Буранбаева Сара Абдулхай ҡыҙы
Сара Абдулхай ҡыҙы Буранбаева (рус. Буранбаева Сара Абдулхаевна; 1967 йылдың 24 июне, Әлмөхәмәт ауылы, Башҡорт АССР-ы) — Рәсәй, башҡорт театр һәм кино актёры. 2007 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009)[1].
Биографияһы
1967 йылдың 24 июнендә Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Әлмөхәмәт ауылында тыуған.
1989 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай (А. К. Лощенкова курсы). Артабан Милли йәштәр театрында, 1998 йылдан — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында эшләй.
Сара Буранбаева экранға тәүге тапҡыр 2000 йылда сыға, режиссеры Әнүәр Нурмөхәмәтов төшөргән «Миҙал» фильмында төп ролде башҡара. Ул беренсе башҡорт тулы метражлы «Ай ҡыҙы» телесериалында, шулай уҡ уның дауамы «Ай ҡыҙы-2» (2001—2002) фильмында Ғәҙилә ролен башҡарыуы менән тамашасылар араһында киң танылыу һәм популярлыҡ яулай[1][2].
2025 йылдың йәйендә Сара Буранбаева башҡарыуында Фәрзәнә Аҡбулатованың «Атай икмәге» аудиокитабының видеояҙмаһы донъя күрә[3].
Ролдәре
- Театрҙа
- Кинйә («Иҙеүкәй менән Мораҙым», М. А. Буранғолов; дебют, 1990),
- Нурия («Ҡатын-ҡыҙҙың ҡырҡ сырағы», Ф. М. Бүләков),
- Зойка-Зәйнәб (Ф. М. Бүләковтың «Мөхәббәт исемлеге»),
- Нәзирә («Ҡыпсаҡ ҡыҙы» А. Ш. Йәғәфәрова),
- Һомай («Урал батыр» Ғ. Ғ. Шафиҡов) һәм башҡалар.
- Кино — һәм телефильмдарҙа
- Сания — «Миҙал» (2000);
- Ғәҙилә — «Ай ҡыҙы» (2001, 2002; икеһе лә — ГТРК «Башкортостан»);
- Кесе инәй — «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ» («Башкортостан» киностудияһы, 2005);
- Сәрүәрә — «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм ҡара юрға»;
- Тәңкәбикә — «Ай тотолған төндә»;
- Өмөлхаят — «Көҙән башҡорто»;
- Римма — «Мин — ҡатын-ҡыҙ»;
- Фәғилә — «Шәүрәкәй»;
- Сабира — «Яңғыҙҙар ташы»;
- Гөлшат — «Ике төш»;
- 2-се ҡатын — «Йософ һәм Зөләйха»;
- Таңһылыу — «Ғәфү ит мине!».
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа наградалары
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1994);
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009)[1].
Ғаиләһе
Тормошта. Ире — Филюз Ҡаҙаҡбаев, Рәсәй, башҡорт бейеүсеһе, балетмейстер. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2008). Улы — Буранбай[4].
Һылтанмалар
- З.В.Сәйфуллина, Тәржемәсе Г.С.Балтабаева. Буранбаева Сара Абдулхай ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- http://www.abyalil.ru/about/laureats/detail.php?ID=9152
- Лариса Абдуллина. Сараһыҙҙан сығып ҡыҙҙар һүҙ әйтә (башҡ.). «Башҡортостан» гәзите (16 февраль 2018). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 6 февраль 2018. 2018 йылдың 10 март көнөндә архивланған.
- ↑ 1 2 3 З. В. Сайфуллина. Буранбаева Сара Абдулхай ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Народной артистке Башкортостана Саре Буранбаевой - 55. Официальный портал Республики Башкортостан. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 8 февраль 2026.
- ↑
Аудиокнига «Отцовский хлеб» Фарзаны Акбулатовой. Читает Сара Буранбаева
- ↑ Гөлшат Ҡаһарманова. Мең балҡышлы яҙмыш (башҡ.). shonkar.com (19 март 2019). Мөрәжәғәт итеү датаһы: 22 июнь 2026.