Иҫке Турбаҫлы

Иҫке Турбаҫлы — ауыл, 1997 йылдаң алып Өфө составында, Турбаҫлы ауыл советы үҙәге. Өфөнән Турбаҫлы 25 км һәм Черниковка тимер юл станцияһы Турбаҫлы табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 1395 кеше. Почта индексы — 450903.

Тарих

Ауылға Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1700 йылда алып Турбаҫлы исеме менән билдәле. XVIII быуатта 60—80‑се йй. бында Минзәлә өйәҙенән керҙәш башҡорттар килеп урынлаша. XIX быуат уртаһында Яңы Турбаҫлы ауылы барлыҡҡа килгәндән һуң, хәҙерге исемен ала. 1795 йылда 6 йортта 51 кеше йәшәгән, 1865 йылда 70 йортта — 401 кеше. Малсылыҡ, игенселек, септә һуғыу, тоҡ тегеү менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 йылда мәсет, мөгәзәй, 4 бакалея кибете теркәлгән.

Ауылдың шәхестәре

Халыҡ һаны

Халҡы: 1906 йылда — 749 кеше; 1920 — 1074; 1939 — 720; 1959 — 760; 1989 — 966; 2002 — 1062; 2010 — 1395[2] кеше. Күпселек халыҡ — башҡорттар һәм татарҙар йәшәй (2002).

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль ( 26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 1074
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 720
1959 йыл 15 ғинуар 760
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 966
2002 йыл 9 октябрь 1062
2010 йыл 14 октябрь 1395

Географик урыны

  • Өфөнән Турбаҫлы 25 км һәм Черниковка тимер юл станцияһы Турбаҫлы табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан.

Һылтанмалар

Категориялар