Өфөнөң почётлы граждандары

Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (рус. Почётные граждане Уфы) — Өфөнөң мәҙәниәтенә, иҡтисадына ҙур өлөш индергән өсөн бирелгән маҡтаулы исем[1][2][3]. Йылына бер тапшырыла.

1917 йылға тиклем

1832 йылда «Танылған гражданин» исемен «Почётлы гражданин» исеме алмаштыра. Уны Өфө ҡала думаһы хәйриә эшмәкәрлеге өсөн тапшыра һәм ул Император тарафынан раҫлана[4][5][6].

  • Базилевский Иван Фёдорович (17911876) — ғәмәлдәге статский советник, алтын сәнәғәтсеһе, меценат, 1866 йылдан Өфө ҡалаһының почётлы гражданины. Базилевский урамы (хәҙер — Ленин урамының Зәки Вәлиди һәм Пушкин урамына тиклем йәйәүлеләр йөрөгән зонаһы) уның хөрмәтенә аталған[4].
  • Базилевский Фёдор Иванович (билдәһеҙ — 1848) — Стәрлетамаҡ ҡалаһының протоирейыы, Ырымбур губернаһының дворяндары нәҫеленән, IV дәрәжә Изге Владимир ордены менән наградланған, 1866 йылдан Өфө ҡалаһының почётлы гражданы[7].
  • Блохин Николай Кондратьевич (1841—1918 йылдан һуң) — I гильдия сауҙагәре, китап менән сауҙа итеүсе, нәшерсе, Өфө ҡалаһының нәҫелдән килгән почётлы гражданы. Блохин урамы (хәҙер— Кавказ урамы) уның хөрмәтенә аталған[5][8].
  • Бусов Григорий Андреевич (1860 йылдар — 1918 йылдың авгусынан һуң) — II гильдия сауҙагәре, Өфө губернаһының монархик хәрәкәтен ойоштороусы, Рус халҡы союзының Өфө губерна бүлеге рәйесе[9], 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены менән наградланған, 1909 йылдан Өфө ҡалаһының нәҫелдән килгән почётлы гражданы[10].
  • Видинеев Василий Ильич (билдәһеҙ — 1903) — I гильдия сауҙагәре, меценат, заводсы, сәнәғәтсе, ер биләүсе, Өфө ҡалаһының нәҫелдән килгән почётлы гражданы.
  • Златоверховников Иван Егорович (1854—1920) — сиркәү тарихсыһы, педагог-мәғрифәтсе[11].
  • Крыжановский Николай Андреевич (1818—1888) — дворянин, Генерал-адъютант, Рәсәй Император армияһы артиллерияһының генералы, Ырымбур Генерал-Губернаторы, 1853—1856 йылдарҙағы Ҡырым һуғышы һәм 1873 йылғы Хива походы ҡатнашыусыһы[12].
  • По́носов Василий Епифанович (1836—1900) — I гильдия сауҙагәре, меценат, ер биләүсе , Өфө ҡалаһының нәҫелдән килгән почётлы гражданы[13][14][15][16][17][18].
  • Сахаров Сергей Львович (билдәһеҙ) — I гильдия сауҙугәре, 1891—1893 йылдарҙа Өфө ҡалаһы башлығы, Өфө ҡалаһының нәҫелдән килгән почётлы гражданы[5].
  • Соловьёв Григорий Степанович (билдәһеҙ) — II гильдия сауҙагәре, Өфө ҡалаһының нәҫелдән килгән почётлы гражданы.
  • Ушако́в Сергей Петрович (1828—1894) — йәшерен советник, сенатор, Өфө (1867—1873), һуңынан — Тула губернаһы (1873—1887) губернаторы, Аҡ бөркөт, 1-се һәм 2-се дәрәжә Изге Анна, 1-се һәм 3-сө дәрәжә Изге Станислав[19] ордендары кавалеры. Ушаков паркы (хәҙер — Ленин исемендәге парк) уның хөрмәтенә аталған.
  • Хәкимов Абдуллатип Абдулхәким улы (билдәһеҙ) — II гильдия сауҙагәре, меценат, икмәк һатыусы, 1908—1916 йылдарҙа Өфө ҡала думаһы депутаты, Өфө коммерция училищеһының Попечителдәр советы ағзаһы, Ҡыҙыо тәре Рәсәй йәмғиәтенең Өфө губерна идаралығы ағзаһы, ярлы мосолмандар тураһында Өфө попечителлеге рәйесе, Өфөнөң «Ғәлиә» мәҙрәсәһен тотоуға ярҙам итә, Милләт мәжлесенә Өфө сауҙагәрҙәренын делегат итеп һайлана, шулай уҡ Финанстар назаратының Милли идараһы составына инә[5][20][21][22][23][24][25].
  • Чижов Александр Фёдорович (18741937) — I гильдия сауҙәгәре, меценат, урман сәнәғәтсеһе, пароходтар хужаһы, икмәк менән һатыу итеүсе, ер биләүсе, дини учреждениелар төҙөлөшөн һәм ремонтын финанслай, репрессияланы, атыла, аҡлана[26][27].
  • Чижов Фёдор Егорович (1830 йылдар тирәһе —1900) — I гильдия сауҙагәре, урман сәнәғәтсеһе, 1887—1888 йылдарҙа Өфө ҡалаһы башлығы, 3-сө дәрәжә Изге Анна ордены менән наградланған, Өфө ҡалаһының нәҫелдән килгән почётлы гражданы[5][26][27].

