Арт-КВАДРАТ

«Арт-КВАДРАТ» — Өфө ҡалаһындағы Ленин, Чернышевский һәм Мостай Кәрим урамдары киҫешкән урында бер өлөшө мәҙәни мираҫ объекттары булған XIX быуат аҙағы — XX быуат башы биналары ансамбле менән креатив кластер, мәғариф һәм күңел асыу шәхси арт-киңлек биләмәһе[1][2][3][4][5][6][7][8][9][10][11][12].

Яңы Өфөлә урынлашҡан, Үрге сауҙа майҙанына терәлеп тора һәм ҡаланың туристик үҙәгенә инә[13][14].

Нигеҙ һалыусыһыларҙың һәм хужаларының береһе — Өфө ҡалаһының почётлы гражданы Рөстәм Әбделмәнов[15].

Тасуирламаһы

Кварталды һәм биналарҙың редевелопментын реконструкциялау проекты «Молл» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте заказы буйынса «Дмитрий Винкельмандың архитектура оҫтаханаһы» тарафынан эшләнә[16][17][18].

"Арт-КВАДРАТ"та шоурумдар, галереялар, һөнәрселек оҫтаханалары, барҙар һәм кафелар урынлашҡан; бында музыкаль кисәләр, театр тамашалары, лекциялар, шағирҙарҙың сығыштары үтә[19].

«Әйҙә Фест», STREET&FEED урам мәҙәниәте, «Terra Bashkiria.Туристик миҙгел-2023», «Art Fest2» кеүек фестивалдәр, «Боевая высота» хәрби йыр фестивале, «Боронғо Өфө» тарихи фестивале һәм башҡа саралар ойошторола[20].

Тарихы

«Арт-КВАДРАТ» ҡала үҙәгендә өфөләр оҙаҡ йылдар йәшәгән һәм эшләгән, ҡала өсөн мөһим ваҡиғалар булған. Бында «Вогау и Ко» сәй төрөү заводы эшләй, губернала беренсе кинотеатр асыла, аяҡ кейеме фабрикаһы урынлаша. Ҡала халҡы аҡсаһына төҙөлгән Аксаков халыҡ йортонда (хәҙер Башҡорт дәүләт академия опера һәм балет театры) Рудольф Нуриев бейей[21].

2005 йылдан башлап проект етәкселеге яйлап Чернышевский, Ленин, Коммунистик һәм Мостай Кәрим урамдары кварталында урынлашҡан биналарҙы һатып ала. Инвестор алдында ҙур сауҙа үҙәге төҙөү йәки тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм креатив кластер булдырыу бурысы тора.

2017 йылдың 13 майында «Арт-КВАДРАТ» төҙөү планы тураһында иғлан ителә. Уңайлы креатив биләмә булдырыу эшенә талантлы архитектор Павел Пономарев тотона. Төп маҡсат — тарихи ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм Башҡортостан халҡы өсөн уңайлы ижади киңлек булдырыу. Һәм ул быға өлгәшә. Үҫеш стратегияһын тормошҡа ашырыуҙың башланғыс этабы һөҙөмтәләре буйынса сауҙагәр Вогау фабрикаһы, Хәкимов йорто, Хәкимовтар мәсете, Йорт-коммуна, Коломановтар һәм Нефедов усадьбалары кеүек мәҙәни мираҫ объекттары реставрациялана.

Был биналар XIX быуат уртаһында Өфөлә төҙөлгән һәм хәҙер Мостай Кәрим урамында урынлашҡан.

2019 йылдың 25 июлендә «Арт-КВАДРАТ» биләмәһендә тәүге ижади резиденттар барлыҡҡа килә[21]. Биләмәне халыҡ өсөн 2018 йылда асалар, ә рәсми рәүештә ул 2019 йылда асыла[22][23].

Хәҙерге торошо

Ижади киңлек биләмәһе көндән-көн үҙгәрә. Скверҙа стеналарҙың береһендә, әле төҙөлөш һәм эшселәр уратыуында, тылсымлы музыка ҡоралы ҡурай менән серле малай һүрәте барлыҡҡа килә. Сағыу рәсем, алыҫтан күренгән аҡ ләләләр — әйтерһең, көй сәскә ата һәм бында ҙур проект булырына ишаралай. Ваҡыт үтә, һәм төп майҙанда амфитеатр барлыҡҡа килә. Вогау фабрикаһын авторлыҡ панноһы биҙәй. Биналарҙың фасадтары кирбес менән йөҙләнә һәм заманса күренеш ала.

