3 сентябрь
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Ер:
- Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамланған көн.
- ДНК-ның үҙенсәлеге асылған көн.
- Бекон көнө.
- Күкрәксәнең тыуған көнө.
Австралия:
- Флаг көнө.
Катар:
- Бойондороҡһоҙлоҡ көнө.
Ҡытай:
- Миллитаристик Японияны еңгән көн.
Рәсәй Федерацияһы:
Сан-Марино:
- Республика ойошторолған көн.
СССР:
- Миллитаристик Японияны еңгән көн.
Тарихи ваҡиғалар
- 1875 йыл: Мәскәүҙә хәҙерге Дәүләт тарих музейы бинаһы төҙөлөшөндә тантаналы шарттарҙа тәүге нигеҙ ташы һалына.
- 1880 йыл: Петербургта инженер Фёдор Пироцкий Рәсәй империяһындағы (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, хатта донъялағы) тәүге электр трамвайын халыҡҡа эшләтеп күрһәтә.
тулы исемлек
- 1945 йыл: Икенсе бөтә донъя һуғышы тамамлана.
- 1947 йыл: Туймазы девон нефтенең тәүге партияһы 183 километрлыҡ «Туймазы — Өфө» магисталь торба үткәргес буйлап Черниковкалағы нефть эшкәртеү заводына килә. Был Урал—Себер төбәгендәге магистраль нефть һәм уның продукттары үткәргестәре системаһын булдырыуға башланғыс һала.
- 1947 йыл: Хәҙерге «Транснефть–Урал» йәмғиәте ойошторола.
- 1954 йыл: Сибайҙағы хәҙерге төөҙөлөш һәм сервис колледжы асыла.
- 1957 йыл: Нефтекама ҡалаһына нигеҙ һалына.
Был көндә тыуғандар
- Мостаев Йәүҙәт Әхәт улы (1920—18.09.1999), тау инженеры-ғалим. 1939—1940 йылдарҙағы совет-фин һәм Бөйөк Ватан һуғыштарында ҡатнашыусы. 1960—1990 йылдарҙа Башҡортостан нефть ғилми-тикшеренеү һәм проект институты хеҙмәткәре, шул иҫәптән 1960 йылдан өлкән инженер, 1965 йылдан лаборатория мөдире, 1983 йылдан — сектор мөдире, 1986 йылдан — баш ғилми хеҙмәткәр. Техник фәндәр докторы (1984). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе (1974), СССР-ҙың нефть сәнәғәте отличнигы (1978) һәм почётлы нефтсеһе (1980). III дәрәжә Дан (1944) һәм II дәрәжә Ватан һуғышы ордендары кавалеры.
- Фәтихов Рәшит Ғабдулла улы (1945), хирург-ғалим. 1976 йылдан Башҡорт дәүләт медицина институты һәм Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы. Медицина фәндәре докторы (2004), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2012). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Бикмеев Хәлил Хәлит улы (1955), иҡтисадсы, автотранспорт хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1979 йылдан «Нефтепроводмонтаж» тресы 10-сы автобазаһының автоколонна, эксплуатация начальнигы, 1980 йылдан — баш инженеры, 1993 йылдан — автобаза, 2000 йылдан — 1-се төҙөлөш-монтаж идаралығы начальнигы; 2002 йылдан — «Башкиравтодор» йәмғиәтенең Шишмә юл төҙөү-төҙәтеү идаралығы начальнигы. Бер нисә саҡырылыш район советы депутаты, 2020—2024 йылдарҙа — район советы рәйесе. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған урындағы үҙидаралыҡ хеҙмәткәре (2024), Башҡортостан Республикаһының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе һәм атҡаҙанған транспорт хеҙмәткәре (2005), Салауат Юлаев ордены кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Благовар районынан.
- Ғәйнуллина Асия Солтан ҡыҙы (1955), режиссёр, халыҡ-ижады буйынса белгес-консультант, Сибай ҡалаһында сәсәндәр мәктәбе ойоштороусы. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол ауылынан.
- Макаренкова Валентина Ивановна (1955), төҙөүсе. Мәләүез тимер-бетон конструкциялары заводының элекке хеҙмәткәре. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы төҙөүсеһе. Сығышы менән ошо ҡаланан.
- Кустиков Сергей Иванович (1960), уҡытыусы, спортсы, волейбол һәм саңғы спорты тренеры. Саңғы спорты буйынса спорт мастерлығына кандидат (2013). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2012). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Мәсетле районы Оло Ыҡтамаҡ ауылынан.
- Симонов Вадим Дмитриевич (1916—16.07.2004), химик-технолог-ғалим. 1960 йылдан «Башнефтехимзаводы» берекмәһенең начальник урынбаҫары, Бөтә союз гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология институтына нигеҙ һалыусы һәм 1964—1987 йылдарҙа уның директоры, бер үк ваҡытта 1970—1980 йылдарҙа Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (1976), профессор (1977). РСФСР-ҙың (1984) һәм Башҡорт АССР-ының (1966) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре, СССР-ҙың почётлы химигы (1974). Ленин (1971), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1965) ордендары кавалеры.
- Хәлилов Мөхибулла Зәйнулла улы (1916—22.06.1995), педагог, комсомол һәм мәғариф органдары хеҙмәткәре. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, диңгеҙ пехотаһы бригадаһы махсус истребитель саңғы батальонының политрук урынбаҫары. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сәйәси золом ҡорбаны.
тулы исемлек
- Штабель Альфред Артурович (1926—6.11.2002), рәссам-график, журналист. 1957–1987 йылдарҙа «Һәнәк» журналының художество мөхәррире. 1958 йылдан СССР-ҙың Журналистар, 1973 йылдан — Рәссамдар союздары ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ рәссамы (2002). Йәштәрҙең республика фестивале лауреаты (1957).
- Шәйхетдинов Зәйнулла Ғәйфулла улы (1936—4.07.2001),инженер-механик- ғалим. 1965 йылдан Өфө авиация институты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1969—1989 йылдарҙа авиация двигателдәре теорияһы кафедраһы мөдире, 1982—1986 йылдарҙа авиация двигателдәре факультеты деканы. Техник фәндәр докторы (1974), профессор (1975). Рәсәй Федерацияһының (1992) һәм Башҡорт АССР-ының (1976) атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).
- Довлатов Сергей Донатович (1941—24.08.1990), журналист, публицист, яҙыусы. Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Дәүләтшин Рәйес Имаметдин улы (1941), педиатр-ғалим. Башҡорт дәүләт медицина университеты уҡытыусыһы, балалар хирургияһы кафедраһы профессоры. Медицина фәндәре кандидаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2007).
- Ляхова Нина Павловна (1941), педагог. 1963—2003 йылдарҙа Салауат ҡалаһының 16-сы балалар баҡсаһы мөдире. Башҡортостан уҡытыусыларының 8-се (Өфө, 1987) һәм уҡытыусыларҙың Бөтә Рәсәй (Мәскәү, 1987) съездары делегаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре (1998), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980). Сығышы менән хәҙерге Силәбе өлкәһенең Златоуст ҡалаһынан.
- Әйүпов Рәшит Фазлырахман улы (1946—31.01.2020), ауыл хужалығы хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1980—1985 һәм 1995—2006 йылдарҙа Ҡалтасы районы «Родина» хужалығы рәйесе. Бер нисә саҡырылыш район һәм Кәлтәй ауыл советтары депутаты. Башҡортостандың атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры. Райондың почётлы гражданы (2006). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Саҡмағош районы Ташҡалмаш ауылынан.