1969 йылдан һуң

Положениеға ярашлы[28], 1969 йылдан ҡабаттан, нәҫелдән килгән аныҡлауынан башҡа «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә. 2019 йылға был исем 39 гражданға бирелә[2].

1969

Павел Карнаухов
Ҡоҙаяров Ғабдулла Хәбир улы (7 июнь 1899 йыл — 14 сентябрь 1984 йыл) — ғалим-офтальмолог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Медицина фәндәре докторы (1962), профессор (1962), РСФСР-ҙың (1973) һәм Башҡорт АССР-ының (1967) атҡаҙанған фән эшмәкәре, РСФСР‑ҙың (1957) һәм Башҡорт АССР-ының (1940) атҡаҙанған табибы. Ленин (1961) һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1949) ордендары кавалеры.

1987

Гәрәев Муса Ғайса улы (9 июль 1922 йыл — 17 сентябрь 1987 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы (1956). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (23.02.1945; 19.04.1945).
Ушаков Андрей Артемьевич (13 декабрь 1900 йыл — 25 май 1992 йыл) — ғалим, педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша, Советтар Союзы һәм Рәсәй Федерацияһының йәмәғәт һәм хужалыҡ эшмәкәре.

1989

Мостай Кәрим 20 октябрь 1919 йыл — 21 сентябрь 2005 йыл) — шағир, драматург, тәнҡитсе, публицист, йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының почётлы академигы (1992). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1939 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1951—1962 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 1962—1989 йылдарҙа РСФСР Яҙыусылар союзы идараһы секретары. РСФСР-ҙың IV—XI саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979). Башҡортостандың халыҡ шағиры (1963). РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1982). ЮНЕСКО ҡарамағындағы Х. К. Андерсен исемендәге Халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр өсөн китаптар советының Почётлы дипломы эйәһе (1978). Ленин премияһы (1984), СССР‑ҙың Дәүләт премияһы (1972), РСФСР‑ҙың К. С. Станиславский исемендәге дәүләт премияһы (1967), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1967), М. А. Шолохов исемендәге премия (1999) лауреаты.

1994

Баҙыҡов Рәшит Ғәзиз улы (20 июль 1932 йыл) — ғалим-табип-онколог. 1960 йылдан Республика клиник онкология диспансеры табибы, 1966 йылдан — бүлек мөдире, бер үк ваҡытта 1968—1976 йылдарҙа Башҡорт АССР‑ы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш онкологы. Медицина фәндәре докторы (2000). РСФСР‑ҙың (1985) һəм Башҡорт АССР‑ының (1975) атҡаҙанған табибы, СССР‑ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (1973). Рәсәйҙең Дуҫлыҡ (2000) һәм Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев (2012) ордендары кавалеры. Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе.
Домашников Борис Федорович (5 апрель 1924 йыл — 20 июнь 2003 йыл) — рәссам. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1965) һәм халыҡ (1975), СССР-ҙың (1982) халыҡ рәссамы, «Почёт Билдәһе» ордены (1967) кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1965), Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1977).
Мөбәрәкова Гөлли Арыҫлан ҡыҙы (9 сентябрь 1936 йыл — 20 февраль 2019 йыл[29]) — башҡорт театр актёры, режиссёр һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1961 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1993). СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1969) артисы. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы СССР-ҙың (1990) һәм РСФСР-ҙың (1981) халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған (1969) артисы. Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1976). Почёт (2012), Халыҡтар дуҫлығы (2016) һәм Салауат Юлаев (2007) ордендары кавалеры.

