Салауат башҡорт дәүләт драма театры
Салауат башҡорт дәүләт драма театры (рус. Салаватский государственный башкирский драматический театр) — Башҡортостан Республикаһының Салауат ҡалаһындағы драма театры.
Тарихы
Театр тарихы 1933 йылдан башлана: ул Ауырғазы районының Талбазы ауылында колхоз-совхоз театры булараҡ ойошторола. Ул район клубының драматик түңәрәгенән үҫеп сыға. Коллектив етәксеһе Елизавета Шляхтина-Сыртланова — башҡорт театр сәнғәтенең иң тәүге профессиональ актёрҙарҙың береһе — була. Театр иң беренсе Ф. Бурнаштың «Йәш йөрәктәр» спектаклен ҡуя.
Коллективтың тәүге труппаһы ике актёр ғаиләһе вәкилдәренән торған — Зәкиә һәм Ибраһим Әхмәровтар, Ғәзизә Насирова һәм Бикташ Кәлимуллин. Улар үҙ ваҡытында колхоз-совхоз театрҙарының бөтә республика фестивалендә лә төп приздарҙы яулай. Театрҙа башҡорт һәм татар драматургияһы классиктарының пьесалары ҡуйыла. Театр эшмәкәрлеге Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында ла туҡтамай — ҙур булмаған ҡатын-ҡыҙ актрисалар төркөмө уны һаҡлап ҡала («7 ҡыҙ» спектакле[1]).
Салауат ҡалаһы төҙөлөүгә бәйле 1956 йылда театр Салауат ҡалаһына күсерелә һәм хәҙерге атамаһын ала. Актёрҙар өсөн тәүге йылдарҙа бер ниндәй уңайлыҡтар ҙа булмай. Театр Ленин урамы, 40 адресы буйынса бер нисә бүлмәлә урынлаша һәм «тәгәрмәс өҫтөндәге тетар» сифатында эшләй. Башҡортостандан тыш Татар АССР-ы, Силәбе, Ҡурған, Ырымбур өлкәләрендә сығыш яһай. Театрҙың хәле яҡшы яҡҡа үҙгәреүе һәм, тәү сиратта, уның «йортло» булыуы (Еңеү майҙанындағы, Космонавтар бульвары, 13 һанлы йорттоң беренсе ҡаты бирелә) 1977 йылда тәғәйенләнгән директор Марс Яппаров исеме менән турана-тура бәйле, нәҡ ул Салауат театрын бар йәһәттән дә яңы бейеклектәргә күтәрә.
1991 йылда театр К. Нәҙершин ҡуйған башҡорт фольклор программаһы менән Ҡытайҙа мәҙәни алмашыу буйынса делегация составында сығыш яһай.
1992 йылда 400 урынлыҡ заманса үҙ бинаһына («Машина эшләүселәр» Мәҙәниәт йортоноң элекке бинаһы) эйә була һәм даими рәүештә шунда эшләй. Труппала төрлө ваҡытта: Р. Баянов, И. Вәлиев, Ф. Бәхтиәров, Г. Насырова эшләй, Ф. Ғәлләүетдинов, В. Сәйфуллин, Л. Вәлиев режиссёр була.
1993, 1995 һәм 2003 йылдарҙа тетар базаһында «Театр яҙы» Республика фестивале уҙғарыла.
2015 йылда театр коллективы төркиәнең Конья ҡалаһында үткән VIII халыҡ-ара төрки телле тетарҙарҙың «Тысяча вдохов и один голос» фестивалендә ҡатнаша.
2017 йылдың мартында Василий Шукшин хикәйәләре буйынса Антон Фёдоров ҡуйыуында «Шукшин» спектакле Татарстан Республикаһында үткән «Идель-Урал-Буа — пространство диалога» I Бөтә Рәсәй Волга буйы һәм Урал халыҡтары тетарҙары фестивалендә ҡатнаша.
2017—2018 миҙгел буйынса «Глумов» спектакле Рәсәй милли тетар премияһы һәм «Алтын битлек» фестиваленең иң билдәле спектаклдәре лонг-лисына керә.
2019 йылда Ҡазан ҡалаһында үткән XIV «Науруз» Халыҡ-ара театр фестивалендә (рус.)баш. ҡатнаша.
Төрөк авторы Тунджер Джюдженоглу пьесаһы буйынса ҡуйылған «Көтөлмәгән ҡунаҡ» спектакле 2018 йылда Төркиәнең Трабзон ҡалаһында үткән XIX Халыҡ-ара Ҡара диңгеҙ театр фестивалендә ҡатнаша.
Ҡаҙаҡ авторы Олжас Жанайдаров пьесаһы буйынса ҡуйылған «Бер, ике, өс» пьесаһы «Туғанлыҡ» VII халыҡ-ара төрки телле театрҙар (Өфө, 2019), «Ремесло» XI Бөтә Рәсәй (Ҡазан, 2019), XVIII Рәсәйҙең бәләкәй ҡалалары театрҙары фестивалдәрендә (рус.)баш. (Яр Саллы, 2021) ҡатнаша.
