Карнаухов Павел Яковлевич

Карнаухов Павел Яковлевич (15 март 1917 йылғинуар 1995 йыл) — нефть эшкәртеүсе, рационализатор. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, элемтәсе. Ленин орденлы Өфө нефть эшкәртеү заводы операторы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1969).

Биографияһы

Павел Яковлевич Карнаухов 1917 йылдың 15 мартында[1] Рәсәй империяһының Өфө губернаһы Өфө өйәҙенең[2] Өфө ҡалаһында тыуған[3].

Хеҙмәт эшмәкәрлеген 20 быуаттың 30-сы йылдары уртаһында Ишембай ҡалаһына һалына башлаған тимер юл төҙөлөшендә башлай[3].

Грозный ҡалаһында нефть эшкәртеүселәр курсын тамамлағандан һуң, яңы сафҡа индерелгән Ишембай нефть ҡыуҙырырыу заводындағы өс ҡоролмаһының береһендә нефть сеймалын эшкәртеү буйынса оператор була[3].

30-сы йылдар аҙағында Эшсе-крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһына хәрби хеҙмәткә саҡырыла, полк мәктәбендә уҡып, хәрби элемтәмсе һөнәре ала[3].

Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән хәрәкәт итеүсе ғскәрҙәр сафында фашист илбаҫарҙарына ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша, өс тапҡыр яралана. Берлинға тиклем барып етеп, Бөйөк Еңеүҙе Өсөнсө рейх үҙәгендә ҡаршылай[3].

Демобилизациянғандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген Өфө нефть эшкәртеү заводына оператор булып дауам итә. Предприятиела эшләү дәүерендә 30-ға яҡын рационализаторлыҡ тәҡдиме индерә, шуларҙың 23-ө производствола ҡулланыла[3].

П. Я. Карнаухов йәш белгестәрҙең яҡшы остазы була. Уның уҡыусылары артабан инженер вазифаларында, өлкән операторҙар, цехтар һәм лабораториялар етәкселәре сифатында хеҙмәт һала[3].

1969 йылда Карнаухов Павел Яковлевичҡа «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы»[4] тигән маҡтаулы исем бирелә[3].

Хеҙмәт ветераны 1995 йылдың ғинуарында Өфө ҡалаһында вафат була[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (1969)

Тема буйынса өҫтәмә