Лобанов Родион Григорьевич

Лобанов Родион Григорьевич (1925 йылдың 26 сентябре, Кувыков, Әхмәт ауыл Советы (Кушнаренко районы)) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Снайпер. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Родион Григорьевич Лобанов 1925 йылдың 26 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Кушнаренко районы Кувыков ауылында тыуған.

Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, уҡыуын ташлап, республиканың эске һаҡ ғәскәрҙәренә хеҙмәт итергә бара, бер үк ваҡытта фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, военкомат юлын тапай. Әммә 16 йәшлектәрҙе фронтҡа алмайҙар.

1942 йылдың декабрендә снайперҙар училищеһына ҡабул ителә һәм бер йыл уҡый. 1943 йылда уларҙың взводын Ленинград фронтына ебәрәләр, ул 43-сө уҡсылар дивизияһының 708-се уҡсылар полкы составында Нарва йүнәлешендә хәрәкәт итә.

1944 йылдың февралендә яралана һәм аяғын туңдыра. Пермь өлкәһендәге 5936-сы госпиталдә дауалана, әммә һул аяғының бармаҡтарын ҡотҡара алмайҙар — комиссиялана[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Тыныс тормошта 1952 йылға тиклем һаҡ хеҙмәтендә эшләй, һуңынан Махсус элемтә хеҙмәте идаралығына күсеп, 1986 йылда хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклем фельдъегер булып хеҙмәт итә.

2024 йылда 9 майҙа Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда үткән Еңеү парадында ҡатнаша[2].

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].

2025 йылдың 26 сентябрендә 100 йәше тулыу айҡанлы һуғыш һәм хеҙмәт ветеранын Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡотланы[4].

Башинформ мәғлүмәттәре буйынса, Родион Лобанов Өфөнөң «Салауат Юлаев» хоккей командаһы матчтарын ҡалдырмай. 2025 йылдың 1 октябрендә ул команданың «Себер» менән уйынын ҡараны[5].

Ғаиләһе

Тормош иптәше Ольга Афанасьевна менән дүрт бала: өс ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[6];
• «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы;
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы;
• «Коммунистик хеҙмәт ударнигы»;
• «Хеҙмәт ветераны»;
• «Махсус элемтә ветераны» билдәһе;
• исеме СССР-ҙың Махсус элемтә идаралығының Почёт китабына индерелә;
• юбилей миҙалдары[1].

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Ирина Шематонова. Союз души с душой родной. "Вечерняя Уфа" (17 март 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2025.
  2. Альфия Аглиуллина. 98-летний ветеран из Уфы примет участие в параде Победы в Москве. ИА "Башинформ" (7 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2025.
  3. О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Лобанову Р. Г. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2025.
  4. Альфия Аглиуллина. Глава Башкирии поздравил с вековым юбилеем ветерана войны Родиона Лобанова. ИА «Башинформ» (26 сентябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. (рус.)
  5. Инсаф Хужабирганов. 100-летний фронтовик из Уфы пришел на матч «Салавата Юлаева». ИА «Башинформ» (1 октябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 октябрь 2025. (рус.)
  6. Лобанов Родион Григорьевич Орден Отечественной войны I степени. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 15 июль 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә