24 июнь
Байрамдар һәм иҫтәлекле даталар
Милли
Төбәк байрамдары
Ер:
- Дипломатия өлкәһендә эшләүсе ҡатын-ҡыҙҙар көнө.
- Визажистар көнө.
Рәсәй Федерацияһы:
- Бизнес-аналитиктар көнө.
Тарихи ваҡиғалар
- 1924 йыл: Хәҙерге «Башкиравтодор» йәмғиәте ойошторола.
- 1930 йыл: АҠШ-тың Колумбия округында самолёттарҙың осҡан урынын билдәләү өсөн донъяла тәүге тапҡыр радар ҡулланыла.
тулы исемлек
- 1935: Тбилиси ҡалаһында СССР-ҙағы беренсе балалар тимер юлы эшләй башлай.
- 1944 йыл: Мәсетле районында балалар һәм ата-әсәләр өсөн шифахана ойошторола.
- 1945 йыл: Мәскәүҙең Ҡыҙыл майҙанында Еңеү Парады үткәрелә.
Был көндә тыуғандар
Башҡортостан менән бәйле шәхестәр
0 һәм 5 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Фәтихов Ҡәрип Зариф улы (1925—10.08.2002), тарихсы-ғалим. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, уҡсылар взводы командиры, гвардия өлкән лейтенант. 1954 йылдан Өфө нефть институты уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты, доцент. I (1985) һәм II (1945) дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм Ҡыҙыл Йондоҙ (1944) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Мәсетле районының Дыуан-Мәсетле ауылынан.
1 һәм 6 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Хәкимов Флүр Шәмсиғәли улы (1951), нефтсе-инженер. 1973 йылдан Нефтекама быраулау эштәре идаралығы хеҙмәткәре, шул иҫәптән 2000—2010 йылдарҙа — идаралыҡ етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе (1998). Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Краснокама районы Николо-Берёзовка ауылынан.
2 һәм 7 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Әсхәл Әхмәт-Хужа (1942—8.11.2018), шағир һәм тәржемәсе. 1970 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәйҙең (2002) һәм Башҡортостан Республикаһының (1992) атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. Халыҡтар дуҫлығы ордены кавалеры (2007). Ғәлимов Сәләм (1992), Ким Әхмәтйәнов (1995), И. Мырҙаҡаев-Балапанов (2006), Фәтих Кәрим (2007) һәм Һәҙиә Дәүләшина (2015) исемендәге премиялар лауреаты. Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы (2002). Әбйәлил районының (2007) һәм Амангилде ауылының (2012) почётлы гражданы.
- Латипов Рәмил Рәшит улы (1952), рәссам, график. 1993 йылдан Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, 1991 йылдан Британия Сәнғәт ассоциацияһының почётлы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2020). Сығышы менән Өфө ҡалаһынан.
тулы исемлек
- Сара Буранбаева (1967), театр һәм кино артисы. 1989 йылдан хәҙерге Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры, 1998 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 2007 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009). Әбйәлил районының Ким Әхмәтйәнов исемендәге премияһы лауреаты (2002).
- Кәримова Әлфиә Закуан ҡыҙы (1977), опера йырсыһы, 2013 йылдан Ҡаҙағстандың «Астана Опера» театры солисы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2021).
3 һәм 8 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Езов Анатолий Николаевич (1923— ?), инженер. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1956 йылдан Ишембай машиналар эшләү заводы директоры, 1967—1983 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһенең баш механигы. II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). РСФСР-ҙың атҡаҙанған нефть һәм газ сәнәғәте хеҙмәткәре (1982), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған нефтсеһе. Сығышы менән хәҙерге Пермь крайының Чердынь районы Езова ауылынан.
- Зайнитдинов Геннадий Зайниевич (1948), педагог, 1991 йылдан Мишкә районы Сурай урта мәктәбе (2012 йылдан Яныш Ялкайн исемендәге мари гимназияһы) директоры. Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы, райондың почётлы гражданы. Сығышы менән ошо райондың Иҫке Ҡолсобай ауылынан.
тулы исемлек
- Гөлнур Якупова (1948), шағир, прозаик, тәржемәсе. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998) һәм Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2020), Жәлил Кейекбаев (2006) һәм Муса Гәрәев (2012) исемендәге премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018).
- Арыҫланов Азамат Сафи улы (1973), дәүләт органы хеҙмәткәре. Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының бүлек начальнигы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
4 һәм 9 һанына тамамланған йылдарҙа тыуғандар
- Арыҫланов Ғата Арыҫлан улы (1914—2.12.2001), театр актёры, эстрада артисы. 1949—1983 йылдарҙа хәҙерге Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры. 1955 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған артисы (1956).
- Шмаков Фёдор Ефимович (1924—12.12.2000), водитель. 1947—1984 йылдарҙа Хәйбулла районындағы Бүребай руда идаралығының автотранспорт цехы водителе. Октябрь Революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Ырымбур өлкәһе Сосновка ауылынан.
Дөйөм исемлек
- 1695 йыл: Мартин ван Майтенс, Австрияның барокко осоро рәссамы.
- 1795 йыл: Эрнст Вебер, Германия психофизиологы, анатом.
тулы исемлек
- 1850 йыл: Гораций Герберт Китченер, Британияның хәрби эшмәкәре, фельдмаршал, граф.
- 1875 йыл: Роберт Гарретт, АҠШ спортсыһы, йәҙрә ташлау һәм диск ырғытыуҙа беренсе олимпия чемпионы, беренсе Йәйге Олимпия уйындарының (1896) ике тапҡыр чемпионы һәм дүрт тапҡыр призёры.
- 1900 йыл: Михаил Запашный, СССР-ҙың цирк артисы, Запашныйҙарҙың цирк династияһын башлаусы.
- 1905 йыл: Джорджия Хейл, АҠШ-тың тауышһыҙ кино актрисаһы.
- 1915 йыл: сэр Фред Хойл, Англия астрофизигы, космолог, фантаст яҙыусы.
- 1920 йыл: Владимир Харитонов, СССР шағиры, меңдән артыҡ йыр тексы, шул иҫәптән «День Победы» йырының авторы.
- 1930 йыл: Клод Шаброль, Франция кинорежиссёры.
- 1935 йыл: Роберт Дауни, Америка актёры, кинорежиссёр, сценарист һәм продюсер.
- 1940 йыл: Витторио Стораро, Италия һәм АҠШ кинооператоры.
- 1940 йыл: Генриетта Яновская, СССР һәм Рәсәйҙең театр эшмәкәре, Мәскәү Йәш тамашасы театрының баш режиссёры, Рәсәй Федерацияһының халыҡ артисы (2004).
- 1945 йыл: Колин Бланстоун, Британия йырсыһы, композитор, «The Zombies» төркөмө вокалсыһы.
- 1950 йыл: Нэнси Аллен, Америка актрисаһы.
- 1980 йыл: Минка Келли, Америка актрисаһы.
Был көндә вафат булғандар
- 1987 йыл: Анчишкин Александр Иванович, СССР-ҙың иҡтисадсы-ғалимы, СССР Фәндәр академияһы академигы (1984).
- 2019 йыл: Дёмина Екатерина Илларионовна, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, Советтар Союзы Геройы (1990).