Вәлиуллин Сәлимяуғар Мансур улы

Вәлиуллин Сәлимяуғар Мансур улы (1927 йылдың 1 июле, Түбәнге Маншыр, Семилетка ауыл Советы (Дүртөйлө районы)) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Өлкән лейтенант[1]. Фән кандидаты. Башҡорт дәүләт аграр университетының паразитология һәм ветсанэкспертиза кафедраһы доценты (1979—1991). Уйлап табыусы[2]. Илеш районының баш ветврачы. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Сәлимяуғар Мансур улы Вәлиуллин 1927 йылдың 1 июлендә Башҡорт АССР-ының Дүртөйлө районы Түбәнге Маншыр ауылында тыуа.

Хәрби хеҙмәте

1944 йылдың 3 декабрендә Ҡыҙыл Армия сафына алына, 1-се Алыҫ Көнсығыш фронтының 5-се армияһы 1229-сы полкы составында хеҙмәт итә. 1945 йылғы Совет-Япония һуғышында ҡатнаша. Һуғыштан һуң 1951 йылға тиклем СССР Ҡораллы Көстәре сафында Чукоткала радиотелефонист булып хеҙмәт итә.

Белеме

Демобилизацияланғас, 1953—1957 йылдарҙа Ауыл хужалығы институтында белем ала. Мәскәү ветеринария академияһында аспирантура тамамлай[3].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

1979—1990 йылдарҙа Башҡортостан дәүләт аграр институтының паразитология һәм ветсанэкспертиза кафедраһында доцент була. Ветеринария буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Хаҡлы ялға сыҡҡансы Илеш районының баш ветеринария табибы булып эшләй.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[4].

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән ике ҡыҙ, бер ул тәрбиәләп үҫтерә[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025)
• «Еңеүгә 80 йыл» миҙалы[6]
II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1987)[7]
• «Японияны еңгән өсөн» миҙалы
• «Совет Армияһы һәм Флотына 30 йыл» миҙалы
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңеүгә 20 йыл» миҙалы

Тема буйынса өҫтәмә