Вәсимов Марат Вәсфи улы
Марат Вәсфи улы Вәсимов (рус. Васимов Марат Васфиевич; 1964 йылдың 15 майы, Яланғас, Башҡорт АССР-ы) — төҙөүсе-инженер, йәмәғәтсе. 2021 йылдан Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы башлығы, ҡала округы советы рәйесе. «Өфө ҡалаһының Махсуслаштырылған төҙөүсе Инвестиция-төҙөлөш комитеты» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры. Рәсәй Федерацияһының (2024) һәм Башҡортостан Республикаһының (2001) атҡаҙанған төҙөүсеһе. Башҡортостан Республикаһының Почёт гамотаһы менән бүләкләнеүсе (2023), «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» (2024) һәм Салауат Юлаев (2008) ордендары кавалеры[2].
Биографияһы
Марат Вәсфи улы Вәсимов 1964 йылдың 15 майында Башҡорт АССР-ының[3] Балтас районы Яланғас ауылында хеҙмәткәрҙәр ғаиләһендә тыуған[2].
1981 йылда урындағы урта мәктәпте тамамлай һәм Өфө нефть институтының [4]төҙөлөш факультетына уҡырға инә[2].
1986 йылда ошо юғары уҡыу йортонда «Сәнәғәт һәм гражданлыҡ төҙөлөшө» һөнәре буйынса төҙөүсе-инженер дипломы ала[2].
Мастерҙан алып ҙур төҙөлөш предприятиеһы етәксеһенә тиклем хеҙмәт юлы үтә. Әлеге ваҡытта «Өфө ҡалаһының Махсуслаштырылған төҙөүсе Инвестиция-төҙөлөш комитеты» акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры[2].
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
- Өфө ҡалаһы ҡала округының (рус.)баш. беренсе, икенсе, өсөнсө, дүртенсе һәм бишенсе саҡырылыш советы депутаты[5];
- 2021 йылдың 29 сентябренән Өфө ҡалаһы ҡала округы башлығы, ҡала округының бишенсе саҡырылыш советы рәйесе[5];
- 2023 йылдың мартынан «Берҙәм Рәсәй» партияһының төбәк сәйәси советы президиумы ағзаһы[5];
- 2024 йылдың 28 ноябренән 2026 йылдың 12 февраленә тиклем «Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәр Советы» ассоциацияһының идара рәйесе[5][6].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2024)[2];
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (2001)[2];
- Башҡортостан Республикаһының Почёт гамотаһы (2023)[2];
- «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2024)[2];
- Салауат Юлаев ордены (2008)[2];
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Почёт грамотаһы (2024)[2];
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2024)[2];
- Рәсәйҙең почётлы төҙөүсеһе (2005)[2];
- Рәсәй Төҙөүселәр союзының «Төҙөлөштә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены (2014)[2];
- Өфө ҡалаһы ҡала округының Почёт грамотаһы һәм «Ҡала алдындағы хеҙмәттәре өсөн» күкрәк билдәһе (2021)[2];
- Балтас районының почётлы гражданы (2024)[2].
Иҫкәрмәләр
- ↑ 1 2 https://gorsovet-ufa.ru/sovet/predsedatel.php
- ↑ 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 Глава городского округа, председатель городского Совета. Васимов Марат Васфиевич. Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2025.
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ Хәҙер Өфө дәүләт нефть техник университеты.
- ↑ 1 2 3 4 Марата Васимова избрали председателем Ассоциации СМО РБ. Сетевое издание «Новое телеграфное агентство Приволжье» («НТА-Приволжье») (28 ноябрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 31 июль 2025.
- ↑ Идэль Гумеров. Марат Васимов покинул пост председателя совета муниципалитетов Башкирии. КоммерсантЪ (12 февраль 2026). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 февраль 2026.
Һылтанмалар
- Совет городского округа город Уфа Республики Башкортостан. Официальный сайт. Глава городского округа, председатель городского Совета. Васимов Марат Васфиевич (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июль 2025)
- Арина Астафьева. Марат Васимов рассказал о работе в Горсовете, любви к людям и застройке Уфы. Газета «Единая Россия – Башкортостан», 10 августа 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 30 июль 2025)