Мурзин Даян Баян улы
Мурзин Даян Баян улы (рус. Мурзин Даян Баянович; 20 ғинуар 1921 йыл — 9 февраль 2012 йыл) — хәрби хеҙмәткәр, дәүләт һәм йәмәғәь эшмәкәре. Бөйөк Ватан һуғышында һәм Ҡаршылыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы. 1942 йылдан Украина, Белоруссия, Молдавия һәм Словакияның партизан отрядтарының «Ҡара генерал» ҡушаматлы етәкселәренең береһе була. Чехословакия юғары ордендары кавалеры, 16 ҡаланың почётлы гражданы, Гитлерҙың шәхси дошманы.
Биографияһы
Һуғышҡа тиклемге йылдары
Даян Баян улы Мурзин 1921 йылдың 20 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Өфө губернаһы[1] Иҫке Балыҡлы ауылында тыуа. Мәктәпте отличие менән тамамлай[2]. Милләте буйынса татар[3][4]. Һуғышҡа тиклем Кушнаренко педагогия училищеһында уҡый. Иҫке Балыҡлы ауылында уҡытыусы булып эшләй. Туҡтағол тулы булмаған урта мәктәбе директоры була.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында
1941 йылдың майында Рига хәрби училищеһын тамамлай, Балтика буйы хәрби округының 10-сы уҡсылар дивизияһының взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1941 йылдың 22 июненән фронтта. 10-сы уҡсылар дивизияһы составында взвод командиры; С. А. Ковпак партизандар берләшмәһенә ингән «Тыуған ил өсөн» Ямполь партизандар отрядының разведка взводы командиры һәм разведка ротаһы командиры була.
СС берләшмәһендә агентура эше
1942 йылдың авгусынан 1943 йылдың авгусына тиклем Төркөстан легионының 1-се штаб ротаһында агент була. 1943 йылда Донбасстың Сталино ҡалаһында подполье эшендә. Уның эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә Төркөстан легионы һәм «Иҙел-Урал» легионының бер нисә подразделениеһы Ҡыҙыл Армия яғына сыға.
1943 йылдың декабрендә разведчиктар төркөмө менән Молдавияла В. М. Молотов исемендәге партизандар отряды төҙөй; 1944 йылдың апреленә тиклем Украинаның Винница һәм Одесса өлкәләре территорияһында, Молдавияла һуғыша. 1944 йылда Украина партизан хәрәкәтенең Махсус разведка мәктәбендә уҡый. 1944 йылдың авгусында бер төркөм словак-чех разведчиктары составында Словакияға, партизан хәрәкәтен ойоштороу өсөн күсерелә. Бында партизан отряды штабы начальнигы, һуңынан Ян Жижка исемендәге интернациональ партизан бригадаһы командиры (ҡушаматы — «Ҡара генерал») була. Моравия һәм Чехия территорияһында 1945 йылдың 9 майына тиклем һуғыша.
«Ҡара генерал» ҡушаматы
Даян Мурзин һуғышты майор дәрәжәһендә тамамлай һәм үҙен бер ҡасан да генерал тип атамай. Нацистар уны ҡуйы ҡара һаҡалы өсөн «ҡара генерал» тип атай. 23 йәшлек Мурзин олораҡ булып күренер өсөн һаҡал үҫтерә. Тиҫтәләгән хәрби эшелонды, 19 танкыны, 200-ҙән ашыу машинаны яндырған, 18 хәрби самолёт менән аэродромды ҡулға төшөргән, 19 тимер юл күперен шартлатҡан, 4000-дән ашыу дошман һалдатын һәләк иткән һәм яралаған, 245 һалдатты һәм офицерҙы әсирлеккә алған партизан формированиелары менән тик генерал ғына командалыҡ итә ала, тип иҫәпләгән дошман[5]. 1945 йылдың апрелендә Моравияла Мурзин етәкселек иткән партизандар отряды 16-сы немец танк дивизияһы командиры генерал-майор Мюллер Дитрих фонды әсир итә[6]. Гитлер майор Даян Баян улын Мурзинды шәхси язалау исемлегенә индерә һәм башына 2 мең рейхсмарк вәғәҙә итә[7].
