Чижов Фёдор Егорович

Чижов Фёдор Егорович (1831 йыл?, Ҡытау-Ивановск, Өфө губернаһы — 1900 йыл, Өфө) — I гильдия рус сауҙагәре, урман сәнәғәтсеһе, 18871890 йылдарҙа Өфө ҡалаһы башлығы, 1894 йылдан Өфө ҡалаһының нәҫелдән килгән почётлы гражданы.

Биографияһы

Фёдор Чижов кенәз Белосельскийҙар-Белозерскийҙарҙың Көньяҡ Урал тау-завод алпауыт хужалығының старообрядсы крепостной крәҫтиән ғаиләһендә тыуған, бала сағында завод урман дачаларында көтөүсе ярҙамсыһы булған. Йәш Чижовты Санкт-Петербургҡа кенәз Белосельскийҙар-Белозерскийҙар һарайына хеҙмәткә һәм өйрәнеүгә алалар. Уҡыуҙы тамамлағас, ул кенәздәрҙең Урал алпауыт хужалығының урман дачалары буйынса приказчик итеп тәғәйенләнә. Чижовтар ғаиләһендә уның ағас тейәгән баржаларҙың йыш ҡына йылға уртаһында бәрелгән ҡаяны шартлатыуы, йыйылған ағасты һатыуы тураһындағы фараздар йәшәп килгән. Үҙенең ағас эшен йәйелдерә алған. Аҡса түләп, үҙен һәм дуҫын крепостнойлыҡтан ҡотҡарған. 1867 йыл аҙағында ул инде Ҡытау-Ивановск заводынан II гильдия сауҙагәре булған. Аҙағыраҡ I гильдия сауҙагәре, эре ер биләүсе алпауыт, ағас һәм ауыл хужалығы продукцияһы эшкәртеүсе предприятиелар хужаһы булып киткән.

Чижов В. П. Базилевскаянан үҙенең ҡатыны исеменә Өфө янындағы Дмитриевка улысындағы шарап ҡыуыу заводы һәм берәүһе пар двигателе менән йыһазландырылған өс тирмәне булған 3831 дисәтинә майҙандағы Миловка алпауыт хужалығын һатып ала.

1884 йылда Чижов Өфө өйәҙендә ағас бысыу заводы төҙөй, ул йылына 25 мең һум табыш килтерә. 1894 йылда Өфө өйәҙенең Дмитриевка ауылында 45 эшсеһе булған ярма тирмәндәре аса. 1898 йылда ул Өфөлә Федоровка ағас бысыу һәм он тартыу пар заводтарына нигеҙ һала, унда 69 кеше эшләй. 1899 йылда Өфө өйәҙенең Урман-Көҙәй улысында ағас бысыу заводы, он һәм ярма тирмәндәре, Өфөлә һәм Өфө губернаһында икмәк, бакалея, ағас һатыу магазиндары хужаһы була.

Чижов хәйриә эшмәкәрлеге менән әүҙем шөғөлләнә, атап әйткәндә, Өфө губернаһында ғибәҙәтханалар төҙөүҙе һәм ремонтлауҙы финанслай. 1878 йылда Чижов Өфө губернаһының Ярлылар тураһында попечителлек комитетының хәйриә ағзаһы-бағыусыһы була. 1894 йылда Өфөнөң Сергий сиркәүендә Чижовтың аҡсаһына яңы иконостас эшләнә һәм ҡуйыла. 1898 йылда ул был ғибәҙәтхананы ремонтлауға иғәнә бирә.

1878 йылда Чижовтың Өфөләге Казённая урамында таш йорто була, уның беренсе ҡатында Пётр Одинцовтың сәғәт оҫтаханаһы урынлаша. Чижов үҙенең йортонда һирәк осрай торған боронғо иконалар һәм көмөш лампадалар менән айырым ғибәҙәтхана төҙөй.

18871890 йылдарҙа Өфө ҡала думаһын етәкләй. Өфөлә дауахана асыу өсөн ике йорт бүләк итә. 1894 йылда нәҫелдән килгән почетлы гражданлыҡ ала. III дәрәжә Изге Анна ордены менән бүләкләнә[1].

Фёдор Чижов ике тапҡыр өйләнә. Тәүге тапҡыр ул 1849 йылдың 23 ғинуарында Ҡытау-Ивановск заводы сиркәүендә Ирина Ивановна Киселёва менән никахлаша. Был никахтан алты бала тыуа. Икенсе ҡатыны Ираида Алексеевна Надеждина була. Улдары Александр сауҙагәр булып, атаһының эшен дауам итә.

Чижовтың теләгенә ярашлы, ул старообрядсылар йолаһы буйынса имән табутта ерләнә[2].

Иҫкәрмәләр

  1. ЧИЖОВЫ. bashenc.online. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 27 март 2021.
  2. Гассельблат, Герман. Чижовы в Уфе, Санкт-Петербурге и в Москве. «Уральское генеалогическое общество». Мөрәжәғәт итеү датаһы: 29 май 2011. Архивировано из оригинала 10 август 2011 года.

Тема буйынса өҫтәмә