1995

Гудков Георгий Фёдорович (8 ғинуар 1916 йыл — 24 декабрь 1995 йыл) — тыуған яҡты өйрәнеүсе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1990)..
Ҡудашева Фәриҙә Йәһүҙә ҡыҙы (15 декабрь 1920 йыл — 9 октябрь 2010 йыл) — йырсы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР-ының (1968) һәм Татарстандың (1990) халыҡ артисы; Татарстан Республикаһының Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1996), Халыҡтар Дуҫлығы ордены кавалеры (1991).

1996

1997

Исмәғилев Заһир Ғариф улы (8 ғинуар 1917 йыл — 30 май 2003 йыл) — башҡорт композиторы. БАССР-ҙың (1963), РСФСР-ҙың (1968) һәм СССР-ҙың (1982) халыҡ артисы. Башҡортостан Фәндәр Академияһы академигы.
Хисмәтуллина Зөмәрә Вәли ҡыҙы (21 июль 1930 йыл — 21 май 2009 йыл) — уҡытыусы-методист (1983), географ, тыуған яҡты өйрәнеүсе, этнограф. Башҡорт АССР-ының (1981) һәм Рәсәй Федерацияһының (1987) атҡаҙанған уҡытыусыһы, Муса Мортазин премияһы лауреаты (1994), Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатының этнография музейын ойоштороусы.

1998

Зайцев Михаил Алексеевич (1 март 1938 йыл — 8 июль 2010 йыл) — Башҡортостандың комсомол, партия, хужалыҡ, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре. 1995—1999 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе, Башҡортостан Республикаһының 12-се саҡырылыш Юғары Советы һәм 1-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы (1997—1999). Башҡортостан Республикаһы хеҙмәтләндереү тармағының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1998).
Мәсғүт Халиҡов

1999

Аҡназаров Зәкәриә Шәрәфетдин улы (22 август 1924 йыл — 2 апрель 2000 йыл) — совет комсомол, партия һәм дәүләт эшмәкәре. 1962—1986 йылдарҙа Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советы Рәйесе. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. СССР-ҙың 6—9‑сы, РСФСР-ҙың 10-сы һәм 11‑се, Башҡорт АССР-ының 4—11‑се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. 1966—1971 йылдарҙа КПСС‑тың Үҙәк ревизия комиссияһы ағзаһы. Ике Ленин (1971, 1984), Октябрь Революцияһы (1981), ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957, 1966) һәм Халыҡтар дуҫлығы (1974) ордендары кавалеры.
Бикбаев Рауил Төхфәт улы (12 декабрь 1938 йыл — 23 апрель 2019 йыл) — шағир, әҙәбиәт белгесе, йәмәғәт эшмәкәре. 1966 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1995—2011 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе, 2008—2013 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының дүртенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитет рәйесе. Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (2008), филология фәндәре докторы (1996), профессор. Башҡортостандың халыҡ шағиры (1993), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Сыуаш Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2003). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1989) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы (1970), шулай уҡ Рәми Ғарипов (1992) һәм З. Биишева (2003) исемендәге премиялар лауреаты. Почёт (2009), Дуҫлыҡ (2000), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2008) һәм Салауат Юлаев (2003) ордендары кавалеры.
Воронинский Сергей Сергеевич (11 июнь 1919 йыл — 3 июнь 2006 йыл) — совет хужалыҡ, дәүләт һәм партия эшмәкәре. 1961—1969 йылдарҙа халыҡ депутаттарының Өфө ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1969—1975 йылдарҙа КПСС-тың Өфө ҡала комитетының 1-се секретары. РСФСР-ҙың 6-сы, 7-се, 8-се һәм 9-сы саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 5-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. КПСС-тың XXII, XXIII һәм XXIV съездары делегаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры.
Кузеев Рәил Ғүмәр улы (10 ғинуар 1929 йыл — 2 август 2005 йыл) — этнолог һәм тарихсы, юғары мәктәп уҡытыусыһы, йәмәғәт эшмәкәре. 1960—1987 йылдарҙа СССР Фәндәр академияһы Башҡортостан филиалының рәйес урынбаҫары. Тарих фәндәре докторы (1971), профессор (1972). Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991)[30], Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (1991), Сыуаш Республикаһы Фән һәм сәнғәт милли академияһының почётлы академигы (1996). РСФСР‑ҙың (1979) һәм БАССР‑ҙың (1969) атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы лауреаты (1999). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Халыҡтар Дуҫлығы (1975), һәм Почёт (2000) ордендары кавалеры.
Мурзин Даян Баян улы (20 ғинуар 1921 йыл, Иҫке Балыҡлы, Баҡалы районы, Өфө губернаһы — 9 февраль 2012 йыл, Өфө) — Икенсе донъя һуғышында һәм Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, «ҡара генерал».

