Юферов Анатолий Петрович
Юферов Анатолий Петрович (1927 йылдың 29 июле, Покровка районы, Башҡорт АССР-ы) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Өлкән лейтенант-инженер[1]. Юғары мәктәп уҡытыусыһы. Баш инженер. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).
Биографияһы
Анатолий Петрович Юферов 1927 йылдың 29 июлендә Башҡорт АССР-ының Покровка районы (хәҙерге Благовещен районы)[2] Кесе Мещеренко ауылында тыуа.
1944 йылдың 17 ноябрендә Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 3-сө айырым моторлаштырылған понтон күпер батальонында хеҙмәт итә. Радистар курсын тамамлағандан һуң, калининград, Польша, Германияны азат итеүҙә ҡатнаша.
Бөйөк Ватан һуғышынан һуң хәрби хеҙмәтен Польшала, Германияла, Латвияла дауам итә. 1950 йылдың 28 ғинуарында отставкаға сыға.
1953—1958 йылдарҙа Өфө Нефть институтында уҡый. Уҡыуын тамамлағас, Ҡаҙағстанда нефть табыу заводында, «Удмурнефтеснаб» идаралығында һәм «Башнефтепродукт»-тың АЗС идаралығында баш инженер булып эшләй.
1980 йылдарҙа бер үк ваҡытта Өфө Нефть институтында уҡыта. 2002 йылда хаҡлы ялға сыға.
2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
• «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы;
• Өфө ҡалаһы ҡала округы советының Почёт грамотаһы[4];
• «Ҡала алдындағы ҡаҙаныштары өсөн» күкрәк билдәһе[4].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Юферов Анатолий Петрович. Сводная информация. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2025.
- ↑ История административно-территориального деления. Сайт Управления по делам архивов Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2025. 2010 йылдың 1 сентябрь көнөндә архивланған.
- ↑ О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Юферову А. П. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2025.
- ↑ 1 2 Кинзикеев Руслан Усманович. Помним, чтим, благодарим. Интернет-портал «Депутаты» (7 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2025.
Һылтанмалар
- Юферов Анатолий Петрович. Официальный сайт соаеты ГО г.Уфа (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2025.
- Сергей Николаев. В Уфе ветеранам Великой Отечественной войны вручили награды. ИА "Башинформ" (9 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2025.
- Кинзикеев Руслан Усманович. Помним, чтим, благодарим. Интернет-портал «Депутаты» (7 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2025.
- Марач Иосиф. Поздравление ветерана Юферова Анатолия Петровича. Сайт Марача Иосифа (6 май 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 4 июль 2025.