Васильев Николай Васильевич

Николай Васильевич Васильев (1923 йылдың 2 ноябре, Усть-Луга[d], Ленинград өлкәһе) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Десантсы. II дәрәжә Ватан һуғышы, Дан, Ҡыҙыл Йондоҙ, Генерал Шайморатов (2024) ордендары кавалеры. Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Васильев Николай Васильевич 1923 йылдың 2 ноябрендә СССР-ҙың Ленинград өлкәһе Усть-Луга ҡасабаһында тыуа. Мәктәпте тамамлағас, 1941 йылда фронтҡа мобилизациялана. 1942 йылда һауа-десант ғәскәрҙәренә тәғәйенләнә. Киев йүнәлешендәге 3-сө Украин фронты составында разведчик булып хеҙмәт итә. Парашют менән 200-ҙән ашыу хәрби һикереү яһай[1].

Киев, Днепр өсөн алыштарҙа, Австрияны, Венгрияны, Чехословакияны азат итеүҙә ҡатнаша. 1945—1953 йылдарҙа Вена ҡалаһы комендатураһында хеҙмәт итә[1].

Демобилизацияланғандан һуң Өфөгә килә. Ғаилә ҡороп, ҡалала төпләнә[2].

1950 йылдарҙа Урал политехник институтын тамамлай. «Волгопродмонтаж» тресында иҡтисадсы булып эшләй. Артабан «Башмежколхозстрой» берекмәһендә иҡтисад бүлеге начальнигы була. Сирек быуат күҙәтеү органдарында эшләй[1].

Һунар менән мауыға, 80 йәшендә лә һунарға сыға[2].

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының (рус.)баш. барлыҡ фронтовиктарға — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[3].

2025 йылдың 2 ноябрендә ветеран үҙенең 102 йәшен билдәләне. Был дата менән уны Өфө ҡала мэрияһы һәм республика комиссариаты вәкилдәре ҡотланы[4].

2026 йылдың 21 февралендә ветеран Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан ҡотлауҙар ҡабул итте[5].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

  1. 1 2 3 Васильев Николай Васильевич. Официальный сайт совета ГО г.Уфа (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
  2. 1 2 Алина Зиннатуллина. Как в День Победы счастливая случайность спасла жизнь фронтовика - сюжет "Вестей". ГТРК «Башкортостан» Вести (9 май 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
  3. О присвоении звания «Почётный гражданин города Уфы» Васильеву Н. В. Сайт совета ГО г. Уфы (27 февраль 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
  4. Инсаф Хужабирганов. Почетный житель Уфы Николай Васильев отметил 102-й день рождения. ИА «Башинформ» (2 ноябрь 2025). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 ноябрь 2025. (рус.)
  5. Эдуард Кускарбеков. В Уфе поздравили 102-летнего десантника Николая Васильевича Васильева. ИА «Башинформ» (21 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 21 февраль 2026. (рус.)

Тема буйынса өҫтәмә