Пилюков Пётр Дмитриевич

Пилюков Пётр Дмитриевич (22 июль 1934 йыл28 июнь 2012 йыл) — төҙөүсе. 1964—1998 йылдарҙа Өфөләге 21-се трестың 4-се төҙөлөш идаралығы балта оҫталары-бетонсылар комплекслы бригадаһы етәксеһе. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1988) һәм БАССР Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966), Халыҡтар Дуҫлығы (1984) һәм «Почёт Билдәһе» (1975) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2000).

Биографияһы

Пётр Дмитриевич Пилюков 1934 йылдың 22 июлендә Башҡорт АССР-ының Стәрлетамаҡ кантоны[1] Тәнәй ауылында тыуған[2].

1951 йылда мәктәбен Фабрика-завод уҡытыу мәктәбен тамамлай һәм хеҙмәт эшмәкәрлеген «Стәрлетамаҡстрой» тресының 7-се төҙөлөш-монтаж идаралығында 4-се разрядлы балта оҫтаһы булып башлай[2]. Был осорҙа үҙен намыҫлы, эшһөйәр хеҙмәткәр, производствоны яҡшы ойоштороусы итеп күрһәтә. Һөнәрен камил үҙләштереү менән бергә юғары ойоштороу һәләтенә, кешеләрҙе план һәм заданиеларҙы үтәүгә мобилизациялау һәләтенә эйә була. Квалификациялы белгес булараҡ, бригада ағзаларына белемен уңышлы тапшыра[2].

1964—1998 йылдарҙа Өфөләге 21-се трестың 4-се төҙөлөш идаралығында эшләй, балта оҫталары-бетонсылар комплекслы бригадаһы етәксеһе була[2]. Был коллектив трест файҙаланыуға тапшырған бөтә төҙөлөш объекттарында тиерлек эшләй. Улар араһында КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводы (хәҙер «Уфанефтехим» асыҡ акционерҙар йәмғиәте), «Фенол-ацетон», «Ароматика» комплекстары; Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында, Ленин орденлы Өфө нефть эшкәртеү заводының каталитик-крекинг комплексы һәм башҡа күп кенә химия һәм нефть химияһы комплекстары бар[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1966) [2]
• Халыҡтар Дуҫлығы ордены (1984) [2]
• «Почёт Билдәһе» ордены (1975) [2]
• Башҡорт АССР-ының Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы (1981) [2]
«Хеҙмәт ветераны» миҙалы (1985) [2]
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы [2](2000)

Тема буйынса өҫтәмә