Сомов Михаил Алексеевич

Михаил Алексеевич Сомов (рус. Сомов Михаил Алексеевич1925 йылдың 12 ноябре, Табын, Ғафури районы, Башҡортостан Республикаhы2025 йылдың 25 авгусы, Өфө) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Разведчик. Насар күргән балалар өсөн Табын интернат-мәктәбе, Өфөнөң 28-се интернат-мәктәбе директоры. II дәрәжә Кутузов, II дәрәжә Ватан һуғышы һәм III дәрәжә Дан ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Михаил Алексеевич Сомов 1925 йылдың 12 ноябрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Табын ауылында тыуған.

1943 йылдың 23 февралендә, 17 йәшендә, Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла һәм Ҡаҙаҡ ССР-ының Аҡтүбә ҡалаһындағы 2-се Бердинческ пехота училищеһында 3 ай уҡыған. Артабан 2-се Украина фронтына 106-сы һауа-десант дивизияһының десант төркөмөнә разведчик итеп ебәрелә. Бер нисә тапҡыр дошман тылына «тел» алыу өсөн үтеп инә. 2-се һәм 3-сө Украина фронттарында һуғыша. Румынияны, Венгрияны, Австрияны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнашҡан.

1946 йылда демобилизациялана. Тыныс тормошта балаларға тәрбиә бирә, география һәм тарих фәндәренән уҡыта[1]. Үҙ инициативаһы менән Табын интернат-мәктәбен төҙөтә һәм уның беренсе директоры була[2], Өфөнөң 28-се интернат-мәктәбе директоры булып эшләй.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға  үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].

Һуғыш һәм хеҙмәт ветераны 2025 йылдың 25 авгусында Өфө ҡалаһында вафат була[4].

Ғаиләһе

Тормош иптәше, башланғыс кластар уҡытыусыһы менән мәктәптә таныша һәм йәштәр ғаилә ҡора. Өс балаға ғүмер биреп, тәрбиәләп үҫтерәләр[5].

Мауығыуҙары

Будапештта осраҡлы рәүештә аккордеон табып ала һәм үҙ аллы уйнарға өйрәнә. Был һәләт уға олатаһынан, музыка ҡоралдарында уйнау һәләте булған Басков Гавриил Яковлевичтан күскән[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары

  • Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025);
  • «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 80 йыл» миҙалы (2025)[6];
  • III дәрәжә Дан ордены (1945)[7];
  • II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)[8];
  • II дәрәжә Кутузов ордены;
  • «1941-1945 йылдар фронтовигы» күкрәк билдәһе;
  • «Гвардия» күкрәк билдәһе;
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945)[9];
  • «1941 — 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Германияны еңгән өсөн» миҙалы;
  • Жуков миҙалы;
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы;
  • «СССР Ҡораллы Көстәренә 60 йыл» миҙалы;
  • юбилей миҙалдары.

Иҫкәрмәләр

  1. «Вести» пообщались с 98-летним ветераном ВОВ Михаилом Сомовым из Уфы. ГТРК "Башкортостан". Вести (22 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
  2. Первый директор! Сайт ГБОУ Табынская коррекционная школа-интернат для обучающихся с ограниченными возможностями здоровья (21 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
  3. О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Сомову М.А. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
  4. Альфия Аглиуллина. В Уфе не стало ветерана Великой Отечественной войны Михаила Сомова. ИА «Башинформ» (26 август 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 5 октябрь 2025.
  5. 1 2 "Живая история победы". аккаунт: Визуал/студия художественной фотографии/УЦТП (4 май 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
  6. 100-летнему ветерану присвоили звание почётного гражданина Уфы. ИА "Башинформ" (10 март 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
  7. Сомов Михаил Алексеевич Орден Славы III степени. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
  8. Сомов Михаил Алексеевич Орден Отечественной войны II степени. Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
  9. Сомов Михаил Алексеевич Медаль «За отвагу». Сайт "Память народа". Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.

Һылтанмалар

Тема буйынса өҫтәмә