Греков Сергей Николаевич
Сергей Николаевич Греков (рус. Греков Сергей Николаевич; 1968 йылдың 3 сентябре, Ишембай, Башҡорт АССР-ы) — муниципаль хеҙмәткәр. 2021 йылдың 15 ғинуарынан Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы. 2022 йылдың 14 февраленән 16 сентябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле; 2022 йылдың 14 февраленән 2022 йылдың 16 сентябренә тиклем — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары.
2021 йылдың 15 ғинуарынан 2022 йылдың 14 февраленә тиклем Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы.
Биографияһы
Сергей Николаевич Греков 1968 йылдың 3 сентябрендә Ишембайҙа тыуған[1].
Г. В. Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетын тамамлаған.
1987—1989 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.
1993 йылдың 1 июленән 1994 йылдың 29 авгусына тиклем «Нефтегазсервис» акционерҙар йәмғиәтендә инженер булып эшләй.
1994—1999 йылдарҙа— «Нефтегазснаб» акционерҙар йәмғиәтендә инженер.
1999 йылдың 16 ноябренән 2000 йылдың 31 ғинуарына тиклем— «Фалько» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә инженер.
2000—2004 йылдарҙа — «ГазТехРесурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә әйҙәүсе инженер, генераль директор, техник директор.
2004 йылдың 22 ғинуарынан 2005 йылдың 3 октябренә тиклем — «Баштрансгаз» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең матди-техник тәьминәте буйынса генераль директор кәңәшсеһе.
2005—2011 йылдарҙа йәнә «ГазТехРесурс» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә эшләй. 2005 йылдан 2008 йылға тиклем — генераль директор урынбаҫары. 2008 йылдан 2011 йылға тиклем — генераль директор.
2011 йылдың 1 мартынан 2014 йылдың 23 мартына тиклем «Ишембай икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә һатыу буйынса менеджер булып эшләй. 2014 йылдың 23 мартынан 2015 йылдың 13 февраленә тиклем — «Ишембай икмәк комбинаты» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең иҡтисади кәңәшсеһе.
Шулай уҡ 2012—2015 йылдарҙа «Инновацион-производство үҙәге „Пилот“» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә берлектәге йүнәлештәр буйынса генераль директоры була. 2015 йылдың 16 февраленән 2017 йылдың 8 октябренә тиклем — генераль директор, 2017 йылдың 9 октябренән 12 апреленә тиклем — проекттар етәксеһе.
2019 йылдың 13 апреленән 2020 йылдың 30 июненә тиклем «„НефтеХимПром УГНТУ“ бәләкәй инновацион предприятиеһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә — техник директор.
Шулай уҡ 2019—2020 йылдарҙа «Бәләкәй нефть компанияһы „Ишимбайнефтегаз“» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә — башҡарма директоры була.
2020 йылдың 16 декабренән алып Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһын башҡара.
2021 йылдың 15 ғинуарында Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы итеп һайлана[2][3].
2022 йылдың 14 февралендә ваҡытынан алда вазифаһын ҡалдыра[4], шул көндө үк Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-Министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнә[5].
2022 йылдың 16 сентябрендә Башҡортостан Республикаһының Рәсәй Федерацияһы Президенты янындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһынан китә[6]. Дәүләт хеҙмәтенән киткәс, бизнес менән шөғөлләнә.
2024 йылдың декабрендә уға һөжүм әҙерләнә, әммә киллер тәфтишселәр менән хеҙмәттәшлек итеүҙе һайлай[7].
Иҫкәрмәләр
- ↑ Греков Сергей Николаеви. deputat.bashkortostan.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025.
- ↑ Бизнесмен Сергей Греков стал мэром Уфы. РИА Новости (15 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025.
- ↑ Айгуль Камаева. Мэром Уфы избран Сергей Греков. Российская газета (15 ғинуар 2021). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025.
- ↑ Мэр Уфы покинул свой пост (рус.), Interfax.ru (14 февраль 2022). 6 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Сергей Греков будет полпредом Башкирии при президенте России (рус.), AiF. 6 сентябрь 2025 тикшерелгән.
- ↑ Сергей Греков покинул пост полпреда Башкирии при президенте России. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 16 сентябрь 2022. Архивировано 16 сентябрь 2022 года.
- ↑ Дарья Кинзикеева. В Башкирии предотвращено покушение на экс-мэра Уфы. ufa.kp.ru (12 декабрь 2024). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 сентябрь 2025.
- ↑ Павел Крайнов. Любит религию, лыжи и воспитывает семерых детей: что известно о главном кандидате на пост мэра Уфы. Комсомольская правда (3 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2021. Архивировано 13 февраль 2021 года.
- ↑ Нефтегазовый магнат, христианин и отец семерых детей. Временным главой Уфы стал Сергей Греков. Городской телеканал UTV (17 декабрь 2020). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 30 ғинуар 2021. Архивировано 4 февраль 2021 года.
Һылтанмалар
- Сергей Греков биографияһы. Архивировано 29 ғинуар 2021 года.