Әбделмәнов Рөстәм Миҙхәт улы

Рөстәм Миҙхәт улы Әбделмәнов (рус. Абдулманов, Рустем Мидхатович; 1975 йылдың 25 феврале, Өфө) — эшҡыуар, инвестор. «Арт-Квадрат» ҡала үҙәген нигеҙләүсе. Григорий Аксаков ордены кавалеры (2023). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Рөстәм Миҙхәт улы Әбделмәнов 1975 йылдың 25 февралендә Башҡорт АССР-ының Өфө ҡалаһында тыуа. 1997 йылда Мәскәү дәүләт коммерция университетын «Менеджмент» һөнәре буйынса тамамлай.

1997 йылда «Уфаойл-Оптан» нефть-трейдер фирмаһын ойоштора, урындағы нефть эшкәртеү заводтары менән тапшырыу схемаһы буйынса эшләй[1]. Нефть тармағында эшләү йылдарында капитал туплай.

Өфөнөң тарихи үҙәгендә — Ленин, Чернышевский һәм Мостай Кәрим урамдары киҫешкән урында креатив кластер, мәғариф һәм күңел асыу киңлеген: «Арт-Квадрат» ҡала үҙәген булдыра.

«Арт-Квадрат» территорияһында Хәкимов мәсете, Нефедовтар йорто, Хәкимовтар йорто, Йорт-коммуна, «Вогау и Ко» сауҙа йорто кеүек мәҙәни мираҫ объекттары реставрациялана.

"Арт-Квадрат"та «Әйҙә Фест», STREET&FEED урам мәҙәниәте, «Terra Bashkiria. Туристический сезон — 2023», «Art Fest2» кеүек фестивалдәр, «Боевая высота» хәрби йыр фестивале, «Боронғо Өфө» тарихи фестиваль һәм башҡа саралар, ижади оҫтаханалар ойошторола.

2025 йылдың 25 июнендә Өфө ҡалаһының почётлы гражданы исеме бирелә[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы;
• Григорий Аксаков ордены (2023);
• Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рәхмәте (2024);
• Өфө ҡалаһы ҡала округының Почёт грамотаһы (2025);
• «Өфө ҡалаһына нигеҙ һалыныуҙың 450 йыллығы» юбилей миҙалы[3].

Иҫкәрмәләр

  1. Уфаойл-Оптан. forbes.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  2. О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Абдулманову Р.М. Официальный сайт совета ГО г.Уфа (25 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.
  3. Ляйсан Закирова. Владелец «Арт-квадрата» Рустем Абдулманов стал почетным гражданином Уфы. ИА "Башинформ" (25 июнь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 7 август 2025.

Һылтанмалар