Һуғыштан һуңғы йылдары
Тормош иптәше менән партизандар отрядына таныша. Ул радистка була, ғүмер ахырынаса бергә йәшәйҙәр. Һуғыштан һуң Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы халыҡ мәғарифы бүлегендә эшләй. Ҡазан юридик мәктәбен һәм Бөтә Союз юридик ситтән тороп уҡыу институтын тамамлағандан һуң, Әбйәлил районы прокуроры ярҙамсыһы, Стәрлетамаҡ ҡалаһы прокуроры ярҙамсыһы була. 1955—1960 йылдарҙа — Башҡорт АССР-ы прокуратураһының өлкән тәфтишсеһе, иректән мәхрүм итеү урындарында законлылыҡты күҙәтеү буйынса бүлек начальнигы. 1961—1962 йылдарҙа — эске эштәр министрының кадрҙар буйынса урынбаҫары. Был 1962—1969 йылдарҙа — ҡабат БАССР прокуратураһының иректән мәхрүм итеү урындарында законлылыҡты күҙәтеү буйынса бүлек начальнигы. 1969—1986 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Адвокаттар коллегияһы рәйесе, 1987—1990 йылдарҙа — Интернациональ дуҫлыҡ музейы директоры. 1989 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандары советы президиумы ағзаһы.
2012 йылдың 10 февралендә Өфөлә вафат була, 13 февралдә ерләнә[8].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
• Дөйөм алғанда 86 орден һәм миҙал
• Ике Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1942, 1969)
• Ике Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (1943, 1954)
тулы исемлек
• I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1955)
• I дәрәжә «Бөйөк Ватан һуғышы партизанына» миҙалы (1945)
• I дәрәжә «Хәрби тәре» ордены (Чехословакия) (1945)
• Чехословакияның милли геройы
• ЧССР азатлығы өсөн Алтын йондоҙ (1968)
• I һәм II дәрәжә Партизан һуғышы ордены һәм миҙалы (Чехословакия) (1944)
• СССР-ҙың 12 миҙалы, башҡа илдәрҙең 13 миҙалы
• Злин ҡалаһы муниципалитетынан көмөш ҡылыс һәм исемле ҡорал (Чехословакия) (1945)
• Готвальдов ҡалаһында Д. Б. Мурзинға (үҙе тере саҡта) бронза һәйкәл ҡуйыла
• РСФСР-ҙың атҡаҙанған юрисы (1972)
• Чехия һәм Словакияның 16 ҡалаһының почётлы гражданы
• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы
• Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы.
СССР Геройының һәм Рәсәй Геройының Алтын Йондоҙо ғына юҡ фронтовиктың. Уның парад кителе 6 килограмм тирәһе тарта[9]. Ул Ҡыҙыл Байраҡ, Ҡыҙыл Йондоҙ, I дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры, СССР-ҙың һәм Рәсәйҙең миҙалдарының иҫәбенә сығырлыҡ түгел. Әммә шулай ҙа Даян Баян улының ил наградаларына ҡарағанда, сит ил наградалары күберәк.
Хәтер
• Чехословакия геройы, ошо илдең барлыҡ юғары ордендары кавалеры, Чехия, Словакия һәм Моравияның 16 ҡалаһының почетлы гражданы Даян Мурзиндың ҡаһарманлыҡтары тураһында уның тыуған иленә ҡарағанда, ситтә күберәк беләләр. Элек Злин ҡалаһында бер урам уның исемен йөрөтһә, хәҙер был урамда «Dlouhá ulice» тип атала.