"Арт-КВАДРАТ"ты хәҙер һүҙ менән генә тасуирлау ауыр. Уның энергияһын тыҡрыҡтар һәм ивент-холдар буйлап йөрөгәндә тойорға була. Ҡыҫҡаһы, был урын — ҡала үҙәге, уның киңлегендә төрлө форматтағы күңел асыу, белем биреү, ижади һәм социаль саралар үтә: театр тамашалары, шиғри һәм музыкаль кисәләр, спорт ярыштары, ҡала һәм федераль кимәлдәге хәл-ваҡиғалар. Ҡала халҡы резиденттарға — ресторандарға төшкө ашҡа килә һәм кистәрен шарап барына инә, пиццерияға ғаилә менән ашарға бара, асыҡ һауалағы спектаклдәргә йөрөй, ҡыҫҡаһы, ҡала үҙәгендә күңел асып ҡайта. Ҡышҡыһын скверҙарҙың береһендә һырғалаҡ асыла. Дизайнер универмагы, тағы бер сәхнә, кинозал асыу планлаштырыла.

Биләмәлә төрлө саралар өсөн ижади ивент-киңлектәр урынлашҡан. Ивент-команда ҙур фестивалдәрҙе, концерттарҙы һәм урам сараларын ойоштора. Коммерция сараларынан тыш, ҡала үҙәге хәйриә проекттарын тормошҡа ашыра һәм талантлы кешеләргә үҙҙәрен күрһәтергә, таланттарын асырға һәм ҡала халҡына үҙҙәре тураһында һөйләргә мөмкинлек бирә.

Шулай уҡ «Арт-КВАДРАТ» буйлап бушлай экскурсиялар үткәрелә, уларҙа был кварталдың һәм уның тарихы менән айырылғыһыҙ бәйле сауҙагәр Хәкимовтар, Поповтар, Коломановтар һәм Вогауовтарҙың тарихын белергә мөмкин[21].

Бөтә саралар социаль селтәрҙәрҙә, сайтта һәм "Арт-КВАДРАТ"тың иғлан таҡтаһында иғлан ителә[24].

Иҫкәрмәләр

  1. Меняя лица городов: как квартал с историческими зданиями в Уфе стал местом притяжения молодёжи и творчества. ufa1.ru - новости Уфы (23 июль 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  2. «Арт-квадрат» или замкнутый круг: что происходит с главной стройкой в центре Уфы. Медиакорсеть. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  3. Городской центр «Арт-квадрат» в Уфе. prorus.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  4. Арт-Квадрат — уникальный творческий кластер Республики Башкортостан. livingheritage.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  5. В Уфе открыта территория «Арт-КВАДРАТа».
  6. Владислав Казанцев. На создание «Арт-КВАДРАТа» в Уфе вложено более 1 млрд рублей. ufa.kp.ru (4 октябрь 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  7. «Бомжи» в квадрате: как выживают обитатели старого дома в самом гламурном квартале Уфы. ufa1.ru - новости Уфы (18 сентябрь 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  8. Дизайнер Артемий Лебедев прокомментировал своё появление в Уфе. AiF (15 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  9. Владислав Казанцев. Дизайнер Артемий Лебедев высказался о своём визите в Уфу на День города. ufa.kp.ru (15 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  10. Спецпроект: Городской центр «Арт-Квадрат» в деталях.
  11. «Арт-КВАДРАТ»: чего ждать от концептуального творческого пространства Уфы.
  12. Уфимский «Арт-квадрат» отреставрирует часть памятника архитектуры. UTV. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  13. В Уфе утвердили границы туристского центра города. www.kommersant.ru (1 июль 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  14. Уфа получит 215 млн рублей на создание туристического пространства. kommersant.ru (2 август 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  15. Владелец «Арт-квадрата» Рустем Абдулманов стал почетным гражданином Уфы  (рус.). 24 сентябрь 2025 тикшерелгән.
  16. Городской центр «Арт-КВАДРАТ». Россия, Уфа. Архи ру. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  17. Зиля Бадриева. История в квадрате // Уфимские ведомости : газета.
  18. Мэрия Уфы разрешила компании «Молл» разработать проект планировки квартала, где расположен «Арт-квадрат». kommersant.ru (5 сентябрь 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  19. Между Западом и Востоком. kommersant.ru (15 июнь 2022). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  20. Рустем Абдулманов стал Почётным гражданином Уфы. gorsovet-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  21. 1 2 3 "Арт-квадрат". livingheritage.ru (13 май 2017). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  22. «Арт-квадрат» в центре Уфы открыли для посетителей. AiF (24 декабрь 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  23. Ян Романов. «Арт-квадрат» в Уфе официально открыл двери для посетителей. bash.news. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.
  24. Арт-Квадрат – современное городское пространство, которое является важной частью культурного ландшафта столицы. art-kvadrat.com. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 сентябрь 2025.