- Зөфәр Тимербулатов (1951), философ-ғалим, партия һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре, журналист. 1991—1994 һәм 2000—2004 йылдарҙа Башҡортостандың матбуғат министры. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты уҡытыусыһы. Философия фәндәре кандидаты (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993), Шәһит Хоҙайбирҙин (2004) һәм Зәйнәб Биишева (2009) исемендәге премиялар лауреаты.
- Хәсәнов Хәлидар Мөҡсин улы (1922—25.03.2003), Бөйөк Ватан һуғышында һәм совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, сержант. II дәрәжә Ватан һуғышы (1985) һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1945) ордендары кавалеры.
- Пирожок Пётр Иванович (1927—11.12.2020), тау инженеры-геолог. 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. 1985—1996 йылдарҙа Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының баш геологы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған геологы (1995), СССР Министрҙар Советы премияһы лауреаты (1985). II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Сығышы менән хәҙерге Украинаның Хмельницкий өлкәһе Белогорье районының Семёнов ауылынан.
тулы исемлек
- Ғилманов Миңлебай Саҙри улы (1927—2017), төҙөүсе. 1945 йылғы совет-япон һуғышында ҡатнашыусы. Күмертау ҡалаһындағы 325-се механикалаштырылған күсмә колоннаның элекке ташсыһы һәм бригадиры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе. Октябрь Революцияһы, Ватан һуғышы һәм Ҡыҙыл Йондоҙ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Миәкә районы Көсөгән ауылынан.
- Йыһангирова Тәсбиә Сәйет ҡыҙы (1937), почта хеҙмәткәре. Ҡариҙел районы Ҡариҙел почта бүлексәһенең элекке оператор-контролеры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған элемтәсеһе.
- Кадиков Зәки Нурихан улы (1937), ауыл хужалығы, совет һәм партия органдары хеҙмәткәре, йәмәғәтсе. 1971 йылдан КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты инструкторы, 1976 йылдан Мәсетле район Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1980—1984 йылдарҙа КПСС район комитетының беренсе секретары. Башҡорт АССР-ының унынсы саҡырылыш (1980—1985) Юғары Советы депутаты, КПСС-тың XXVI съезы делегаты (1981). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1996). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1981). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы Рәтүш ауылынан.
- Мөҙәрисов Рим Төхбәй улы (1937), механизатор. 1951 йылдан Благовар районы «Октябрь» колхозы механизаторы, шул иҫәптән 1964—1997 йылдарҙа — сөгөлдөр комбайны машинисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1995), III дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены кавалеры (1976). Сығышы менән ошо райондың 2-се Сулпан ауылынан.
- Ҡоломбәтов Фәрит Йәнбәк улы (1942—29.12.2012), инженер. 1971—1977 йылдарҙа Хәйбулла районы «Маҡан» совхозының инженер-контролёры, төҙәтеү оҫтаханаһы мөдире; 1985—1997 йылдарҙа — баш инженеры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре (1994), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1977). Сығышы менән ошо райондың Иләс ауылынан.
- Дауытов Ирек Хәмзә улы (1952), табип, педагог. 1984—1986 йылдарҙа Салауат медицина училищеһы уҡытыусыһы, 2000—2003 йылдарҙа — директоры; 1988—2000 йылдарҙа «Салауатнефтемаш» производство берекмәһе медсанчасының табип-травматологы; 2004 йылдан — ҡала дауаханаһының хирургик профилле көндөҙгө стационары мөдире. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (2002). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Стәрлебаш районы Стәрлебаш ауылынан.
- Вайссвеккер Ольга Петровна (1972), музыкант-балалайкала уйнаусы, педагог. 1994 йылдан Татарстан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары дәүләт ансамбле артисы, бер үк ваҡытта 1997 йылдан Ҡазан педагогия институты, 1999—2001 йылдарҙа — Ҡазан консерваторияһы, артабан балалар музыка мәктәптәре уҡытыусыһы. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2004). Сығышы менән Салауат ҡалаһынан.