• Бөйөк Британияла Джон Хауландтың, король армияһы капитанының улының, совет офицерының яуҙашының Мурзин тураһында китабы сыға. Ул чех һәм словак телдәренә тәржемә ителгән, рус телендәге баҫма юҡ әле. Инглиз Даян Баян улын Джеймс Бонд менән сағыштыра. Авторҙың фекеренсә, «Ҡара генералдың» фронттағы аныҡ батырлығы күп осраҡта Ян Флемингтың хыялында тыуған әҙәби геройҙың мажараларынан өҫтөнөрәк. Совет офицерын тота ла, юҡ итә лә алмайҙар. Уның ҡарауы, Мурзиндың бригадаһы арҡаһында оккупацияланған Чехословакияла ғына дошмандың тере көсө 4000 кешегә кәмей, немец техникаһы һәм боеприпастары тейәлгән 60 эшелон шартлатыла. Әммә иң тәүәккәл аҙым — Мурзин һәм уның иптәштәре Гитлерҙың эргәһенән тиерлек Германияның танк ғәскәрҙәре генералы Мюллерҙы урлау була[10].
• «Рәсәй» телеканалы «ҡара генерал» тураһында документаль фильм күрһәтә. Уның тураһында Англияла, Германияла, Чехияла һәм беҙҙең илдә фильмдар төшөрөлә. Герой тураһында «Штази» тышҡы разведка шефы Маркус Вольф[11], вермахттың элекке Төркөстан легионы легионеры Морат Тачмурат; элекке чех партизаны, чех йәшерен разведкаһы шефы Ян Ондровчак кеүек легендар шәхестәр бәйән итә, һәм, әлбиттә, Даян Мурзин үҙе һөйләй. Ниһайәт, Рәсәй халҡы Даян Баян улының фронт биографияһын белде.
• 2020 йылда Кушнаренко ауылында Кушнаренко күп профилле һөнәрселек колледжына Даян Мурзин исеме бирелә. 2021 йылдың 2 декабрендә белем биреү учреждениеһы территорияһында элекке СССР киңлегендә һәм Рәсәйҙә беренсе тапҡыр Д. Б. Мурзинға рәсми һәйкәл (бюст) асыла[12].
• 2023 йылда Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыу өсөн Даян Мурзин исемендәге ирекмәндәр батальоны ойошторола[13]
• 2024 йылдың 29 июнендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында Даян Мурзинға бюст асыла[14].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районы
- ↑ Герой Великой Отечественной войны Даян Мурзин: «Я был личным врагом Гитлера»
- ↑ Из автобиографии: «…девятнадцать лет отроду, по национальности татарин, младший политрук, бился с врагом честно и в свой последний час очень жалею, что позволил проткнуть себя во время штыковой атаки.» Мурзин Д. Г. Фронт в тылу врага. — Уфа: Китап, 2005.
- ↑ В Башкирии чествуют Героя войны, советского разведчика Даяна Мурзина
- ↑ Дарья Петрова. Герой Великой Отечественной войны Даян Мурзин: я был личным врагом Гитлера. Комсомольская правда (29 ғинуар 2011). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 10 ғинуар 2025.
- ↑ Залесский Константин. Железный крест. Самая известная военная история Второй мировой войны. — Агга Литагент "Яуза". — 2007. — С. 46. — ISBN 978-5903339-37-2.
- ↑ Данилова Гульназ. Обнародованы неизвестные факты из биографии "Чёрного генерала", RCRU (21 ғинуар 2021). 10 ғинуар 2024 тикшерелгән.
- ↑ Не стало легендарного Даяна Мурзина
- ↑ Даяну Мурзину — 90 лет
- ↑ Даян Мурзин: Биографическая справка
- ↑ Черный генерал " Cineplexx.ru — Документальные фильмы онлайн! 2016 йылдың 11 октябрь көнөндә архивланған.
- ↑ В Башкирии открыли бюст «Черному генералу» Даяну Мурзину
- ↑ В Башкирии формируют два новых добровольческих батальона для участия в СВО
- ↑ В Башкирии открыли бюст легендарному «Чёрному генералу» Даяну Мурзину. ИА Башинформ, 29 июня 2024 года
Сығанаҡтар
- Гофман, Г.Б. Черный генерал. — М.: Воениздат, 1970.
- Мурзин Д.Г. Фронт в тылу врага. — Уфа: Китап, 2005.