2000

Баталова Рима Аҡбирҙе ҡыҙы (1 ғинуар 1964 йыл) — спортсы, йәмәғәт эшмәкәре. Еңел атлетика буйынса 13 тапҡыр Паралимпия уйындары, 18 тапҡыр донъя һәм 43 тапҡыр Европа чемпионы. Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Дәүләт Думаһы депутаты[31], Рәсәй Паралимпия комитетының вице-президенты. Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы, Дәүләт Думаһының физик культура, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты ағзаһы. Дәүләт Думаһының паралимпия спортын үҫтереү, инвалидтарҙың, һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙең физик культураһы һәм спорты мәсьәләләре буйынса ярҙамсы комитет рәйесе. «Шәхси батырлыҡ өсөн» (1992), 2-се (2022) һәм 4‑се (2002) дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», Почёт (1996), ике Дуҫлыҡ (2006, 2010), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2000, Салауат Юлаев (2004) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2019) ордендары кавалеры.
Зөһрә Вәлиева
Пётр Пилюков

2001

Ковалёв Николай Григорьевич (1 май 1921 йыл — 3 май 2002 йыл) — Өфө приборҙар эшләү заводы директоры, Социалистик Хеҙмәт Геройы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре (1966). Почётлы авиатөҙөүсе (1997). Авиаприборҙар төҙөү милли ассоциацияһының алтын «Почёт Билдәһе» лауреаты (1997).

2002

Нечаева Тамара Павловна (17 октябрь 1922 йыл — 16 август 2003 йыл) — скульптор, керамика оҫтаһы, монументалист, рәссам. 1943 йылдан СССР Рәссамдар союзы ағзаһы. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1974) һәм Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1968) рәссамы, БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1957). Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1991). Дуҫлыҡ ордены кавалеры (1998).

2004

Мортазина Миләүшә Ғәли ҡыҙы (27 май 1926 йыл) — вокал буйынса педагог, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1977 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Профессор (1990). РСФСР‑ҙың (1983) һәм Башҡорт АССР‑ының (1967) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1973), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1985). 2‑се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2012) һәм , Салауат Юлаев (2011) ордендары кавалеры.
Рәхимов Мортаза Ғөбәйҙулла улы(7 февраль 1934 йыл — 11 ғинуар 2023 йыл) — Советтар Союзының һәм Рәсәйҙең хужалыҡ, дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһының беренсе Президенты (12.12.1993 — 15.07.2010).
Чикаев Хәйернас Ильяс улы (16 июнь 1925 йыл — 27 июль 2012 йыл) — хеҙмәт алдынғыһы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1950—1989 йылдарҙа Өфө моторҙар эшләү заводы токары. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1980). СССР-ҙың почётлы мотор эшләүсеһе (1985).

2005

Әминә Бакирова
Бикбулатов Фәрит Хәйбулла улы (8 август 1936 йыл — 26 ноябрь 2016 йыл) — башҡорт йырсыһы. 1968—1989 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт телерадиокомпанияһы хеҙмәткәре (диктор, мөхәррир, музыкаль тапшырыуҙар бүлегенең өлкән мөхәррире). Башҡорт АССР-ының халыҡ (1986) артисы.

2009

Чванов Михаил Андреевич (25 июль 1944 йыл) — Башҡортостанда тыуған һәм республикала йәшәп ижад итеүсе танылған рус яҙыусыһы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2021), 1976 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Журналист, СССР Журналистар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1994) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең «Оло әҙәбиәт» (2006) һәм башҡа премиялар лауреаты, Почёт ордены кавалеры (2010). Салауат районының почётлы гражданы. Башҡортостан Республикаһының «Халыҡтар дуҫлығы» (2014) һәм Салауат Юлаев (2019) ордендары кавалеры.

