Нурмөхәмәтов Әнүәр Әбүбәкер улы

Нурмөхәмәтов Әнүәр Әбүбәкер улы (9 май 1943 йыл17 март 2009 йыл) — театр актёры, режиссёр, юғары мәктәп уҡытыусыһы. 1969 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы[1]. Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1983), Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы лауреаты (1980)[2].

Биографияһы

Әнүәр Әбүбәкер улы Нурмөхәмәтов 1943 йылдың 9 майында Башҡорт АССР-ының Бөрйән районы Яңы Усман ауылында тыуа. Әнүәр Әбүбәкер улы 1965 йылда — Өфө сәнғәт училищеһын (Ш.Р.Рәхмәтуллин, Р.С.Сыртланов курсы), 1975 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын (Ғ.Ғ.Ғиләжев курсы) уңышлы тамамлай[1].

1965 һәм 1968 йылдарҙаСалауат драма театры актёры, 1975 йылда — режиссёры, 1978 йылдан баш режиссёры, 1987—2004 йылдарҙа «Башҡортостан» ТРК-ның телевидение студияһы режиссёры, баш режиссёры, художество етәксеһе, бер үк ваҡытта 1990—1996 йылдарҙа Өфө дәүләт сәнғәт институты уҡытыусыһы булып эшләй[3].

Башҡорт драма театры һәм Сибай драма театры сәхнәләрендә спектаклдәр ҡуйған[3]. Төп ролдәре: Айтуған (“Утлы өйөрмә”; дебют, 1965), Артур (“Һалдат улы”, икеһе лә — Ә.М.Мирзаһитов), Василий (“Туй көнө” — “В день свадьбы”, В.С.Розов) һ.б. образдар. Нурмөхәмәтов режиссёр эштәренә художество кәүҙәләнешенең ябайлығы, заман темаларына тартылыу, әүҙем гражданлыҡ позицияһы хас. Салауат башҡорт драма театрында — Ф.А.Әсәновтың “Тол ҡатын”, Т.Ғ.Миңнуллиндың “Дуҫтар йыйылған ерҙә”, Ф.Ә.Иҫәнғоловтың ш. уҡ исемле романы б‑са “Арыш башағы”; Башҡорт драма театрында — Ә.Һ.Бикчәнтәевтең “Йәшенле таң” (дебют, 1974), М.Фәйзиҙең “Аҫылйәр”; Сибай башҡорт драма театрында Г.Д.Хугаевтың “Андро менән Сандро” (“Андро и Сандро”) пьесаһы б‑са “Күрше хаҡы” спектаклдәрен ҡуя. “Ырыуымдың бишек йыры” (1992), “Мине Матросов тип эҙләгеҙ” (2001), “Шәһит Хоҙайбирҙин” (“Шагит Худайбердин”; 2006) документаль һәм “Миҙал” (2000) нәфис, шул иҫәптән күп сериялы “Һарығолаҡ” (1990, 1995), “Ай ҡыҙы” (2001, 2002; бөтәһе лә — “Башҡортостан” ТРК‑һы), фильмдары режиссёры[1].

Бер үк ваҡытта Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡыта. Уның башланғысы менән бында нәфис тапшырыуҙар режиссерҙарын әҙерләү буйынса махсус курс асыла[3].

2009 йылдың 17 мартында Өфө ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
  • Ғәлимов Сәләм исемендәге премия лауреаты (1980).

Шулай уҡ уҡығыҙ