Лавренов Николай Васильевич

Лавренов Николай Васильевич (1927 йылдың 6 ғинуары, Белорет, Аҡбирҙе ауыл Советы (Иглин районы)2026 йылдың 30 июле, Өфө, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, кесе сержант. Рәссам. Рәсәй Рәссамдар берлеге ағзаһы (2020). Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025).

Биографияһы

Николай Васильевич Лавренов 1927 йылдың 6 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Иглин районы Белорет ауылында тыуа. Хеҙмәт эшмәкәрлеген 13 йәшенән колхозда эшләп башлай.

Хәрби хеҙмәте

1944 йылдың 2 октябрендә 17 йәшлек егетте Ҡыҙыл Армия сафына алалар. 1-се Алыҫ Көнсығыш фронты составында махсус батальонда, танкыға ҡаршы ҡорал взводында хеҙмәт итә. Манчжурияла һуғыша, кесе сержант званиеһын ала.

1947 йылда, яраланғандан һәм контузия алғандан һуң, демобилизациялана.

Хеҙмәт эшмәкәрлеге

Тыуған яғына ҡайтҡас, колхозда эшләй башлай. Уҡытыусы ла, тимерсе лә, ике йыл янғын һүндереүсе лә була. Хаҡлы ялға оҙаҡ йылдар биҙәүсе рәссам булып эшләп, төҙөлөш тресы автобазаһынан сыға.

Белеме

1953 йылда Мәскәү сәнғәт ситтән тороп уҡыу халыҡ университетын тамамлап, рәссам булып сыға. Уның картиналары һәүәҫкәр һәм профессионал күргәҙмәләрҙә ҡуйыла. 2020 йылда Рәсәй Рәссамдар берлеге ағзаһы итеп алына. Пейзаж, портрет, тарихи темаларҙы һәм баталияларҙы һынландыра. Яңы быуат башында иконалар яҙа башлай. Өфө ҡалаһы һәм Дим районы тормошонда әүҙем ҡатнаша, шәхси һәм профессиональ күргәҙмәләрҙә ҡатнаша.

2025 йылдың 15 ғинуарында «Еңеү» ойоштороу комитеты ултырышында Рәсәй Президентының РФ Оборона министрлығының барлыҡ фронтовиктарға-Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға үҙ ҡалалары һәм райондарының, ауылдарының почётлы гражданы исемен биреү тураһындағы инициативаһын хуплауы нигеҙендә 2025 йылдың 27 февралендә «Өфө ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә[1].

2026 йылдың 30 июлендә Өфөлә вафат була[2]

Ғаиләһе

Тормош иптәше менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерә[3].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

• Өфө ҡалаһының почётлы гражданы (2025)
• «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 80 йыл» юбилей миҙалы (2025)
• Рәсәй Федерацияһының эске эштәр министры В. Колокольцевтың Рәхмәте (2016)[4]
• II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
• «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн» миҙалы
• «Японияны еңгән өсөн» миҙалы.

Тема буйынса өҫтәмә