2015

Спиваков Владимир Теодорович (12 сентябрь 1944 йыл) — СССР һәм Рәсәй дирижёры, скрипкасы, педагог. СССР-ҙың халыҡ артисы (1990)[32]. «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының тулы кавалеры. СССР-ҙың (1989) һәм Рәсәйҙең (2012) Дәүләт премиялары лауреаты.

2017

Хәсәнов Рим Мәхмүт улы[33] (9 март 1947 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй композиторы. 1974 йылдан СССР Композиторҙар союзы һәм 2010 йылдан Рәсәй Яҙыусылар союзы ағзаһы[34]. Республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты (1976), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1979), Татарстандың Ғабдулла Туҡай исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2009)[35], Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2017). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).

2018

Шәкүров Рәшит Закир улы (11 ғинуар 1937 йыл) — башҡорт шағиры, тел һәм әҙәбиәт белгесе, публицист. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2021), Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (2012), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2007), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997). 1961 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1978 йылдан — Яҙыусылар союздары ағзаһы.
Сандурский Богуслав Флорионович (2 ғинуар 1930 йыл — 4 ноябрь 2020 йыл) — нефтсе, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1985—1993 йылдарҙа «Башнефть» йәмғиәтенең генераль директоры. СССР-ҙың 12-се саҡырылыш Юғары Советы, Башҡорт АССР-ының 11-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. РСФСР Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1990), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1991), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1980), Рәсәй Федерацияһының почётлы нефтсеһе (1992). Октябрь Революцияһы (1982) һәм өс Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1977, 1988) ордены кавалеры.

2019

Ирсаева Нурия Исхаҡ ҡыҙы (13 октябрь 1942 йыл) — башҡорт СССР һәм Рәсәй театр актёры, Башҡорт АССР-ының (1980), Татарстандың (1998) һәм РСФСР-ҙың (1984) халыҡ артисы, Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2017).
Ҡыуатова Леонора Сафа ҡыҙы (9 ноябрь 1948 йыл) — башҡорт балет артисы, балетмейстер, педагог. 1967 йылдан Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, 1993 йылдан педагог-репетитор, 2009 йылдан — баш балетмейстер, бер үк ваҡытта 1987 йылдан хәҙерге Рудольф Нуриев исемендәге Башҡорт хореография колледжы уҡытыусыһы. РСФСР-ҙың (1982) һәм Башҡорт АССР-ының (1974) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1988).
Әбдрәшитов Шамил Рәхим улы (10 сентябрь 1933 йыл) — хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре, педагог, ғалим, публицист. Техник фәндәр кандидаты (1976), доцент. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған энергетигы (1983). СССР-ҙың почетлы энергетигы (1983). СССР-ҙың XI һәм XII саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1979—1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Октябрь Революцияһы (1976), Халыҡтар дуҫлығы (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1985) ордендары кавалеры.

2020

митрополит Никон
Сәлихов Рәбис Сәлих улы (1949) — «Жилстройинвест» компаниялар төркөмөнөң генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының (2004) һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2008). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2020). «Почёт билдәһе» (1986), «Башҡортостан Республикаһы алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» (2022), II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» ордендары (2024) кавалеры
Ғафаров Фидан Сафа улы[36] (1947—2025) — башҡорт театр актёры. РСФСР-ҙың (1984), Башҡорт АССР-ының (1980) һәм Татарстан Республикаһының (1994) халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты (1981), Салауат Юлаев ордены кавалеры (2017).

2021

Сираева Сәүиә Ғимаҙислам ҡыҙы[37] (5 ғинуар 1934 йыл) — театр актёры. 1987 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған (2007), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Татарстан Республикаһының (2001) халыҡ артисы. Салауат Юлаев (2019) һәм Халыҡтар дуҫлығы (2024) ордендары кавалеры. Нуриман районының почётлы гражданы.