- Айһылыу Йәғәфәрова (1948), педагог, башҡорт балалар яҙыусыһы, 1989 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған халыҡ мәғарифы (1992) һәм атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993). Ким Әхмәтйәнов (1996) һәм Рәмзилә Хисаметдинова (2008) исемендәге премиялар лауреаты.
- Йыһаншин Азат Салауат улы (1973), ветеринария табибы, ауыл хужалығы, муниципаль һәм дәүләт органдары хеҙмәткәре. 2023 йылдан — Башҡортостан Республикаһының Ветеринария буйынса дәүләт комитеты рәйесе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).
- Әғлиуллина Рәзинә Ризуан ҡыҙы (1924—25.04.1981), терапевт-табип. 1958 йылдан Стәрлетамаҡ районы Бүреҡаҙған табип участкаһының баш табибы, 1971—1981 йылдарҙа — Талас участка дауаханаһының баш табибы һәм терапевы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған табибы (1969). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
- Бикмөхәмәтов Шәһиғәли Зәйнәғәли улы улы (1939—24.12.2015), педагог. 1963 йылдан Бөрйән районы Тимер мәктәбе уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1971—1974 йылдарҙа — директоры. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы (1991) һәм мәғариф отличнигы (1984).
тулы исемлек
- Бохараева Розалия Фәтих ҡыҙы (1939—16.11.2021), педагог, йәмәғәтсе. 1982 йылдан Нефтекама ҡалаһындағы 1-се интернат-мәктәп директоры, тәрбиәсеһе һәм тарих уҡытыусыһы, 1997—2006 йылдарҙа 10-сы урта мәктәп уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы. Сығышы менән хәҙерге Яңауыл ҡалаһынан.
- Заһиҙуллин Рәшит Ғәзизулла улы (1939), балалар яҙыусыһы. 1999 йылдан Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы.
- 1695 йыл: Пьетро Локателли, Италия скрипкасыһы, композитор.
- 1710 йыл: Абраам Трамбле, Швейцария натуралисы.
тулы исемлек
- 1875 йыл: Фердинанд Порше, Австрия автоконструкторы.
- 1895 йыл: Николай Адуев, СССР-ҙың сатирик яҙыусыһы, юморист, шиғри пьесалар авторы.
- 1900 йыл: Урхо Калева Кекконен, Финляндияның 8-се президенты (1956—1981).
- 1905 йыл: Карл Дэвид Андерсон, АҠШ-тың физик-ғалимы, позитронды асыусы, Нобель премияһы лауреаты (1936).
- 1920 йыл: Чабука Гранда, Перу йырсыһы, йырҙар авторы.
- 1950 йыл: Евгений Паперный, СССР һәм Украина актёры, Украинаның халыҡ артисы (1992).
- 1955 йыл: Стив Джонс, Британияның рок-гитарисы, йырсы, «Sex Pistols» төркөмөн ойоштороусыларҙың береһе.
- 1960 йыл: Перри Бэмоунт, Британия музыканты, «The Cure» рок төркөмөнөң элекке ағзаһы.
- 1965 йыл: Марина Зудина, актриса, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы.
- 1965 йыл: Чарли Шин (төп исеме Карлос Ирвин Эстевес), АҠШ актёры, сценарист, «Алтын глобус» премияһы лауреаты.
Был көндә вафат булғандар
- 1883 йыл: Иван Тургенев, Рәсәй империяһы яҙыусыһы, драматург.
- 1981 йыл: Фәтхерахман Әхмәҙиев, Татар АССР-ының үҙешмәкәр композиторы. («Йәйҙең матур аяҙ таңдарында», «Чистай вальсы», «Мәңге йәшәйһе килә» һ.б. йырҙар авторы)
тулы исемлек
- 1995 йыл: Шәриф Бикҡол, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт шағиры, яҙыусы һәм журналист. РСФСР‑ҙың (1980) һәм Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты.