Филинов Геннадий Яковлевич

Филинов Геннадий Яковлевич (1926 йылдың 25 авгусы, Чита өлкәһе) — хәрби хеҙмәткәр. Кесе сержант. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Геннадий Яковлевич Филинов 1926 йылдың 25 авгусында Чита өлкәһе Нерчинг районының Родионово ауылында тыуа. Бала сағында ғиаләләре Красноярскиға күсә.

Хәрби хеҙмәте

1943 йылдың 6 ноябрендә Красноярск крайының Енисейск районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына[1]. Полк мәктәбендә белем алғандан һуң, Красноярск крайы территорияһында урынлашҡан 37-се хәрби частың 27-се күнекмә уҡсылар полкында хеҙмәт итә.

1944 йылдың майынан 1946 йылдың февраленә тиклем Барнаул хәрби-пехота училищеһында уҡый, һуңынан ошо уҡ уҡыу йортонда 1947 йылдың майына тиклем старшина булып хеҙмәт итә.

1950 йылдың мартына саҡлы 73823-сө хәрби частың 18-се айырым батальонында хеҙмәт итә. Кесе сержант званиеһында запасҡа сығарыла[1].

Белеме

Куйбышев политехник институтының машиналар эшләү технологияһы, металл ҡырҡыу станоктары һәм ҡоралдары факультетын тамамлай (1958)[1].

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Юғары белемле белгес төрлө йылдарҙа Ставрополье крайында, Красноярскиҙа, Дәүләкәндә, Куйбышевта, Туймазыла заводта эшләй.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[2].

Еңеүҙең 80 йыллығы

1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы алдынан Өфө ҡалаһының Совет районыныда йәшәгән 98 йәшлек ветерандың өйө алдында шәхси парад үтә. Унда оркестр башҡарған марш аҫтында парадта Росгвардияның Миңлеғәли Шайморатов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге отряды, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге беренсел осоу әҙерлеге мәктәп-интернаты кадеттары, «Витязь-юниор» хәрби-патриотик клубы кадеттары, баш ҡала мәктәптәренең юнармеецтары ҡатнаша[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн» миҙалы
  • «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» миҙалы (2025)
  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Тема буйынса өҫтәмә