Репертуары
Тетар труппаһы репертура милли классика, заманса башҡорт һәм татар, шулай уҡ сит ил авторҙары әҫәрҙәренән төҙөлгән.
Сәхнәлә:
- «Сейәле тау», Н. Асанбаев драмаһы;
- «Ҡартайғанда тыртайған», М. Багаев комедияһы;
- «Минең ҡәйнәм әүлиә», С. Белов комедияһы;
- «Риүәйәт», Т. Миңнуллиндың мөхәббәт тураһында легендаһы;
- «Эх, Өфө ҡыҙҙары», И. Абдуллиндың музыкаль комедияһы;
- «Һипкелле ҡыҙ», К. Аҡбашевтың музыкаль комедияһы;
- «Ете ҡыҙ», Н. Асанбаевтың тарихи драмаһы;
- «Ҡыҙын алдым ҡосаҡҡа», Б. Аппаев комедияһы;
- «Шулай булды шул», Т. Миңнуллиндың музыкаль комедияһы;
- «Байрам ашы-ҡара ҡаршы», М. Багаевтың музыкаль комедияһы;
- «Бер рәхәттең бер михнәте», А. Попов мелодрамаһы;
- «Әллә яңылыш, әллә яҙмыш», Т. Миңнуллин мелодрамаһы;
- «Мөхәббәт күле», М. Багаев комедияһы;
- «Ул ҡайтты», Ә. Атнабаев драмаһы;
- «Гөлшаян», М. Әмир комедияһы;
- «Ҡыҙҙар килде ауылға», Н. Ғәйетбаевтың музыкаль комедияһы;
- «Әлдермештән Әлмәндәр», Т. Миңнуллин комедияһы;
- «Game over. Конец игры» йәштәр өсөн З. Сөләймәновтың социаль драмаһы;
- «Ҡырмыҫҡа иләүе», Д. Йосоповтың лирик комедияһы;
- «Гөлкәйҙең бәхете», Ш. Шәкүрова мелодрамаһы;
- «Ерҙәштәр» М. Кәримдең «Ауыл адвокаттары» повесы буйынса, реж. Антон Фёдоров;
- «Шукшин» Василий Шукшиндың биш хикәйәһе буйынса, реж. Антон Фёдоров;
- «№ 13», Рэй Куниҙың комедияһы, реж. Эдуард Шәйехов;
- «Лабиринт» спектакль-вербатим, реж. Юлиә Һәүбәнова (2017);
- «Глумов» А. Островскийҙың «На всякого мудреца довольно простоты» әҫәре буйынса, реж. Антон Фёдоров (2017)*;
- «Көтөлмәгән ҡунаҡ» төрөк авторы Т. Джюдженоглу пьесаһы буйынса, реж. Олег Ханов (2017)*;
- «Люстра» И. Зәйниев пьесаһы буйынса, реж. Айдын Салбанов, Ҡаҙағстан (2018);
- «Көтмәгәндә булған хәл» Эсфир Ягудин пьесаһы буйынса, реж. Илдар Вәлиев (2018);
- «Йәннәт һулышы» по одноимённой повести Гөлсирә Ғизәтуллинаның ошо исемле повесы буйынса, реж. Илсур Ҡазаҡбаев (2018)*;
- «Голубцы» А. Финка пьесаһы буйынса, реж. Илнур Муллабаев (2019);
- «Бер, ике, өс» Олжас Жанайдаров пьесаһы буйынса, реж. Илсур Ҡазаҡбаев (2019);
- «Беҙҙең өйҙөң йәме» Мостай Кәрим пьесаһы буйынса, реж. Ренат Әйүпов (2019)*;
- «Иҙеүкәй» Мөхәмәтша Буранғолов пьесаһы буйынса, реж. Илсур Ҡазаҡбаев (2019)*;
- «Всем кого касается» Дана Сидерос пьесаһы буйынса, реж. Илшат Мөхөтдинов (2020);
- «Ғүмерҙең бер мәле» Ноғман Мусин повесы буйынса, реж. Лиана Ниғмәтуллина (2020)*;
- «Йөрәк майым…», реж. Айдын Салбанов (Ҡазағстан, онлайн-постановка, 2020);
- «Абау, димсе килә!», Сәрүәр Суринаның музыкаль комедияһы, реж. Зиннур Сөләймәнов (2021);
- «Кисер мине, әсәй!» Роберт Батулланың моңһоу комедияһы, реж. Радик Ғәлиуллин (2021);
- «Һырғалаҡ» Алексей Житковский пьесаһы буйынса, реж. Илсур Ҡаҙаҡбаев (2021)*;
- «Тоғролоҡ» Мөнир Кунафиндың «Кешелеккә тоғролоҡ» әҫәре буйынса, драма, реж. Лиана Ниғмәтуллина (2022) спектаклдәре, шулай уҡ балалар өсөн постановкалар ҡуйыла.