2022

Виктор Резяпов[38]
Ҡадирова Нәзифә Жәүәт ҡыҙы[39] (13 апрель 1954 йыл) — эстрада йырсыһы, Башҡорт АССР-ының халыҡ (1987), Рәсәй Федерацияһының (2005) һәм Татарстан Республикаһының (1996) атҡаҙанған артисы. Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1994). Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2014).
Иҙелбаева (Юнысова) Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы (10 сентябрь 1948 йыл) — Башҡортостандың халыҡ шағиры (2015)[40], журналист, шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре. 1978—1999 йылдарҙа «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, 1990—1995 йылдарҙа РСФСРҙың 12-се саҡырылыш (артабан Рәсәй Федерацияһының) Юғары Советы һәм Башҡортостан Республикаһының 3-сө саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. 1974 йылдан СССР Яҙыусылар һәм 1979 йылдан СССР Журналистар союздары ағзаһы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1984), Башҡорт АССР-ының (1989) һәм Рәсәй Федерацияһының (2005) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2006) һәм Миәкә районының Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияһы (2000) лауреаты. Башҡортостандың мәғариф отличнигы (2000).

2023

2024

Шәрипов Шамил Ғосман улы (рус. Шарипов Шамиль Гусманович; 8 июль 1959 йыл) — инженер, иҡтисадсы-ғалим, йәмәғәтсе. 2012 йылдан «Газпром трансгаз Уфа» яуаплылығы сикләнгән ширҡәттең генераль директоры. Иҡтисад фәндәре кандидаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2006), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (2014), Рәсәйҙең почетлы төҙөүсеһе (2003). Башҡортостан Республикаһының 5-7-се саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты (2023 йылдан). Почетлы граждан исеме 2024 йылдың 28 авгусында Ффө ҡалаһы ҡала округы ҡала Советының 43-сө ултырышында бирелгән.
Солтанова Рәшиҙә Искәндәр ҡыҙы (рус. Султанова Рашида Искандаровна; 19 июль 1947 йыл) — комсомол, профсоюз, партия органдары һәм дәүләт хеҙмәте ветераны. 1994 йылдан Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының социаль-гуманитар бүлеге мөдире; 1999—2003 йылдарҙа — ЗАГС-тар идаралығы начальнигы. Башҡортостан Республикаһының өсөнсө саҡырылыш (2003—2008) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты; 1998 йылдан Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2000). «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2021) һәм Салауат Юлаев ордендары кавалеры (2017). Учалы районының Муса Мортазин исемендәге премияһы лауреаты. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2024). Почетлы граждан исеме 2024 йылдың 28 авгусында Ффө ҡалаһы ҡала округы ҡала Советының 43-сө ултырышында бирелгән.
Качкаев Павел Рюрикович (4 октябрь 1951 йыл - 5 май 2025 йыл) — дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, сәйәсмән. «Берҙәм Рәсәй» партияһынан 6-сы һәм 7-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы депутаты, 2006—2011 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. Өфө ҡалаһының Почетлы гражданы. Почетлы граждан исеме 2024 йылдың 29 майында Өфө ҡалаһы ҡала округы ҡала Советының 39-сы ултырышында бирелгән.

2025

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә Өфө ҡалаһы ҡала советының 48-се ултырышында «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме түбәндәге ветерандарға бирелә:[42].

