Нәжиб Асанбаев
Нәжиб Асанбаев | |
---|---|
Асанбаев Николай Васильевич | |
![]() | |
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1921 |
Тыуған урыны | Башҡорт АССР-ының Баҡалы районы Ахман ауылы |
Вафат булған көнө | 28 март 2013 (91 йәш) |
Вафат булған урыны | Башҡортостан Республикаһының Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы |
Совет Рәсәйе![]() ![]() |
Эшмәкәрлеге | яҙыусы, драматург |
Наградалары һәм премиялары |
Нәжиб Асанбаев (төп исеме Асанбаев Николай Васильевич; 7 ноябрь 1921 йыл — 28 март 2013 йыл) — яҙыусы, драматург. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006). РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983).
Биография
Николай Васильевич Асанбаев 1921 йылдың 7 ноябрендә Башҡорт АССР-ы[1] Баҡалы районының Ахман ауылында урта хәлле керәшен[2] крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған[3].
Тәүҙә ул үҙ ауылындағы башланғыс мәктәптә, унан һуң Мостафа һәм Балыҡлы ауылдары мәктәптәрендә укый.
1937 йылда Өфө финанс-экономика техникумын тамамлағандан һуң, Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, ләкин уны тамамламай.
1940 йылда Ҡыҙыл Армияһына алына. Рязань aртиллерия училищеһын тамамлағас, 1942—1945 йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышында артиллерия батареяһы командиры була.
1949—1959 йылдарҙа «Ҡыҙыл таң» гәзите хәбәрсеһе булып эшләй.
1961—1963 йылдарҙа Мәскәүҙә Юғары әҙәби курстар тамамлай.
1963—1965 йылдарҙа Башҡорт дәүләт академия драма театры директоры була.
Төрлө йылдарҙа әҙип Башҡортостан Яҙыусылар союзында, СССР Тыныслыҡты яҡлау комитетының Башҡортостан республика бүлексәһендә, Башҡортостан Республикаһының Президент Советында эшләй.
Яҙыусы әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы һәм атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982) тигән маҡтаулы исемдәргә, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына (1983) лайыҡ була.
Нәжиб Асанбаев 2013 йылдың 28 мартында вафат була. Өфө ҡалаһының «Көньяҡ» зыяратында ҡатынының ҡәбере эргәһендә ерләнә.
Әҫәрҙәре

Драматургтың әҫәрҙәрендә күтәрелгән мәсьәләләрҙең актуаль булыуы, конфликттың үткерлеге һәм жанр терлөлөгө хас. Уның байтаҡ пьесалары Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Сибай башҡорт дәүләт драма театры, Салауат, Ырымбур, Әлмәт театрҙары сәхнәһнндә уңыш менән ҡуйыла.
Китаптары
- Кәрим. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1947 й.
- Вәлимә. Хикәйәләр йыйынтығы. Өфө, 1953 й.
- Беҙгә егеттәр килде. Комедия. Өфө, 1955 й.
- Рәйсә. Пьесалар, Өфө, 1959 й.
- Фәйзи. Пьесалар, Өфө, 1964 й.
- Кәләш әйттергәндә. Комедия. Өфө, 1964 й.
- Ҡанат йәйгәндә. Драма. Өфө, 1969 й.
- Күктән төшкән бәхет. Комедия. Өфө, 1969 й.
- Алтын бишек. Пьеса. Өфө, 1971 й.
- Һыу юлы. Комедия. Өфө, 1971 й.
- Зәйтүнгөл. Пьеса. Өфө, 1975 й.
- «Ҡыҙыл паша» пьесаһы (совет дипломаты Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы хаҡында). Өфө, 1982 й.
- Көҙән башҡорто. Пьеса (Әхмәтзәки Вәлиди Туған хаҡында). Өфө, 2004 й.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүлектәре
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены (07.02.1945)[4]
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (15.04.1945)[5]
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены (06.04.1985)[6]
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (18.11.1943)[7]
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй, 1997)
- Салауат Юлаев ордены (2005)
- Баҡалы районының почётлы гражданы.
- Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006)
- Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982)
- Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1983).
Хәтер
- Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡарары менән 2023 йылдың 23 ғинуарында Баҡалы район мәҙәниәт йортона Нәжиб Асанбаевтың исеме бирелде[8].
- Яҙыусының тыуыуына 100 йыл тулыу республика кимәлендә билдәләнәсәк[9].
- «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә (26 ғинуар 2016 йыл), Нәжиб Асанбаевтың тыуған ауылында уның йорт-музейы булдырыласаҡ<ref>[http://www.bashinform.ru/bash/809096/ БашНәжиб Асанбаев
Иҫкәрмәләр
- ↑ Хәҙер Башҡортостан Республикаһы.
- ↑ «После тяжелого ранения на фронте 5 декабря 1942 года я попал в госпиталь и там меня спросили, какой я национальности. Я ответил: „Крэшен“»…"Я, естественно, горжусь тем, что принадлежу к крэшенам."
— Асанбаев Нажиб. Горжусь своим народом // Ватандаш. — 2001. — № 2. — С. 62—63. — ISSN 1683-3554.
- ↑ https://bashenc.online/ba/articles/81915/ «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. АСАНБАЕВ Нәжиб (Николай Васильевич)] (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2025)
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләнеүсенең учёт карточкаһынан мәғлүмәт «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
- ↑ В Башкирии имя писателя Нажиба Асанбаева увековечили на его малой родине. ИА «Башинформ», 24 января 2023 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 24 ғинуар 2023)
- ↑ В Башкортостане отметят 100-летие писателя Нажиба Асанбаева. ИА «Башинформ», 18 февраля 2021 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 18 февраль 2021)
Сығанаҡтар
- Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2025)
- Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит. (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2025)
- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2025)
- Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2025)
- Нажиб Асанбаев : биобиблиогр. указ. / сост. Г. С. Ахмадиева, Г. Назарова, Г. М. Юмабаева; ред. З. Т. Агзамова; отв. за вып. А. А. Ибрагимов. — Уфа: Нац. б-ка им. А. — З. Валиди РБ, 2011. — 81 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2025)
- Бакалинская земля: история и люди. — Уфа: ГУП РБ УПК, 2010. — 320 с.: ил. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2025)
Һылтанмалар
• «Башҡортостан» төбәк интерактив энциклопедик порталы. АСАНБАЕВ Нәжиб (Николай Васильевич) (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2025)
• Национальная электронная библиотека Республики Башкортостан. Нажиб Асанбаев: Биобиблиографический указатель
• Три подвига победы Нажиба Асанбаева. «Республика Башкортостан» № 228 2016 йылдың 4 март көнөндә архивланған.
• Единый портал башкирской культуры и произведений искусства. Литература > Писатели > Асанбаев Нажиб (Тикшерелеү көнө: 17 ғинуар 2025)
• Нәжиб Асанбаев. Некролог. «Башҡортостан» гәзите, 29 март 2013 йыл 2016 йылдың 8 март көнөндә архивланған.
- 7 ноябрҙә тыуғандар
- 1921 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Баҡалы районында тыуғандар
- 28 мартта вафат булғандар
- 2013 йылда вафат булғандар
- Өфөлә вафат булғандар
- Дуҫлыҡ ордены (Рәсәй) кавалерҙары
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- II дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалерҙары
- Ҡыҙыл Йондоҙ ордены кавалерҙары
- Салауат Юлаев ордены кавалерҙары
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләнгәндәр
- РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаттары
- Башҡорт яҙыусылары
- Башҡорт драматургтары
- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре
- Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар
- Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан яҙыусылар
- Шәхестәр:Башҡорт дәүләт академия драма театры