* — «Берҙәм Рәсәй» партияһының «Кесе Ватан мәҙәниәте» проекты сиктәрендә ҡуйылған спектаклдәр.
Директорҙары
- Барый Сафин (1933—1941)
- Әхмәров Ибраһим Әхмәр улы (1941—1959; 1964—1966)
- Нәжиб Асанбаев (1959—1961)
- Яппаров Марс Шәрип улы (1977—1997)
- Сәфәрғолова Наилә Абдулхай ҡыҙы (02.12.1998—30.05.2014)
- Азат Йыһаншин (15.07.2014—01.12.2014)
- Маннапов Илдар Марат улы (14.06.2017—2021)
- Ҡотошов Айбулат Миңлеғәли улы (2021 йылдың 2 мартынан)
Ҡаҙаныштары
• 1936 йылда театр Өфөлә республика театр олимпиадаһында беренсе урын яулай;
• 2005 йылдың апрелендә С. Лобозёровтың «Кавардак Forever» спектакле Мәскәү ҡалаһында үткән Бәләкәй ҡалалар тетарҙары фестиваленең иң яҡшы спектакле тип таныла;
• 2016 йылда Мостай Кәримдең «Ауыл адвокаттары» әҫәре буйынса сәхнәләштерелгән «Ерҙәштәр» постановкаһы «Алтын битлек» премияһының лонг-лисына индерелә. Шул уҡ йылда «Актёрҙар ансамбле» номинацияһында Башҡортостан Республикаһы театр эшмәкәрҙәре берлегенең махсус «Life-theatre» йәштәр премияһына лайыҡ була. Шулай уҡ спектакль 2017 йылдың апрелендә «Тетар яҙы — 2017» республика фестивалендә ҡатнашып, «Иң яҡшы спектакль» номинацияһында Гран-при яулай, актёр Радик Ғәлиуллин Ҡорбанғәли роле өсөн «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында еңеүсе була;
• 2022 йылда Мостай Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме» повесы буйынса ҡуйылған спектакль 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә арналған «Еңеү юлдары» III Халыҡ-ара онлайн-марафонында «Теманы тәрәндән асҡан өсөн» номинацияһында еңеү яулай;
• 2023 йылда XVI «Коляда — Plays» Халыҡ-ара заманса драматургия тетары фестивалендә (Екатеринбург) Алексей Жидковскийҙың «Һырғалаҡ» сәпектаклендә Озода роле өсөн Яҡуп Шәрипов «Икенсе пландағы иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында еңеү яулай;
• 2023 йылда Олжас тың «Бер, ике, өс» спектакле V «Сообщение» Халыҡ-ара театр фестивалендә (Кудымкар) «Иң яҡшы ир-ат роле» номинацияһында еңеү яулай (Мергеев ролен Лиана Ниғмәтуллина башҡара);
• 2023 йылда А. Островскийҙың «Глумов» спектакле А. Н. Островскийҙың тыуыуына 200 тулыуға арналған V Төньяҡ театр фестивалендә Гран-приға һәм «Иң яҡыш ир-ат роле» номинацияһында еңеүгә (Рафаэль Ғәйнуллин) лайыҡ була;
• 2024 йылда Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған «Ярлыҡау» спектакле «Милли классиканы заманса хәл итеү» һәм «Бурёнкин образының тәрән психологизмы өсөн» номинацияһында еңеүсе була, VI «Сообщение» Халыҡ-ара театр фестивалендә Бурёнкин ролен башҡарған Яҡуп Шәрипов жюриҙың махсус призы менән бүләкләнә[2].
Ҡыҙыҡлы факттар
Театрҙа театр тарихы тураһында документтар, костюмдар һәм декорациялар тупланған.
Пьесалар башҡорт телендә ҡуйыла, рус теленә синхрон тәржемә эшләнә.
Салауат башҡорт театры тураһында «Ете ҡыҙ театры» тип аталған документаль фильм төшөрөлгән[3], режиссёры — Кирстен Гайнет. Фильм Рәсәй һәм бик күп халыҡ-ара кинофестивалдәрҙә күрһәтелә.
Иҫкәрмәләр
- ↑ Администрация городского округа город Салават | Официальный сайт " Салаватский государственный башкирский драматический театр открывает 78 театральный сезон. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 20 май 2011. Архивировано из оригинала 23 май 2014 года.
- ↑ О нашем театре... Официальный сайт СГБДТ. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.
- ↑ Театр Кирстен Гайнет. resbash.ru. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 25 сентябрь 2021. Архивировано 25 сентябрь 2021 года.
Һылтанмалар
- Салауат башҡорт дәүләт драма театры // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: Башҡорт энциклопедияһы (ғилми-нәшриәт комплексы), 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-306-8. (Тикшерелеү көнө: 27 июнь 2025)
- Салаватский государственный башкирский театр драмы. Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы сайты. 2012 йылдың 13 ғинуар көнөндә архивланған.
- Салауат театры сайты. Мөрәжәғәт итеү датаһы: 2 июль 2025.