2026

Иҫкәрмәләр

  1. Почётные граждане г.Уфы. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021.
  2. 1 2 Почетные граждане. gorsovet-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 октябрь 2019. Архивировано 17 ноябрь 2019 года.
  3. Почетный гражданин города Уфы - Уфа от А до Я (билдәһеҙ). Посреди России (17 февраль 2014). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 21 август 2016 года.
  4. 1 2 Гудкова, З. Золотопромышленник Базилевский // Уфа: страницы истории / Агеева, М. В. — Уфа: Китап, 2006.
  5. 1 2 3 4 5 История благотворительности в Башкирии (недоступная ссылка — история). Благотворительный фонд «Урал». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2011. Архивировано 9 апрель 2012 года.
  6. Выдающиеся горожане и благотворители Уфы | СДФ Уфимский трактъ. ufa-trakt.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 25 февраль 2020 года.
  7. Бельские просторы № 11 2004. www.hrono.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 4 февраль 2019 года.
  8. Блохины. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 28 февраль 2022 года.
  9. Бусов Григорий Андреевич. «Хронос». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2011. Архивировано 14 октябрь 2011 года.
  10. За мир, порядок и труд! Железнодорожники Уфы и революция 1905 года. www.portal-slovo.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 13 июль 2021 года.
  11. Златоверховников Иван Егорович. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021.
  12. Крыжановский Николай Андреевич. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 3 март 2022 года.
  13. Исторические дома по улице Ленина приводятся в порядок (билдәһеҙ). Официальный сайт Администрации ГО г. Уфа Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 30 март 2021 года.
  14. Каталог объектов. www.qr-ufa.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 11 август 2017 года.
  15. №01.2019. Анатолий Чечуха. «Звёздные войны». Эпизод ноль, или Уфимская бабушка Джона Молло. Из цикла «Уфимские народные сказки». bp.rbsmi.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021.
  16. Потерянные во времени три судьбы купцов Поносовых (Екатерина Пронина-Малютина) / Проза.ру. proza.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 31 ғинуар 2018 года.
  17. Екатерина Пронина. В отражении эпох. К генеалогии купцов Поносовых из села Ильинского // «Кузьминка» : газета / С. В. Трапезникова. — Верещагино: Ильинская межпоселенческая библиотека имени А. Е. Теплоухова, 2015. — 15 август (№ 9). — С. 2.
  18. Василий Епифанович Поносов. rgfond.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021.
  19. Ушаков Сергей Петрович. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 3 март 2022 года.
  20. Хакимовы, купцы. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 14 июль 2021 года.
  21. Благотворительность – это составная неотъемлемая часть культурной традиции народов Башкортостана и всей России - Благотворительный фонд «УРАЛ». xn--80ab5asof.xn--p1ai. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 14 июль 2021 года.
  22. "УФА" :: Ежемесячный столичный журнал. journal-ufa.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 14 июль 2021 года.
  23. Каталог объектов. www.qr-ufa.info. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 14 июль 2021 года.
  24. Мусульманские благотворительные учреждения в Уфе в конце XIX — начале XX вв. | Ислам в Республике Башкортостан, ислам уфа, время намаза уфа, время намаза в уфе (билдәһеҙ). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 2 октябрь 2019 года.
  25. Ахмадуллин В.к. Благотворительные общества мусульманских интеллигентов в Уфимской губернии на рубеже XIX-XX вв // Вестник Самарского государственного университета. — 2011. — Вып. 88. — ISSN 1810-5378. Архивировано 23 ғинуар 2021 года.
  26. 1 2 Гассельблат, Герман. Чижовы в Уфе, Санкт-Петербурге и в Москве. «Уральское генеалогическое общество». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2011. Архивировано из оригинала 10 август 2011 года.
  27. 1 2 Чижовы. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 14 июль 2021 года.
  28. О Положении о звании "Почетный гражданин города Уфы" (с изменениями на 3 марта 2021 года), Решение Совета городского округа город Уфа Республики Башкортостан от 31 мая 2016 года №63/18. docs.cntd.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021. Архивировано 15 ноябрь 2018 года.
  29. В Уфе ушла из жизни народная артистка СССР Гюлли Мубарякова
  30. Кузеев Раиль Гумерович. Российская академия наук. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 17 июнь 2015.
  31. Баталова Рима Акбердиновна. www.duma.gov.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 август 2016.
  32. Официальная биография // Персональный сайт Владимира Спивакова 2010 йылдың 26 май көнөндә архивланған..  (Тикшерелеү көнө: 17 июнь 2010).
  33. Риму Хасанову присвоено звание «Почетный гражданин города Уфы»
  34. Рим Хәсәнов язучылар берлегенә кергән. «Азатлыҡ» радиоһы сайты, 2010, 29 октябрь (тат.) (Тикшерелеү көнө: 8 март 2017)
  35. Наградили лауреатов премии имени Габдуллы Тукая
  36. Почетными гражданами Уфы стали митрополит, строитель и певец
  37. Актрисе Савие Сираевой присвоено звание «Почётный гражданин города Уфы»
  38. Полку почётных граждан прибавилось
  39. Певица Назифа Кадырова стала Почетным гражданином Уфы
  40. Список награжденның…(недоступная ссылка) (рус.)
  41. Еще один почетный гражданин
  42. О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы»
  43. Больше половины ветеранов, получивших новое жилье, остаются жить в старых домах и квартирах
  44. Записи из БД офицеров ЦА МО РФ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
  45. Федин Герман Сергеевич. 2025. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 май 2025.
  46. Гатиятуллин Мамун Лутфуллинович
  47. Екатерина Климович. Директор, прошедший войну. 30-12-2023. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 28 май 2025.
  48. Записи из БД офицеров ЦА МО РФ. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 июнь 2026.
  49. Юферов Анатолий Петрович. Сводная информация. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2025.
  50. Верховный муфтий Талгат Таджуддин удостоен звания «Почетный гражданин Уфы». 19 февраль 2026 тикшерелгән.

Һылтанмалар