеева" в Уфе (ингл.). UTV. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021.
- ↑ Михаил Игоревич Роднов. Пространство хлебного рынка. — Издательство ДизайнПресс.
- ↑ Уфа. Год 1903-й. ufa-trakt.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 30 ноябрь 2020 года.
- ↑ Дарья Александровна Козлова. Торговые Дома В Социально-Экономическом Пространстве Камско-Вятского Региона. — Федеральное государственное бюджетное учреждение науки "Удмуртский федеральный исследовательский центр Уральского отделения Российской академии наук", 2018. — С. 215–222.
- ↑ Сергиевское кладбище - Уфа от А до Я (билдәһеҙ). Посреди России (21 февраль 2013). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 26 март 2021. Архивировано 15 июль 2021 года.
Әҙәбиәт
- Гудков Г. Ф., Гудкова З. И. С. Т. Аксаков. Семья и окружение: краеведч. очерки. Архивная копия от 7 ғинуар 2022 на Wayback Machine — Уфа, 1991.
- Григоренко Л. Ф. Василий Ильич Видинеев // Уфа: страницы истории. Кн. 2 Архивная копия от 7 ғинуар 2022 на Wayback Machine / сост. М. В. Агеева. — Уфа: Инеш, 2014. — С. 130—132.