Вәлиева Зөһрә Сибәғәт ҡыҙы

Вәлиева Зөһрә Сибәғәт ҡыҙы (рус. Валеева Зухра Сибгатовна; 12 октябрь 1947 йыл) — төҙөүсе, йәмәғәтсе. 1968—2002 йылдарҙа Өфөләге Эре панеллы йорттар төҙөү тресының биҙәүселәр бригадиры. СССР-ҙың 12-се саҡырылыш (1989—1991) Юғары Советы депутаты. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), 2-се (1986) һәм 3-сө (1977) дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2000). [1].

Биографияһы

Зөһрә Сибәғәт ҡыҙы Вәлиева 1947 йылдың 12 октябрендә Башҡорт АССР-ының Благовещен районы Иҫке Турбаҫлы ауылында тыуа.

Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана, әммә яҙмыш ҡушыуы буйынса икенсе һөнәр һайлай. Шулай ҙа уның мәктәбен тиҫтәләрсә төҙөүсе үтә, улар өсөн ул остаз була.

1965 йылда Зөһрә Сибәғәт ҡыҙы Өфөнөң 17-се ҡала һөнәрселек техник училищены тамамлап, 3-сө төҙөлөш идаралығында эшләй башлай[2].

1968 йылда төҙөлөш йәнле барған Өфөлә буяусыларҙың комсомол-йәштәр бригадаһы бригадиры итеп тәғәйенләйҙәр. Бригада баш ҡаланың тотош биҫтәләрен төҙөүҙә ҡатнаша.

undefined

Һупайлы, Инорс, Новостройка, Урман техникумы — ҙур ауыл ине. Хәҙер унда, ысынлап та, барыһы ла минең йорттар. Һупайлыла беренсе йортто төҙөгәндә, Октябрь проспектынан йәйәү йөрөнөк. Юлдар ҙа, транспорт та булманы

, — тип хәтерләй ул йылдарҙы Зөһрә Вәлиева.

Әүҙем тормош позициялы тәүәккәл һәм ғәҙел кеше булараҡ Зөһрә Сибәғәт ҡыҙы КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты ағзаһы, СССР Юғары Советы депутаты (1989—1991) итеп һайлана. Ул юғары трибуналарҙан көнүҙәк проблемалар тураһында һөйләй. Үҙ эшендә алдынғы төжрибәләрҙе өйрәнә, рационализаторлыҡ идеялар индерә, уларҙы үҙе үк производствола ҡулланып, башҡаларға өлгө күрһәтә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. Почётный гражданин Уфы-Зухра Валеева
  2. Горсовет Уфы. Валеева З. С. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2020. Архивировано 28 ғинуар 2020 года.
  3. 12 октября. День в истории. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 апрель 2020. Архивировано 13 октябрь 2018 года.

Тема буйынса өҫтәмә